Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Йәш һалдатты юғалттыҡ...
Untitled document

13 июлгә ҡараған төндә Омск ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан Светлый ҡасабаһында оло фажиғә булды. Һауа-десант ғәскәренең 242-се уҡыу үҙәге казармаһының түбәһе ишелеп төшөүе арҡаһында 45 һалдаттың емерек аҫтында ҡалыуы, уларҙың 23-өнөң ғүмере өҙөлөүе билдәле булды.

Был хәрби казарма 1975 йылда төҙөлөп, 2013 йылда уға капиталь ремонт яһалған. Оператив-тикшереү барышында ремонт эштәрен атҡарыусы «Ремэкстрой» йәмғиәте эшендә етешһеҙлектәр асыҡланған. Рәсәй Оборонаһы министры С.Шойгу ғәйеплеләр ҡаты язаһын аласаҡ, ә зыян күреүсе һалдаттарҙың ғаиләләренә компенсациялар түләнәсәк, тип белдерҙе.

Ҡот осҡос фажиғәлә Башҡортостандан саҡырылған 5 егетебеҙҙе юғалттыҡ. Улар араһында, үкенескә күрә, Сибай ҡалаһынан Рөстәм Йомағолов та бар.

Рөстәм Әкрәм улы Йомағолов Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын уңышлы тамамлап, Өфөлә БДУ-ның «Химия» факультетында белем алған. Курсташтары әйтеүенсә, ул бик тырыш, аҡыллы, ярҙамсыл егет булған. Быйыл магистратураны тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, 6 июндә ҡулына диплом алған. 18 июндә үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юллана.

15 июлдә ҡалалашыбыҙ Рөстәм Йомағоловты һуңғы юлға оҙатыуға уның туғандары, дуҫтары һәм Сибай халҡы йыйылды. Митингта Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Р.Хәйруллин, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының бүлек начальнигы И.F.Яппаров, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссариаты начальнигы Р.Ф.Зәбиров һәм мәрхүмдең туғандары, дуҫтары сығыш яһаны.

—Рөстәм минең иң яҡын дуҫым ине. Ул уҡыуҙы тамамлағас та, әрмегә барырға хыялланды. Бигерәк тә һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт итеү теләге ҙур булды уның. Һауала осҡом һәм парашюттан һикергем килә, ти торғайны,—тине Радим Сәғәҙиев, бөтә дуҫтары исеменән.

Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәгәндә мәрхүм булып ҡалған яҡташыбыҙ хаҡындағы яҡты хәтирәләр һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ. Рөстәмдең ата-әсәһенең, апаһының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Йәш һалдаттың ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap