Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
08.06.2015
Ололарҙың тормошона ҡот өҫтәй
Untitled document

Баймаҡ районының Үҙән ауылында тыуып үҫкән Миңзиә Мөҙәрис ҡыҙы Баймөхәмәтова «Йылайыр» совхозының иген келәтендә мөдир булып эшләгән әсәһе Маһинур Фәйзуллинаның эш урынынан ҡайтышмай. Әсәһенең яуаплы, ауыр хеҙмәттә булыуын күргәнгәме, уҡырға ҡарар итеп, бухгалтер һөнәрен үҙ-ләштерә. Иҫәп-хисапҡа оҫта ҡыҙ хужалыҡта оҙаҡ ултыра алмай, Фуат исемле егеткә кейәүгә сыға һәм йәш ғаилә Сибай ҡалаһына килеп төпләнә. Таусылар ҡалаһының китапханаларының береһендә 27 йыл эшләгәндән һуң, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, социаль хеҙмәткәр булып китә. Бына 8 йыл инде ул ныҡлы түҙемлек, сабырлыҡ, ихтыяр көсө талап иткән эшенә тоғро. Әлеге көндә ул 11 оло йәштәге кешене баға, шу- ларҙың унауһы инвалид булыуын иҫәпкә алһаҡ, эшенең ни тиклем ҡатмарлы булыуын аңлайһың.

—Ололарҙың ыңғайына торорға тырышам, үтенестәрен тыңлайым, түләүҙәрен түләйем, аҙыҡ-түлек алып киләм, өйҙәрен йыйыштырам, кәрәк ерҙәренә алып йөрөйөм—шундай мәшәҡәттәр менән көн артынан көн үтә,—ти Миңзиә Мөҙәрис ҡыҙы.—Улар бер нәмәгә лә мохтаж түгел, һыуытҡыстары тулы ризыҡ, өҫтәре бөтөн. Барыһына ла йән аҙығы булған йылы һүҙ, яҡшы мөнәсәбәт кенә кәрәк. Мине һәр ҡайһыһы көтә, саҡ ҡына һуңлаһам, эҙләй башлайҙар.

Ҡаланың Ветерандар урамында йәшәүсе Хөсниямал инәй Йәнбирҙинаға 85 йәш булһа, ейәнсәре Айгөл Мостафина 32 йәштә. Икеһе лә икенсе төркөм инвалидтары. «Ейәнсәремде 5 йәшенән үҙем үҫтерҙем. Миңзиә булмаһа, ҡайһылай итер инек. Бар йомошомдо үтәй, шул тиклем ипле, кәйефтәрҙе күтәреп иртәнсәктән йылмайып килеп инә лә донъябыҙҙы ҡотайтып сығып китә. Рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Яңғыҙҙарҙы, ярҙамға мохтаждарҙы ҡурсалаусы хеҙмәт ойоштороусыларға ла рәхмәт»,—ти оло йәштәге инәй.

Миңзиә Мөҙәрис ҡыҙы тынғыһыҙ хеҙмәтенән тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгендә ойошторолған барлыҡ мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Алтын ҡасабаһындағы үҙ өйөндә лә эше етерлек. Өфөлә йәшәүсе өлкән улы Булат өйләнгән, ата-әсәһенә ейән бүләк иткәндәр. Кинйәләре Азиз Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡый, әсәһенә оҡшап, 80 йәшлек өләсәһен ҡарап, Урғаҙа ауылында йәшәй.

Мәҙинә Мансурова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap