Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
29.07.2015
Иғтибар үҙәгендә—мәҙәни усаҡтар
Untitled document

Быйыл Башҡортостан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең республика кәңәшмәһе Урал аръяғы төбәгендә уҙғарыласаҡ. 18 сентябргә билдәләнгән сараның пленар өлөшөн Сибайҙа үткәреү күҙалланыла. Сөнки ҡала үҙенең бай мәҙәни томошо, республика, муниципаль учреждениелар ҡарамағындағы профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтарҙың күплеге һәм үҙенсәлекле булыуы менән башҡаларға өлгө булып тора. «Патриотик тәрбиә һәм милләт-ара татыулыҡты булдырыусы факторҙарҙың береһе һаналған халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү тураһында»ғы темаға ҡоролған республика кәңәшмәһендә Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарынан хакимиәт башлыҡтары, мәҙәниәт бүлектәре начальниктары һәм мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Ошо мөһим сараға бәйле Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килеп китте. Ул Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Р.Хәйруллин һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.В.Аҡназарова оҙатыуында мәҙәни учреждениеларҙың эшмәкәрлеге һәм йәйге ремонт эштәренең барышы менән танышты.

Тәүҙә Өфө урта махсус музыка колледжының Сибай филиалын ҡарап сыҡты. Бында министр йылытыу системаһын ремонтлауға һәм талап ителгән кухня ҡорамалдарын алышыуҙа булышлыҡ итергә вәғәҙә итте. Артабан Әминә Ивней ҡыҙы Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театрына юлланды. Ижади коллективтың спектаклдәр ҡуйыу буйынса планды үтәүҙәрен билдәләп үтте. Министр шулай уҡ бында ремонт кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, ниндәйҙер күләмдә ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе. Театрҙан һуң ул төҙөлөп ятҡан яңы Балалар художество мәктәбенә йүнәлде. Әйтергә кәрәк, бындай уникаль проект Рәсәйҙә булғаны юҡ. Был матур ике ҡатлы бинаға 2014 йылда нигеҙ һалынғайны. Төҙөлөшкә республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән. Яңы мәҙәниәт учреждениеһы 250 балаға иҫәпләнгән. Бында китапхана, компьютер, рәсем, скульптура, һынлы сәнғәт һәм ағастан һырлап эшләү кластары буласаҡ. Йәйге-көҙгө миҙгелдә ишек алдына сығып һүрәт төшөрөү өсөн айырым урын булдырыу ҙа ҡаралған. Мәҙәниәт министры Ә.Шафиҡова билдәләнгән эштәрҙең барыһын да ваҡытында тамамларға саҡырҙы.

Сибайҙа бына 20 йылға яҡын инде йәш сәсәндәргә ҙур иғтибар бүленә. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең тәүге республика конкурсы нәҡ бында ойошторола башлағайны. Ошоларҙы иҫәпкә алып, яҡын арала сәнғәт колледжы базаһында сәсәндәр үҙәге асыу күҙаллана. Был идеяны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов та хуплаған. Колледжда башҡорт халыҡ эпостарын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса республика өсөн махсус белгестәр әҙерләп сығарыу күҙ уңында тотола. Бының өсөн уҡыу йортонда барлыҡ уңайлы шарттары булған айырым кабинет асыласаҡ һәм ул махсус ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Әминә Шафиҡова был йәһәттән дә сибайҙарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Шулай уҡ эш сәфәре барышында министр ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейына һәм филармонияға туҡталды. Бында ла ремонтҡа бәйле мәсьәләләр күтәрелде.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығындағы республика кәңәшмәһенең икенсе өлөшө Баймаҡ районында үтәсәк. Сара сиктәрендә «Башҡорт аты» фестивален ойоштороу ҡаралған. Шулай уҡ был көндә Темәстә күп функциялы мәҙәни үҙәк үҙ ишектәрен асасаҡ.

Альбина Таһирова

Һүрәттә: мәҙәниәт министры Ә.Шафиҡова төҙөлөш эштәре менән таныша.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap