Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Шиғри күңелле йәштәр йыйылды
Untitled document

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркында йәштәр араһында бәйге—батл үткәрелде. Ул Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына һәм Хәйбулла районының барлыҡҡа килеүенә 85 йыл тулыуға арналды. Сараны райондың йәштәр парламенты һәм үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре ойошторҙо.

Бәйгене асып, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Хәлим ҡыҙы Сынбулатова былай тине:

—Хәйбулла районында йәш, һәләтле шиғыр һөйөүселәрҙе, ҡәләм тирбәтеүселәрҙе асыҡлау, уларҙы үҫтереү, йәштәрҙә әҙәбиәткә һәм шиғриәткә һөйөү уятыу—әлеге бәйгенең төп маҡсаты.

Ысынлап та, сараға талантлы йәштәр йыйылған ине. Улар ике төрлө йүнәлештә үҙ һәләтен һынап ҡараны. «Ҡаурый ҡәләм» бәйгеһенә шиғриәт менән ҡыҙыҡһыныусы ҡыҙҙар һәм егеттәр йыйылды. Уларҙың ижади эштәрен, яҙмаларын яҙыусы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова етәкселегендәге жюри баһаланы. Баһалама ағзалары араһында районда талантлы үҙешмәкәр шағир булараҡ танылған Роман Кучеренко ла бар ине. Әйтергә кәрәк, ун өс бәйгесе араһынан иң талантлыһын һайлап алыу еңел булманы. Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар һәм егеттәр донъяуи ҡараштары, тос фекерҙәре, үткер ҡәләмдәре менән һоҡланыу уятты. Шулай ҙа Аҡъяр ҡыҙы Динара Исаева иң күп мәрәй йыйып, бәйгенең еңеүсеһе тип табылды һәм «Алтын ҡаурый» номинацияһы дипломы менән бүләкләнде. «Һүҙ ҡеүәте» номинацияһына эйә булыусы Степной ауылы егете Fәзиз Әбделмәнов үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең махсус призын эләктерҙе. Розалия Ибраһимоваға—«Өмөт», Салауат Ибраһимовҡа—«Ҡаурый ҡәләм», Денис Солтановҡа—«Башҡорт теленә һөйөү», Гөлсәсәк Аҡыловаға—«Рухлы шиғыр», Эльза Сәфәрғәлинаға—«Асыш», Илсиә Байғужинаға «Гәлсәр шиғриәт» номинацияһы тапшырылды.

Был сара «Йәштәр батлы» тигән исем аҫтында үтте. Батл—ул тәржемә иткәндә һүҙ ярышы тигәнде аңлата. Унда бер генә еңеүсе булырға тейеш. Сараның икенсе йүнәлеше шиғырҙарҙы тасуири ятлауға ҡоролоп, иң отҡор, иң сос, иң хисле бәйгесене һайлап алыу ине. Бында барлығы 12 кеше ҡатнашты. Улар тәүге турҙа «Тыуған төйәгем—Хәйбулла» темаһына шиғыр һөйләне. Күбеһе яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың «Хәйбулла» шиғырына өҫтөнлөк биргән ине. Бәйге шарттарына ярашлы, тик 8 конкурсант ҡына икенсе турға үтте. Бында йәштәр «Тәбиғәт—саф шишмә» темаһына һынау тотто. Өсөнсө турға үтеүселәр иһә мөхәббәткә дан йырланы. Бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Дүртенсе турҙа бары тик ике бәйгесе тороп ҡалды. Улар үҙҙәренең күңеленә оҡшаған шиғырҙарҙы һөйләп ярышты. Һөҙөмтәлә, Бүребай ҡасабаһынан Влада Демирова Гран-при яуланы. Беренсе урын Маҡан ауылы ҡыҙы Эльвира Мөхәмәҙиеваға бирелде. Fәлиәхмәт ауылының талантлы һылыуы Айгөл Юнысова—икенсе урынға, Аҡъяр ҡыҙы Розалия Ибраһимова өсөнсө урынға сыҡты. Яна Родионова—«Йәш талант», Айһылыу Илембәтова «Асыҡ йөрәк» һәм «Тамашасы һөйөүе» номинацияларында билдәләнде.

Барлыҡ бәйгеселәрҙе Хәйбулла районының Йәштәр парламенты диплом һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләне. Йәштәр парламенты рәйесе, Аҡъяр телевидениеһы директоры Данил Аҡылов һәр бәйгесегә Аҡъяр телевидениеһы эфирына ҡотлау биреүгә сертификат тапшырҙы.

Беҙ йыш ҡына замана йәштәренең күп ваҡытын интернет селтәрҙәрендә үткәреүенә, уларҙың мәҙәни мираҫтарыбыҙға битараф булыуына бошоноу белдерәбеҙ. Әлеге сара киреһен иҫбатланы. Йәштәр вайымһыҙ түгел. Улар әҙәбиәтте лә, шиғриәтте лә, сәнғәтте лә берҙәй ярата. Бары тик ошо ише саралар ойоштороп, уларҙы әйҙәп алып йөрөргә кәрәк. Шул саҡта улар араһында бик сағыу таланттар барлығын асыҡларбыҙ, күрербеҙ. Ышанабыҙ: әлеге бәйгелә ҡатнашыусылар тиҙҙән үҙҙәрен талантлы шәхес булараҡ танытыр.

Әйткәндәй, сараға йыйылыусылар әлеге башланғысты күтәреп алдылар һәм киләһе йылдарҙа ла уны үткәреүебеҙҙе һоранылар. Бындай дәртле, талантлы, рухлы йәштәребеҙ булғанда, ошо ише сараларҙы, әлбиттә, ойошторорға мөмкин. Киләсәктә уларҙың рәтен тағы ла һәләтле ҡыҙҙар һәм егеттәр туландырыр, тигән өмөттәбеҙ.

Әлфиә Ҡәйепова.

Хәйбулла районы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap