Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
29.05.2015
Күрештек беҙ һабантуйында
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Яҙ аҙағы, йәй баштарында республикабыҙ халҡы һабантуйҙар уҙғара. Борондан килгән матур йолаға әүерелгән һабан байрамын БДУ-ның Сибай институты ла ойоштора. Быйыл уҡыу йортонда 11-се тапҡыр үткәрелгән милли байрам, беренсенән, уҡыу йылына үҙенсәлекле рәүештә йомғаҡ яһаһа, икенсенән, ул тотош ҡала халҡы, ҡунаҡтар өсөн мәҙәни-спорт сараһына әүерелде.

Йәш быуында халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылған һабантуй халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре бюстарына сәскә һалыуҙан башланды. Төп саралар уҙасаҡ стадионға йүнәлгәндә ҡунаҡтар уҡ-һаҙаҡтан атырға, музейҙы ҡарарға ла өлгөрҙө. Быйыл һабантуй барышына күп кенә яңылыҡтар, үҙенсәлектәр индерелгән. Әйтәйек, байрамдың төп өлөшөн һыбайлы «Сая ҡыҙҙар» сығышы асып ебәрҙе. Уҡыу йортоноң «Төйәләҫ» уҡыу-тәжрибә комплексында ат спорты менән шөғөлләнгән ҡыҙҙарҙы юртаҡтары бер һүҙһеҙ тыңлай, төрлө хәрәкәттәрҙе бер иш кенә итеп башҡара. Балитәктәре елдә елберләгән сибәр ҡыҙҙарҙың атта оҫта сабыуҙарына барыһы ла хайран ҡалды.

«Факультеттар парады» ла үҙенә күрә яңылыҡ булды. Тынлы оркестрҙың дәртле марштары аҫтында башта спортта ал бирмәгәндәр теҙелеп үтһә, артабан улар артынан педагогия, технология, иҡтисад, юридик, тәбиғи-математика факультеттары студенттары төштө. Сағыу төҫтәрҙә кейенгән йәштәрҙең ҡулдарында эмблема, шарҙар ғына түгел, «Үлемһеҙ полк» акцияһына эшләгән фотоһүрәттәр ҙә бар ине. Fөмүмән, сығыштарҙа Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы, Әҙәбиәт йылы, Сибай ҡалаһының 60 йыллығы, уҡыу йорттоноң 25 йыллығы ла сағылыш тапты. Йәштәр араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Йәғәфәр Fәббәсов, Иван Огнев, тыл хеҙмәткәре Елизавета Рәхимоваларҙың булыуы тантанаға ҙур мәртәбә өҫтәне.

«Һабантуй-2015» флагын майҙанға 2014-2015 уҡыу йылының иң яҡшы студенттары Гөлли Яхина, Арслан Байрамғолов, Руфина Исхаҡова, Әҙилә Ишмырҙина, Әлиә Әминевалар алып сыҡһа, уны күтәреү хоҡуғы иң яҡшы спортсылар Евгений Антиповҡа һәм Разия Баййегетоваға бирелде.

Һабантуй ҡунаҡтарын, уҡытыусыларҙы һәм студенттарҙы БДУ-ның Сибай институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор З.F.Йәрмөхәмәтов тәбрикләне.

—Элек-электән һабантуйҙар яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, баҫыу батырҙарын тәбрикләү маҡсатында үткәрелгән. Бөгөн беҙ ҙә эштәрендә юғары уңыштарға өлгәшкәндәрҙе билдәләйбеҙ,—тине Зиннур Fөбәйҙулла улы.—Юғары уҡыу йорттары филиалдарына ябылыу ҡурҡынысы янағанда ошондай йыйын йыйып, хеҙмәттәребеҙҙе барлау—үҙе бер батырлыҡ. Тормош алға ҡуйған һынауҙарҙы күмәкләшеп лайыҡлы үтә аласағыбыҙға ышанам.

Артабан яҡшы уҡығандарға, спорт һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға, шулай уҡ төрлө конкурс, олимпиадала еңгәндәргә маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Үҙ һөнәрҙәрендә иң-иңдәр булып танылған Г.Х.Сәмерханова, Г.А.Йәғәфәрова, А.Б.Аллабирҙин, Н.Х.Фәтхуллина, И.Л.Аламов, Е.Н.Петров, А.F.Алтыншин, К.Я.Худалеева, Е.В.Антипов, Р.Р.Баййегетова, А.Р.Балтин Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды.

Студенттарҙың байрамын уртаҡлашырға төрлө тарафтарҙан мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгән ине. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Б.Р.Күсәбаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Н.Ә.Fәйетбаев, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Г.Г.Янбаева, Мари-Эл республикаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе М.С.Нурдәүләтов, БДУ-ның Нефтекама филиалы директоры И.Р.Ҡаҙырғолов, Екатеринбург аэропорты таможняһының баш инспекторы Р.Ә.Шәкиров (БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған), ҡаланың Почетлы гражданы С.F.Хәсәнов, учреждение, ойошма, предприятие етәкселәренең урындары түрҙә булды.

Әйткәндәй, БДУ-ның Сибай институтын тамамлаусылар Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгендә уңышлы эшләп йөрөй. Был уҡыу йорто әҙерләгән белгестәрҙең күпселеге Урал аръяғы ҡала-райондарының барлыҡ тармаҡтарында хеҙмәт итә. Юғары уҡыу йорто хоҡуҡ һаҡлау органдары, уҡыу йорттары, мәғариф учреждениелары, предприятие, ойошмалар менән тығыҙ бәйләнеш тота. Һабантуйҙа институт менән хеҙмәттәшлек иткән барлыҡ тармаҡ етәкселәренә лә директор Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров, Сибай театр-концерт студияһы артистары Зәлиә Нурлы, Фаил Йортбәков, «Тархан» төркөмө, институттың «Ете ырыу», «Сармат», «Арҡайым», «Нуғай» халыҡ бейеүҙәре, «Эдельвейс» ансамблдәренең сығыштары һәр кемгә байрам кәйефе өҫтәне.

Ниндәй һабантуй милли көрәшһеҙ булһын инде! Бил бирмәҫ батыр исеменә ҡаланың барлыҡ уҡыу йорттарынан егеттәр көс һынашһа, шахмат, шашка ярышында, көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, ҡолғаға үрмәләү, арҡан тартышыу бәйгеләрендә, волейбол, баскетбол, дартцта, гер күтәреү, эстафетала барыһы ла ихлас ҡатнашты. Кескәйҙәр өсөн дә төрлө уйындар ойошторолдо. Һабантуйҙың төп бүләген—һарыҡты физкультура һәм спорт бүлегененең өсөнсө курс студенты Fәзиз Бикҡолов көрәштә яулап алды. Ошондай уҡ «тере» бүләккә Сибай педагогия колледжының беренсе курс студенты Марсель Ибәтуллин иң ауыр герҙы күтәргән өсөн лайыҡ булды.

Йыйында ҡатнашыусылар ҡаланың уҡыу йорттары, мәҙәниәт усаҡтары ҡорған тирмәләрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдырған тирмәләрҙең йорт-ҡаралтыларын, биҙәлешен А.С.Fәйнуллина етәкселегендәге комиссия баһаланы. Табын ырыуы ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған педагогия факультеты гран-при яуланы. Тәбиғи-математика факультеты тирмәһе беренсе урынға сыҡһа, икенсе урынды юридик, иҡтисад, технология факультеттары бүлеште. Өсөнсө урында китапхана, профком, уҡыу-методик һәм өҫтәмә белем биреү бүлектәре ҡуйған тирмәләр билдәләнде.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған һынлы сәнғәт, ҡул эштәре конкурсында Башҡорт балалар художество мәктәбе гран-приға лайыҡ булды. Шәхси эшҡыуарҙың ярым аҫылташтарҙан яһаған ҡул эштәре, «Һылыуҡай» студияһы ҡыҙҙары мәрйендән теҙгән ҡашмау, түшелдеректәр ҙә юғары баһаланды.

Һабантуй тураһында халыҡ фекере менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире:

—Сибай, Баймаҡ тарафтарына һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләбеҙ. БДУ-ның Сибай институты ойошторған һабантуй—үҙенә күрә бер оло йыйын. Бында рухташтар осраша. Беҙ, матбуғат саралары вәкилдәре, был уҡыу йортоноң эшмәкәрлеген, яңылыҡтарын халыҡҡа еткереп барырға тейешбеҙ. Республикабыҙҙың башҡа бер уҡыу йорто ла бындай сара уҙғармай. Зиннур Fөбәйҙулла улының дәрте-дарманына хайран ҡалырлыҡ. Киләсәктә лә шулай янып эшләргә яҙһын уға!

Рәшиҙә Солтанова:

—Беҙ йыл һайын бында килеп, тирмәләрҙе байҡап, спорт ярыштарын ҡыҙыҡһынып ҡарап ҡайтабыҙ. Студенттар өсөн тип ойошторолһа ла бында һәр кем өсөн шөғөл табыла. Йәштәрҙең сағыу сығыштарын ҡарауҙан, артистарҙың моңло йырҙарын тыңлауҙан ҙур кинәнес алабыҙ. Тәбиғәт шау сәскәгә күмелгән мәлдә кешеләргә кәйеф өҫтәүсе ошондай байрам ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Рәхәтләнеп ял иттек.

Һүрәттәрҙә: һабантуйҙан күренештәр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap