Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
06.07.2015
Бәләкәскә таныҡлыҡ тапшырылды
Untitled document

Сибайҙың ЗАГС бүлегендә 2015 йылда ҡалала тыуған 500-сө баланың ата-әсәһенә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды. Кескәй Илдар Рәзилә һәм Фәнүр Байсуриндарҙың йәш ғаиләһенә йәм өҫтәп, 2 йәшлек Камила апайына иш булып, 22 июндә донъяға килгән.

—Бер аҙналыҡ ҡына улыбыҙға беренсе документын алғанда был тиклем иғтибар булыр тип көтмәгәйнек. Бәләкәсебеҙҙе Хоҙай киләсәктә лә ошо даландан айырмаһын инде,—ти ғаилә башлығы Фәнүр Фәнил улы.

Уның һүҙҙәренә ҡатыны Рәзилә лә ҡушылды һәм «Идиллия» магазины әҙерләгән бүләктәр, иғтибар һәм ихтирам өсөн ҡаланың ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, ҡала етәкселегенә ҙур рәхмәттәр еткерҙе.

Әйткәндәй, ҡаланың граждандар хәлдәре акттарын теркәү бүлегендә Магнитогорск ҡалаһының «Эталон-строй» йәмғиәте капиталь ремонт уҙғара. Әлеге көндә бинала йылытыу һәм сантехника ҡоролмалары тулыһынса яңыртыла. Шулай уҡ пластик тәҙрәләр ҡуйыла, иҙәнгә—плитә, түбәгә армстронг түшәлә. ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Әҡсән ҡыҙы Бохарбаева әйтеүенсә, ремонт айҡанлы никахтарҙы тантаналы теркәү саралары ваҡытлыса Сибай концерт-театр берекмәһе бинаһы залында (филармония) уҙғарыла. Башҡа граждандар хәлдәре акттарын теркәү—тыуыуҙы, тантаналы булмаған никахты теркәү, никахты юҡҡа сығарыу, атайлыҡты билдәләү, уллыҡҡа алыу, исемде үҙгәртеү, үлемде теркәү, справкалар биреү, төҙәтмәләр индереү ЗАГС бүлегендә атҡарыла. Хеҙмәткәрҙәр июль урталарында ремонттан һуң күркәмләнгән, яңырған бинала эш башларға иҫәп тота.

Мәҙинә Мансурова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap