Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
08.06.2015
Изге ергә сәфәр ҡылдыҡ
Untitled document

Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһында «XXI быуатта кешене рухи һәм физик яҡтан сәләмәтләндереү: традициялар һәм новациялар» исемле фәнни-ғәмәли конференция үтте. Ул башҡорт халҡының рухи етәкселәре—теолог-суфыйҙар, мәғрифәтселәр һәм халыҡ имселәре Зәйнулла ишан Рәсүлев, Fәбделкәрим ишан Ҡорбанғәлиев, Fәли Соҡорой, Fәрифулла хәҙрәт Кейеков, Fабдулла Сәйеди, Сабир хәҙрәт, Fатаулла хәҙрәт Әбделмаликов, Әбйәлил ишан, Байыш ишан, Йәғәфәр ишан, Мөжәүир хәҙрәт, Шәмиғулла хәлфә һәм башҡа әүлиәләр рухына бағышланды.

Сарала төп тема булып халҡыбыҙҙың рухи донъяһында дини ҡиммәттәрҙең тотҡан роле торҙо. Фекер алышыу «түңәрәк өҫтәл» рәүешендә барҙы. БДУ-ның Учалы филиалы директоры З.Н.Рәхмәтуллина билдәләп үтеүенсә, башҡорт халҡының рухи хазинаһы бик бай, быны беҙҙең мәғрифәтсе әүлиәләребеҙҙең күп булыуы ла раҫлай.

Конференцияла Учалы, Баймаҡ, Арғаяш, Өфө ҡалаларынан дин әһелдәре ҡатнашты. Сибай ҡалаһынан өс вәкил булды: Башҡортостан Республикаһы Төбәк тикшеренеүҙәр институтынан Ф.М.Сөләймәнов, Сибай гимназия-интернатынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ә.Р.Алдырханова-Кәримова, сәнғәт колледжынан математика уҡытыусыһы З.F.Шәрипова. Конференцияла бик файҙалы һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар булды. Ф.М.Сөләймәнов үҙенең сығышында Мөжәүир хәҙрәттең шәжәрәһен өйрәнеүе тураһында һөйләне. Мөжәүир Уйылдан улы Сиражетдинов 1882 йылда Бәхтигәрәй (Манһыр) ауылында тыуған. Быға тиклемге яҙыуҙарҙа 1875 йыл күрһәтелә ине. Репрессияға эләккәндә, хөкөмдө йомшартыу йәһәтенән йәшен өҫтәп яҙғандарҙыр, тип фаразлай тарихсы. Яҙыусы Лира Яҡшыбаева «Зәйнулла ишан хаҡында уйланыуҙар» тип аталған сығышында күренекле халыҡ руханийы, ғилем эйәһе, атаҡлы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусы Зәйнулла ишандың йәшәйешен өйрәнеүе тураһында һөйләне. Халыҡ имсеһе, яҡташыбыҙ Моратова Фатима апай халыҡ медицинаһы тураһында сығыш яһап, бер нисә ауырыуҙы дауалау буйынса алымдарын күрһәтте. Философия фәндәре докторҙары У.С.Вилданов, Г.Б.Вилданова кешенең йән ауырыуҙарының килеп сығыу сәбәптәрен тикшергән. Тәндәге ауырыуҙы диндән айырып дауалауҙың файҙа килтермәүе хаҡында әйтеп үтте улар.

Артабан учалылар ҡунаҡтарҙы «Зәйнулла ишан» мәсетенә төшкө намаҙға саҡырҙы. Бында ҡорбан салынып, аш әҙерләнгән ине.

Учалы районының Әүәҙ ауылы эргәһендә үҙенсәлекле шишмә бар. Ул йыл һайын май айында ғына урғылып килеп сыға ла, шунан ҡорой. Уны Әүлиә шишмәһе тип атайҙар. Төштән һуң беҙҙе шул изге шишмәгә алып барҙылар. Шишмә буйы бик ҡараулы, килеүселәр шифалы һыуҙан ауыҙ итәләр, үҙҙәре менән дә алып ҡайталар. Шишмә Әүәҙ тауының итәгенән ағып сыға, ә тауҙың башында боронғо әүлиә зыяраты бар. Мөхәммәт Рамаҙан Алауши шәйех Нәжмитдин Әлиәкбәр исемле әүлиәнең ҡәберендәге ташты Зәйнулла ишан ҡушыуы буйынса ҡуйғандар. Зыярат эргәһендә әүлиәнең рухына арнап аяттар уҡыныҡ. Еребеҙгә, илебеҙгә, халҡыбыҙға именлек, һаулыҡ теләнек. Теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын.

Зилидә Шәрипова.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap