Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
08.06.2015
Күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты
Untitled document

Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә балалар баҡсаларының етешмәүе етди мәсьәлә булып тора. Йылайыр районының Һабыр ауылы халҡы, балалар баҡсаһының иҫке һәм бәләкәй бинала урынлашыуы һәм һуңғы йылдарҙа балалар һаны артыуға бәйле, мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн яңы учреждение төҙөү мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорап үҙҙәренең арҙаҡлы ауылдашы—билдәле яҙыусы, «Атайсал» төбәк гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡовҡа мөрәжәғәт иткәйне. Хәйҙәр Ниғәмәт улы, үҙ сиратында, был күптән инде өлгөрөп еткән мәсьәләне 2012 йылдың авгусында журналист Шамил Кучуковтың «Ауылыма ҡайтам» телетапшырыуында һәм район хакимиәте етәкселеге алдында күтәреп сыҡты.

Шулай итеп, 2014 йылдың февралендә реконструкция үткәрелгән ҙур бина сафҡа инде. Хәҙер иркен, яҡты һәм йылы «Ләйсән» балалар баҡсаһына кескәйҙәребеҙ ҙур теләк менән йөрөй.

Һабырҙа шундай заманса балалар баҡсаһының төҙөлөүендә, һис шикһеҙ, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллиндың роле ҙур. Ул үҙе төҙөлөштөң уртаһында булды, килеп тыуған һәр мәсьәләне контролдә тотто. Бина әҙер булғас, уны йыһазландырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Ауыл хакимиәте башлығы Фәндиҙә Fәлимйән ҡыҙы Ҡоҙашеваның хәстәрлеге, тырышлығы хаҡында айырым әйтеп үтергә кәрәк. Ул төҙөлөштөң башынан алып аҙағынаса талымһыҙ ярҙам күрһәтте, килеп тыуған проблемаларҙы тиҙ арала хәл итергә булышты.

Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында байтаҡ уңыштар яуланыҡ. Мәҫәлән, Вилнур Таһиров, Азамат Дилмөхәмәтов, Илфар Солтановтар район һәм республика конкурстарында еңеү яуланы. Бында кескәйҙәр өсөн бик ҡыҙыҡлы дәрестәр, иртәлектәр үткәрелә. Башҡорт халыҡ йолаларына тоғро ҡалып, «Һабантуй», «Кәкүк сәйе», «Ҡарға бутҡаһы» кеүек байрамдар ойошторола. Fөмүмән, «Ләйсән» балалар баҡсаһы гөрләп эшләп тора.

Мөмкинселектән файҙаланып, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллинға, ауыл хакимиәте башлығы Фәндиҙә Fәлимйән ҡыҙы Ҡоҙашеваға һәм «Атайсал» гәзите мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡовҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Р.С.Солтанова,

«Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap