Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
06.07.2015
Күл балығы кемдеке?
Untitled document

«В.А.Терешин КФХ-һы мөдире Күлтабан күлендә балыҡ тотоуҙы тыя. Был законға ярашлымы?» Ошо ише һорауҙар һәм ялыуҙар Баймаҡ районы прокуратураһына күпләп килә икән. Ошоно иҫәпкә алып, Баймаҡ районы прокуроры, юстиция советнигы Азат Кәримов гәзит аша халыҡҡа аңлатма бирә:

—2004 йылда «Камуралрыбовод» федераль дәүләт учреждениеһы һәм В.А.Терешин КФХ-һы менән килешеү төҙөлә. Уға ярашлы, В.А.Терешин күлдә тауар-балыҡ үрсетеү хужалығын булдырыу һәм уны файҙаланыу эшен яйға һалырға тейеш. 2006 йылда был килешеү, 2004 йылдың 20 декабрендә ҡабул ителгән 166-сы «Балыҡсылыҡ һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау тураһын- да»ғы Федераль законға ярашлы, 25 йылға (йәғни 2031 йылға тиклем) оҙонайтыла. Бының менән «Камуралрыбвод» учреждениеһы В.Х.Терешинға Күлтабан күлендә балыҡ үрсетеү эшен асыу һәм уны эксплуатациялау хоҡуғын бирҙе.

Юғарыла әйтелгән закондың 1-се статьяһына (үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр менән) ярашлы, балыҡ тотоу һәм ошо йүнәлештә ярыш уҙғарыу—ул шәхси ҡулланылыш һәм рекреацион маҡсатта һыу ресурстарын алыу (тотоу). Ә балыҡтар һыу ресурстары булып тора ла инде. Тауар-балыҡ үрсетеү эше ярым иркен шарттарҙа йәки яһалма мөхиттә һыу биоресурстарын үҫтереүгә, үрсетеүгә һәм киләсәктә уларҙы реализациялауға бәйле.

Әгәр ҙә ул башҡаса Федераль закон менән ҡаралмаған булһа, 2004 йылдың 20 декабрендә ҡабул ителгән 166-сы «Балыҡсылыҡ һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау тураһында»ғы Федераль закондың 24-се статьяһына ярашлы, граждандар дөйөм ҡулланыштағы һыу объекттарынан бушлай балыҡ тота ала. Тик был осраҡта хәлдәр башҡасараҡ.

РФ-ның Граждандар кодексының 209-сы статьяһына ярашлы, милек хужаһы үҙ мөлкәтен тулыһынса ҡулланырға хоҡуҡлы, закон тарафынан тыйылмай икән, үҙе теләгәнсә файҙалана.

В.А.Терешин КФХ-һы мөди-ре тарафынан Күлтабан күлендә үҫтерелгән аквакультура объекттары Терешиндың мөлкәте иҫәпләнә. Бындағы балыҡтарҙы тотоу кешенең йорт ҡоштарына һәм хайуандарына тейеүгә бәрәбәр. Был иһә кеше мөлкәтенә ҡул һуҙыуға тиң. Эшҡыуарға зыян килтереүселәрҙе енәйәт хөкөмөнә, административ йә граждан-хоҡуҡи яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин.

Баҙар хаҡы буйынса 1000 һумдан юғары хаҡтағы балыҡ тотҡан хәлдә был сит кешенең мөлкәтен урлауға тиңләшә. Артабан иһә РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт тип теркәләсәк. Асыҡтан-асыҡ кеше мөлкәтенә тейеү (урланған әйберҙең хаҡы ҡаралмай) РФ Енәйәт кодексының 161-се статьяһы буйынса ҡарала, ә балыҡтарҙы үлтереүселәр ошо уҡ кодекстың 167-се статьяһы буйынса үҙ язаһын аласаҡ. Быларҙың барыһына ла кәм тигәндә 5 мең һум штраф һалына, шулай уҡ закон боҙоусылар 10 йылға тиклем хөкөм ителеүҙәре ихтимал.

Әлеге тәңгәлдә полиция хеҙмәткәрҙәре күлдә башҡарылған енәйәттәр буйынса оператив-эҙләү саралары ғына үткәреп ҡалмаясаҡ, ә балыҡсыларҙың балыҡ тотоуға бәйле фекер алышыуҙарын сағылдырған форумдарын да тикшерәсәк.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap