Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Күп тармаҡлы колледж бик күп һөнәрҙәр бирә
Untitled document

Лундеж Хәлит улы Байморатов етәкселегендәге Сибай күп тармаҡлы колледжы тау белгестәрен әҙерләү менән бер рәттән йәштәргә башҡа бик күп йүнәлештәр буйынса ла белем бирә. Бында «Автомобиль транспортын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү», «Электр һәм электромеханик ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү һәм техник эксплуатациялау», «Биналарҙы һәм ҡорамалдарҙы эксплуатациалау һәм төҙөү» һәм башҡа бихисап специальностар буйынса белгестәр әҙерләнә. Шулай уҡ колледжда ситтән тороп уҡыу бүлектәре лә бар. Төп һөнәри белемде камиллаштырыу курстары, коммерция төркөмдәре лә уңышлы эшләй. Халыҡ мәшғүллеге үҙәге менән килешеү нигеҙендә ваҡытлыса эшһеҙ ҡалған граждандарҙы яңы һөнәргә өйрәтеү һәм уҡытыу ҡаралған. Уҡыу баршында студенттар «Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы», «Сибай электр селтәрҙәре» производство бүлеге, «Башкирэнерго», «Башҡорт шахта үтеү идаралығы», «Башҡорт баҡыры», «Строймеханизация» йәмғиәттәре, «Артель» халыҡ кәсептәре уҡыу-производство предприятиеһы, «Йәшмә» оҫтаханаһы һәм башҡа ойошмаларҙа практика үтә, тәжрибә туплай. Һуңынан йәштәрҙең атап әйтелгән предприятиеларға эшкә урынлашыу ихтималлығы бик ҙур. Ҡыҫҡаһы, Сибай күп тармаҡлы колледжы хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән ҡулланған һәм төбәгебеҙ өсөн кәрәкле булған һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләй. Тимәк, бында уҡып сыҡҡан егет һәм ҡыҙҙар бер ваҡытта ла эшһеҙ булмаясаҡ.

Колледж ситтән килгән студенттарҙы биш ҡатлы, йылы һәм яҡты ятаҡ менән тәьмин итә. Ятаҡта Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән һәм Ейәнсура райондарынан килгән студенттар йәшәй. Бында улар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Һәр секцияла аш бүлмәһе, йыуыныу урындары булдырылған. Спорт, теннис, телевизор ҡарау, китап уҡыу бүлмәләре эшләй. Йәштәрҙең тормошон йәнләндереү өсөн театрға, филармонияға, кино-театрға экскурсиялар, төрлө конкурстар, ярыштар ойошторола. Шулай уҡ колледж студенттары ҡала һәм республика кимәлендә ойошторолған хәрби-патриотик йыйындарҙа, спорт ярыштарында даими ҡатнашып тора.

Уҡыу йорто етәкселеге социаль ярҙамға мохтаж студенттарға ҙур иғтибар бүлә. Уларҙы шифаханаларҙа бушлай ял иттереү, йәйге лагерҙарға эшкә урынлаштырыу ҡаралған.

Колледж түбәндәге специальностар буйынса ҡабул итә:

Бюджет нигеҙендә

(9-сы кластан һуң)

Уҡыу ваҡыты—3 йыл да 10 ай

-Ҡул эштәре сәнғәте һәм халыҡ кәсептәре (тәбиғи таштар-ҙы художестволы эшкәртеү, 9 һәм 11 класс нигеҙендә)

-Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ер аҫты эшкәртеү

-Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу

-Автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау

-Бина һәм ҡоролмаларҙы төҙөү һәм эксплуатациялау

-Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү

-Маркшейдер эше

-Иҡтисад һәм бухгалтер иҫә-бе (тармаҡтар буйынса, тәрән әҙерлек менән). Өҫтәлмә 1С: Предприятие 7.7 һәм 8 платформаһы инә.

-Компьютер системаларын программалау

Уҡыу ваҡыты—2 йыл да 10 ай

(11-се кластан һуң)

-Банк эше

Коммерция нигеҙендә

(9-сы кластан һуң)

Уҡыу ваҡыты—2 йыл да 10 ай

-Финанстар (тармаҡ буйынса)

-Һатыу буйынса менеджер

-Идаралыҡты документацион тәьмин итеү һәм архив эше

(11-се кластан һуң)

-Мәғлүмәт системалары (тармаҡ буйынса)

Ситтән тороп уҡыу

Уҡыу ваҡыты—3 йыл да 10 ай

-Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығын ер аҫты эшкәртеүе

-Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу

-Автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонт-лау

-Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе (тармаҡтар буйынса)

-Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү

-Бина һәм ҡоролмаларҙы төҙөү һәм эксплуатациялау

-Маркшейдер эше

-Күтәреү транспорттарын, төҙөлөш, юл машиналарын һәм ҡорамалдарын (тармаҡ буйынса) техник эксплуатациялау.

УҡырFа инеҮ ӨсӨн

кәрәкле документтар:

1. Fариза

2. Шәхесте раҫлаусы документ (паспорт күсермәһе)

3. Белем хаҡында документ (төп нөсхәһе, күсермәһе)

4. Дәүләт йомғаҡлау аттес-тацияһы һөҙөмтәләре хаҡында танытма

5. 3х4 см үлсәмле 6 фотоһүрәт

6. Медицина белешмәһе

Документтар 20 июндән ҡабул ителә башланы.

Белешмәләр өсөн телефондар: 8(34775) 2-30-60, 2-30-68.

Беҙҙең адрес: Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 53.

Электрон почта: SibaiPolitech@bk.ru, сайт: SibaiPolitech.ucoz.ru

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap