Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
19.06.2015
Хәйбулланың даны—эшһөйәр халҡы
Untitled document

Урал аръяғы төбәгендә беренселәрҙән булып һабан эштәрен тамамлаған Хәйбулла халҡы быйылғы һабантуйҙы райондың 85 йыллығына бағышланы. Район хеҙмәтсәндәренең байрам шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, «Урал аръяғы АГРО» МТС-ының генераль директоры Флүр Сәмиғуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, төбәктән сыҡҡан билдәле шәхестәр, яҙыусылар килде.

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Ҡунаҡтар исеменән хәйбуллаларҙы «Башҡортостан энциклопедияһы» нәшриәтенең генераль директоры Уйылдан Сәйетов тәбрикләне.

—Тыуған яғыбыҙ—Хәйбулла матур, ҡыҙыҡлы, республикала билдәле район, көслө һәм ныҡлы кешеләрҙең тыуған төйәге. Тарихы бик бай, далаһы ла, урманы ла бар. Һуңғы йылдарҙа тау сәнәғәтенең ныҡлы үҫеше дөйөм район иҡтисадына ыңғай йоғонто яһай. Ауыл хужалығы, сәнәғәт артабан да хәйбуллаларҙың төп һыҙаты булып ҡалһын, тип теләйем һәм шулай булырына ышанам,—тине ул.

Район хакимиәте башлығы Рәил Хазморат улы Ибраһимов хужалыҡтарҙың социаль-иҡтисади хәленә байҡау яһаны, яҙғы баҫыу эштәре хаҡында һөйләне. Ҡаҙаныштар күп. Малсылыҡ тармағы ла үҫешә. Һыйыр малдары, йылҡы һаны тотороҡло арта, һарыҡсылыҡ тергеҙелә, быға шәхси хужалыҡтар ҙа ҙур өлөш индерә. Умартасылыҡ тармағында ла ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ.

Хакимиәт башлығы яҙғы баҫыу эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне. «Ялан батыры-2015» маҡтаулы исеменә быйыл Н.В.Власенко крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Игорь Марченко лайыҡ булды. Башҡа һөнәр эйәләре лә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Тантанала шулай уҡ 13 йәш ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырылды.

Һабантуйҙың ялан батырҙарын тәбрикләү өлөшө тамамланғандан һуң төрлө спорт ярыштары, халыҡ уйындары башланып китте. Майҙанда теҙелеп киткән тирмәләрҙә халыҡ байрам итте, күңел асты. Ҡунаҡтар милли көрәште, ат сабышын, спорт ярыштарын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Хәйбуллалар халыҡ йыйынында быйыл беренсе тапҡыр коляскалар һәм мейесселәр конкурстары ойоштороп, сараға үҙенсәлек өҫтәне. Шулай уҡ парашютистар шоуы ла көтөлмәгән яңылыҡ булды. Һабантуй уҙған «Уңыш» стадионының буйынан-буйына һуҙылған 60 метрлыҡ «Тыуған район йылъяҙмаһы» баннеры фотоларында төбәктең бай тарихы сағылыш тапҡан ине.

Fөмүмән, сәсеү тамамланғандан һуң ауыл эшсәндәре бер аҙ күңел асып, ял итеп ҡалды. Тик был оҙаҡҡа түгел: районда мал аҙығы әҙерләү башланып тора. Әлеге көндә ауыл хужалыҡтары эшселәре бесәнгә төштө, сенаж һалыуға ла тотондо.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap