Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
23.06.2015
Намыҫлы эше еңеү килтерҙе
Untitled document

Гөлдәр Ҡадаева

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы 2-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Юлай ҡыҙы Мәмбәтова өсөн 2014-2015 уҡыу йылы иң уңышлы осорҙарҙың береһе булды. Педагог үҙ фәне буйынса республиканың иң яҡшы уҡытыусыһы булып танылды.

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсында муниципаль этапта еңгән 100-ҙән ашыу педагог көс һынашты. Уҡытыусылар тәжрибә менән генә уртаҡлашып ҡалманы, ят класта асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре уҙғарып, уларға анализ яһаны. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, «Киләсәк мәктәбе. Мәктәптең киләсәге» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарҙы. Бындай сарала ҡатнашыу хоҡуғына эйә булыу үҙе бер мәртәбә булһа, унда еңеп сығыу төбәк мәғарифын бер баҫҡысҡа юғары күтәрҙе.

Гөлнара Юлай ҡыҙы үҙе белем алған туған мәктәбендә эшләүе менән бәхетле. 1993 йылда Өфө музыка училищеһын тамамлап, балаларҙы йыр-моң серҙәренә төшөндөрә башлай. БДУ-ның филология факультетында ситтән тороп белем алған ҡыҙ мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүгә күсә. Остазы Ә.Х.Ибраһимова менән бер коллективта эшләүенә һөйөнөп бөтә алмай.

Гөлнара Мәмбәтова бәйгегә сыҡҡанда уҡ еңеүгә ынтыла. 2005 йылда ошондай уҡ конкурста ҡатнашып, сирҡаныс алған мөғәллимә ҡайҙа, нисек эшләгәндә маҡсатҡа ирешеп булғанды яҡшы аңлап эш итә. Коллегаларынан тупланған ижади төркөмөнөң көслө булыуы уға ышаныс өҫтәй.

—Быйылғы бәйгенең яңылығы—ситтән тороп ҡатнашҡан этапта эссе яҙыу һәм сайт булдырыуҙан ғибәрәт ине. Эссе яҙыуы ауыр булманы, ә бына сайт төҙөшөргә уҡыусыларым ярҙам итте. Өфөлә ят класта «А.Блок. Куликов яуында» темаһына дәрес бирҙем. Интернеттан алынған әҙер дәрес менән балаларҙы ҡыҙыҡтырып булмағанды яҡшы аңлағанлыҡтан, эш барышында барыһын да уйлап сығарырға тура килде,—ти уҡытыусы.

Заманса белем биреү темаһына фекер алышҡанда башҡа конкурсанттар ул әйтергә теләгән барлыҡ фекерҙәрҙе әйтеп бөтә. Гөлнара Юлай ҡыҙына сират еткәндә ул В.Распутиндың «Бөтә таланттар, рухи ҡиммәттәр ауылда тыуа» тигән фекерен хәтеренә төшөрөп, шуны әйтеп, ауыл мәктәптәренә киләсәктә иғтибарҙы кәметмәҫкә, киреһенсә, уларҙы күтәрергә саҡыра. Ошонда уның яҙмышы хәл ителә лә инде. Райондың КВН хәрәкәтендә әүҙем булыуы, музыкаль белеме, тәжрибәһе, ижади төркөмөнөң мобиль булыуы уҡытыусыны еңеүгә илтә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Әлфис Fаязов ҡулынан еңеүсе дипломы, бәйге һыны һәм «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһен алғанда Гөлнара Мәмбәтова ҙур эште намыҫлы атҡарып сығыуына төшөнә.

«Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы—2015» республика бәйгеһе еңеүсеһен уҡыусылары аяғүрә баҫып ҡаршы ала. Был иғтибарҙы уҡытыусы эшенә оло баһа тип ҡабул итә.

Гел ир-егеттәрҙән торған ғаиләһе лә уның уңыштарына һөйөнөп бөтә алмай. Аҡъярҙың 1-се мәктәбендә физкультуранан уҡытҡан ире Fирфан Fилман улы менән улар Йәнтеш ауылында «Аҡсарлаҡ» лагерында таныша. 18 йыл бергә йәшәгән Мәмбәтовтар ғаиләһендә 3 ул тәрбиәләнә: өлкән улдары Азамат 11 класты тамамлап, оло тормошҡа аяҡ баҫырға тора. Уртансы улдары Fәлимйән 7 класты тамамлаған. Тырыш малай Айнур Асҡаровтың «Еңмеш» кинофильмында төп ролде уйнап, популярлыҡ яуларға ла өлгөргән. Кинйәләре Рамаҙанға әлегә 4 кенә йәш.

«Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемде яулап, Гөлнара Юлай ҡыҙы Мәмбәтова кеше булдыра алмаҫтай нәмә юҡлығын, Олимп үрҙәрен ауыл мәктәбенең ябай уҡытыусыһы ла яулай алыуын иҫбатланы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap