Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Эшсе һөнәрҙәр һәр ерҙә кәрәк
Untitled document

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы—ҡалала һәм республикала эшсе һөнәрҙәр әҙерләү буйынса иң ҙур уҡыу йорто һанала. 60 йыл дәүерендә колледжда тиҫтәләгән мең кеше эшсе һөнәрен үҙләштергән. Уларҙың күбеһе бөгөнгө көндә төбәктә һәм илдә барған алдынғы төҙөлөштәрҙә уңышлы эшләп йөрөй. «Перспектива» уҡыу үҙәге йыл һайын меңдән ашыу эшсе кадрҙар әҙерләп сығарып тора.

Әлеге ваҡытта күп профилле уҡыу йорто төҙөүсе һөнәрҙәргә генә уҡытмай, ә башҡа өлкәләрҙә эшләрҙәй специальностар буйынса ла белем бирә: транспорт, дөйөм туҡланыу, еңел сәнәғәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм хеҙмәтләндереү. Колледж студенттарҙың киләсәген хәстәрләп, ҡаланың эре предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә. Улар араһында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, «Башмедь», «Башсантехмонтаж», «Оптима-С», «СибайУрманПром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «Строймеханизация» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бар. 2012 йылда «Горстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, партнерҙар булараҡ, төбәктең иҡтисади тармағын үҫтереүгә юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса инновацион конкурста ҡатнашып, еңеү яулауға булышлыҡ иткән. Конкурс һөҙөмтәһендә алынған 12 миллион һумлыҡ грант колледждың матди-техник базаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Биш корпустан торған колледж базаһы заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Студенттарға уҡыу һәм йәшәү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған: компьютер кластары, Интернет бәйләнеше, кабинеттарҙа һәм оҫтаханаларҙа яңы уҡыу ҡорамалдары, иркен спорт комплексы, 120 урынға иҫәпләнгән ашхана, 360 урынлыҡ ятаҡ, музей, китапхана, хореография залы, медицина кабинеты, конференц-зал, еңел һәм йөк автомобилдәренән торған уҡыу автопаркы.

Уҡырға алыу психологик тест һәм әңгәмә һөҙөмтәһендә ойошторола. Студенттар бер юлы ике һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә, береһен—бюджет бүлегендә, икенсеһен килешеү буйынса түләүле нигеҙҙә. Студенттарҙың барыһын да бушлай ашатыу ҡаралған. Ситтән килгәндәргә ятаҡтан урын бирелә. Етемдәргә социаль ярҙам күрһәтелә.

Илдә эшсе һөнәрҙәр ҙур һорау менән ҡулланған заманда йәштәрҙе Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжына уҡырға килергә саҡырабыҙ. Бында тейешле белем, кәрәкле һөнәр алһағыҙ, тормошта үҙ урынығыҙҙы табыу ҡыйын булмаҫ.

Альбина ҠОҘАШЕВА әҙерләне.

Һүрәттә: студенттар

дәрес мәлендә.

Колледж базаһындағы «Перспектива» уҡыу үҙәге түбәндәге өҫтәмә специальностар буйынса кадрҙар әҙерләй: яҡтылыҡ һәм яҡтылыҡ селтәрҙәре буйынса электр монтажлаусы, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы, парикмахер, «В» категориялы водитель, кейем бесеүсе, ЭВМ операторы, 1С бухгалтерия: предприятие 8.0., стропальщик, сауҙа залы кассиры, ташсы, штукатур, официант һ.б.

Уҡыу үҙәге төркөм менән, индивидуаль рәүештә һәм көндөҙгө-дистанцион уҡыу формаларын тәҡдим итә. Ситтән килгәндәргә ятаҡтан урын бирелә.

Уҡыу 3 йүнәлештә алып барыла:

1. Һөнәри әҙерлек. Тәүге тапҡыр һөнәр алыусы граждандар ҡабул ителә.

2. Яңынан әҙерләү. Һөнәре булып та, икенсе һөнәр үҙләштерергә теләүселәр уҡытыла.

3. Квалификация күтәреү. Һөнәре буйынса эшләп йөрөгән һәм һөнәри квалификацияһын күтәрергә теләүселәр ҡабул ителә.

Уҡыуҙар киске ваҡытта үткәрелә. Уҡыу ваҡыты уҡыу планы һәм программаһына ярашлы билдәләнә.

2015-2016 уҡыу йылына колледж түбәндәге һөнәрҙәр буйынса

ҡабул итә

9-сы кластан һуң бюджет нигеҙендәге көндөҙгө бүлек:

Уҡыу ваҡыты—3 йыл да 10 ай.

1. Дөйөм туҡланыу продукцияһы технологияһы

Уҡыу ваҡыты—2 йыл да 5 ай.

2. Дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры.

3. Биҙәү-төҙөлөш эштәре мастеры.

4. Электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү электромонтеры.

5. Иретеп йәбештереүсе.

6. Мебель эшләү мастеры.

11-се кластан һуң бюджет нигеҙендәге көндөҙгө бүлек:

Уҡыу ваҡыты—10 ай.

7. Дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры.

8. Электр селтәрен һәм электр ҡорамалдарын монтажлаусы.

9. Ашнаҡсы. Кондитер.

10. Автомеханик.

11. Иретеп йәбештереүсе (электр һәм газ менән иретеп йәбештереү эштәре).

Уҡыу ваҡыты—1 йыл да 10 ай.

12. Ҡунаҡхана сервисы (уҡыу—килешеү нигеҙендә көндөҙгө формала)

Ҡабул итеү документтары: ғариза, белем тураһында документ (аттестат), 086/у формаһындағы медицина белешмәһе, амбулатор йәки медицина картаһы, ҡыҙҙарға—3х4 см ҙурлыҡ 6 фотоһүрәт, егет-тәргә—3х4 см үлсәмендәге 8 һәм 5х6 см ҙурлыҡ 2 фотоһүрәт, уҡыу урынынан характеристика, паспорт күсермәһе.

Етемдәргә (өҫтәлмә рәүештә) балалар йортонан йүнәлтмә һәм башҡа документтар кәрәк буласаҡ.

Реклама хоҡуғында.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap