Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
19.06.2015
Рәсәй көнө менән, ватандаштар!
Untitled document

1990 йылдың 12 июнендә, теүәл сирек быуат элек, илебеҙгә яңырыу нигеҙҙәре һалған тарихи документ—Рәсәй Федерацияһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителде. Һәм шул мәлдән был көн Рәсәйҙә иң оло байрамдарҙың береһе булып иҫәпләнә.

Демократия һәм баҙар иҡтисады мөнәсәбәттәре принциптарына нигеҙләнгән дәүләтте булдырыу еңелдән булманы. Әммә йылдан-йыл иҡтисадтағы процестар һәм йәмғиәт үҫеше тотороҡлана барҙы, халыҡтың тормошо яҡшырҙы. Рәсәй йәмғиәтенең киләсәген тәьмин итеү өсөн күп милләтле халҡыбыҙҙың тығыҙ консолидацияһы мотлаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, сибайҙар үҙ энергияһы, яуаплылығы һәм маҡсатҡа ынтылышы менән тыуған илебеҙ үҫешенә тос өлөш индерә. Рәсәй көнө—ысын патриоттар, үҙ иленең киләсәген яҡты итеп күргәндәрҙең, бының өсөн үҙе лә ныҡлы тырышҡан кешеләрҙең байрамы.

Был көндө барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләйем! Тыуған илебеҙ күге һәр ваҡыт аяҙ, яҡты булһын, уңыштар һәм далан юлдаш булһын!

Х.Х.Сөләймәнов,

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Хөрмәтле яҡташтар!

Бынан теүәл сирек быуат элек, 1990 йылдың 12 июнендә, Рәсәй тарихи үҫешенең яңы этабына аяҡ баҫты һәм суверенитет, гражданлыҡ азатлығы, закон өҫтөнлөк иткән заманса Рәсәй дәүләте иҫәбенең йылъяҙмаһы барлыҡҡа килде.

Рәсәйҙең быуаттар дауамындағы тарихы күп милләтле ҡеүәтле дәүләт булдырыу, баҫҡынсыларға ҡаршы көрәштәрҙә үҙаллылыҡ яулау, ҙур юғалтыуҙар, хәрби һәм хеҙмәт еңеүҙәрен үҙ эсенә ала.

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Иң ҙур байлығыбыҙ—көслө һәм талантлы халҡыбыҙ. Рәсәй көнөн дөйөм ҡиммәттәрҙе, үткән быуындар иҫтәлектәрен ихтирам иткән, үҙ иле менән ғорурланған, уны яратҡан, хеҙмәт итергә теләгән кешеләрҙең барыһы ла билдәләй.

Барығыҙға ла сәләмәтлек һәм именлек теләйем! Һәр яңы көн һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә шатлыҡ алып килһен! Байрам менән, ҡәҙерле яҡташтар! Рәсәй көнө менән!

Н.А.Тажетдинов,

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты,

«Строймеханизация» йәмғиәтенең генераль директоры.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap