Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
19.06.2015
Тыуған яғым һабантуйы күңелдәргә ҡанат ҡуйҙы!
Untitled document

Донъя мәшәҡәттәренә бәйле байтаҡ йылдар иң яратҡан байрамымда—һабантуйҙа ҡатнаша алмай йөрөгәндән һуң, ниһайәт, тыуған яғым Йылайыр районында быйылғы һабантуйҙы күреү форсаты тейҙе. Шөкөр, туралатып барыр туғандарыбыҙ ҙа, дуҫ-иштәребеҙ ҙә етерлек ул яҡтарҙа!

Афарин, йылайырҙар! Байрамға бик матур һәм етди әҙерләнгәндәр. Һабантуй район халҡының йәшәйешен бар яҡлап та сағылдырҙы. Һәр хәлдә миңә шулай тойолдо. Ойоштороусылар Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын, Әҙәбиәт йылын да күҙ уңынан ысҡындырмаған: һуғыш йылдарын бәйән иткән театрлаштырылған күренештәр, шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе, тирмәләр янында ойошторолған стендтар шул хаҡта һөйләй ине. Әйткәндәй, районда исем-шәрифтәре билдәле булған ҡәләм тирбәтеүселәр Эльмира Рәмова, Fәлиә Күлбаева, Зөлфиә Fүмәровалар үҙҙәрен ысын шағирәләр итеп күрһәтте.

Һабантуй байрамына баш ҡаланан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Николаевич Мелкоедов һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар килгәйне. Район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләп, ялан батырҙарына, етештереү өлкәһе алдынғыларына дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Һабантуй ҡото—ат сабышы. Юртаҡтар бәйгеһе иң сағыу һәм халыҡты иң ҡыҙыҡһындырған тамаша булғандыр, моғайын. Сабышта һомғол буйлы һылыу ҡыҙ—Снежана Таймасова бар бәйгеселәрҙең дә танауҙарына сиртте һәм үҙенең саптарында беренсе булып финиш һыҙығын үтте. Әйткәндәй, юртаҡтар бәйгеһендә лә Таймасов фамилиялы егет үҙ нәҫеленең намыҫын ышаныслы аҡланы.

Урмансылар мотобысҡы менән ағасты таһыллы йығып, уны тиҙ һәм дөрөҫ ботау, башҡа төр урмансы һәләтен күрһәтеү буйынса ярышты. Был конкурста Йылайыр урмансылары барыһы ла берҙәй оҫта һәм оһолло булыуҙарын иҫбатланы.

Быйылғы һабантуйҙа Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенән килгән көрәшселәр бил бирмәне һәм көрәш майҙанындағы барса тәкәләрҙе лә улар яуланы! Афарин, ҡәнзәфәрҙәр!

Ҡолғаға үрмәләү, тоҡ менән йүгереү, һикереү, горизонталь ҡолға буйлап йөрөү, ҡатыҡлы ҡаҙанға баш тығып, ауыҙ менән тәңкә эҙләү һәм башҡа ҡыҙыҡлы халыҡ уйындарын да ҡарап кинәнергә була ине.

Ә ялан сәхнәһе үҙ янына йыр-моң һөйөүселәрҙе йыйҙы. Әйткәндәй, Юлдыбайҙың 80-се һөнәрселек лицейы егеттәре һәм ҡыҙҙары дәртле күмәк бейеүҙәре менән иғтибарҙы йәлеп итте.

Һабантуйҙағы тағы бер үҙенсәлекле күренеште лә яҙып үтмәйенсә булмай: Һабыр ауылынан педагогия хеҙмәте ветераны Мәүлиҙә Әхмәт ҡыҙы Таһирова был көндө ысын фито-бар ойошторған ине. Үҙ көсө менән йыйған әллә күпме үләндәрҙән сәй һәм башҡа эсемлектәр әҙерләп, уларҙы бушлай тәҡдим итеп тороуы оло маҡтауға лайыҡ. Теләге булғандар ошонда уҡ еләк ҡағы, киптерелгән емештәр, имән, йүкә, ҡайын миндектәре лә алып ҡыуанды.

Бына шундай матур байрамдан күңелдәребеҙгә йыл дауа-мына етмәле дәрт, илһам алып ҡайттыҡ.

Мотал Рәмов.

Һүрәттәрҙә: ҡунаҡтарҙы ҡаршылау мәле;

милли көрәштә еңеүсе Йылайыр батырҙары.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap