Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Ҡуласа
Untitled document

Эшҡыуар Мәликә Мансуровна Ишйәрованы көтмәгәндә ҡала хакимиәтенә саҡырҙылар. «Ололар көнө алдынан тағы ла байрам үткәреү өсөн аҡса һығырғалыр уйҙары…»,—тип екһенһә лә, ҡырамалай ҡырҡ мәшәҡәтен ҡуйып барып әйләнергә итте. Ни тиһәң дә, урындағы етәкселек менән килешеп йәшәүгә ни етә, бөгөн ул ҡала хужаһына кәрәк, иртәгә үҙенең дә йөҙ һыуын түгеп, шул йортҡа барыуы бик тә ихтимал.

Көндәлек эшендә һәр ваҡыт спорт стилендә, еңел кейенеп йөрөй, шулай ҡулайлыраҡ. Ә хакимиәттең яҙылмаған үҙ ҡанундары, унда был килеш күренеү ярамай һәм килешмәй. Шуға фатирына һуғылып өҫтөн алыштырырға булды. Юл ыңғайы ювелир магазинына инеп йөҙөнә семәрләп ҡим-мәтле таштар батырылған көмөш беләҙек, супермаркеттан оло пакет тултырып тәм-том һатып алды ла ишекте асып инеү менән фатирҙы яңғыратты:

—Рәсимә?—Был ваҡытта ҡыҙының институтта икәнлеген белә күрә һораны, йоҡлап ҡалып ҡуймаһын был, тип хафаланыуы ине.—Әсәй, һин ҡайҙа?

—Рәсимә ни һинең артыңдан уҡ уҡыуына сығып һыҙҙы, иртәнге сәйен эсереп ебәрҙем. Миңә ҡалһа, һеҙҙән китеп ҡайҙа ғына барайым…—Бөксәңдәп, тыш та быш итеп зал яғынан һөйләнә-һөйләнә килеп сыҡҡан ҡарсыҡ яҙып ябынған яулығын төҙәткеләп ҡаршыһына баҫты.

Биреште һуңғы осорҙа Маһира ҡарсыҡ, күҙгә күренеп биреште, бөтөрөндө. Ошоғаса тилбер йыбырлап йөрөп ятҡан, ауырлыҡһыҙ йорт мәшәҡәттәрен атҡарған теремек әбейҙең былай ҙа йоҡа кәүҙәһе хәлһеҙләнеп бөгөлдө, төҫһөҙ күҙҙәренең нуры ҡайтып күгелйемләнгән күҙ соҡорҙарына һеңеште, бураҙналар сыбарлаған йөҙөнән ҡан әҫәре ҡасты. Атлағанда ла уң яҡ ҡабырға аҫтын услап йөрөүҙе ғәҙәт итте, ашау-эсеүҙе лә онотто, көсләп саҡырмаһаң өҫтәл янына килмәй ҙә, һеҙ юҡта эсем һыртыма сыҡҡансы тығындым, тип тә ялғанлай өҫтәүенә. Йәнә йыш ятаҡлай һуңғы осорҙа, оло йәштә икәнлегенә һылтанып табиптарға күренеүҙән ҡырҡа баш тартһа ла, сәләмәтләнеүенә өмөтө һүрелмәгәндер, күрәһең, үҙенсә дауаланып аҙаплана. Шулай ҙа зарын, уфтаныуҙарын тышҡа сығармай, шәлкемләп бәйләп киптерелгән әрем, меңъяпраҡты бергә ҡушып ҡайната ла, ҡуйы сәй төҫөнә ингән төнәтмәне бисмиллаһын әйтеп сытыраймай ғына эсеп ҡуя, шунан ҡыуарған, шау һөйәккә ҡалған ҡул һырты менән ирендәрен һыпырып, башҡарырҙай күренгән йорт мәшәҡәттәренә тотона ла китә. Йәлләй әсәһен, ауылдан ҡуҙғатып алып килеп, бында, туғыҙынсы ҡатҡа бикләп ҡуйыуына үкенә лә биреп ҡуя, мәгәр етмешен тултырған ҡарсыҡты ауыл ерендә ҡалдырыу мөмкин булмаған эш. Йорт-ҡурамды туҙҙырғым килмәй, йәнә ҡош-ҡортомдо, бесәй-этемде кемдең ҡулына ҡаратып ҡалдырам, тип һуңғы көнөнә тиклем бында күсеп килергә теләмәй ҡырталашты. Ҡышын-йәйен ҡала менән ауыл араһын тапап, ҡурсалау-хәстәрләүҙәрҙән арыған Мәликә әсәһен һуңғы сиктә күндерҙе тәки. Хәҙер йәне тыныс, көнитмеше теүәл: дүрт бүлмәле фатирҙа әсәһе, институттың һуңғы курсында уҡып йөрөгән Рәсимә ҡыҙы—бергәләп көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ятҡан көндәре. Хәлбүки, тормошоноң бөтөнлөгө китек барыбер, ҡыҙы Рәсимә бишенсе класта уҡып йөрөгән йылы тау-байыҡтырыу комбинатында баш инженер вазифаһында эшләп йөрөгән Зиннуры ҡапыл ғына йөрәк сиренән үлеп китте. Шаңҡыны, аптыранды, ҡайҙа барып бәрелергә белмәне башта. Шунан иҫен йыйғас, хакимиәттә юрист вазифаһында эшләп йөрөгән еренән түңәрәк кенә кредит алып, алда торған ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡып тормай, үҙенең шәхси эшен асып ебәрҙе. Хоҡуҡи өлкәләге белемен урынлы ҡулланып, сәмләнеп, ныҡышмал тотонғайны кәсебе лә уңышлы ғына китте, матди хәле лә зарланырлыҡ түгел, уның менән партнерлыҡ итергә теләүселәр ҙә бихисап, аҡса, тип тә йосомай, танып белгән ҡала етәкселеге лә уға ихтирам менән һанлап ҡарай.

—Әйҙә әле…—Сибек яурындан ҡармаған Мәликә Мансуровна әсәһен зал яғына ыңғайлатты, сығып диванға ултырғас, алдына бүләген һалды:

—Ике көндән Ололар көнө, һине мин, Рәсимә ейәнсәрең шул байрам менән ҡотлайбыҙ. Ошо беләҙекте икебеҙ исеменән ҡабул ит, ошонан да ҡулай нәмә тапманым.

—Ай, Аллам, расхутланмаһаңсы шул ҡәҙәре, күстәнәсе тағы нимәгә, һыуытҡыс тулы тәғәм…—Шулай һөйләнһә лә Маһира ҡарсыҡтың йөҙө яҡтырып китте, аҙыҡ-түлек тулы пакеттың эсенә ҡәнәғәт күҙ атты, ҡатын-ҡыҙ көйәҙләнеүе еңеп затлы беләҙекте тупайған ҡушҡар тапҡырына элде һәм ҡурайҙай беләген алға һоноп әйләндергеләне. Апаруҡ мауыҡты шулай, тәтәйенә ҡыуанған сабый, тиерһең.

—Әсәй, һиңә бер ни ҙә йәл түгел, оҙаҡ йәшә, йәме, тағы сәләмәт бул!

—Йә!—Ҡарсыҡтың йөҙөнән моңһоулыҡ күләгәһе йүгереп үтһә лә, ҡәнәғәт кеткелдәне.—Эштәрең нисек бара һуң, балам, иртән сығып китеп кис ҡайта инең, бөгөн ни сәбәптәндер иртәләгәнһең.

—Тәгәрәп кенә китеп бара, ай аҙағында, теге, ике йыл элек ябылған ит комбинатының яртыһында колбаса цехын асабыҙ, йыл аҙағына ҡәҙәр һарыҡ йөнө, тиреләр ҡабул итеп эшкәртә башлаясаҡбыҙ. Уның өсөн дә бина таптыҡ, шуны ремонтлап ебәргәндә, эсенә кәрәкле ҡорамалдар ҡуя башларға ла мөмкин.

—Ауыл шөғөлөн ҡыуалатаһың әләйгәс, ҡатын-ҡыҙға кейем-һалым, матурлыҡ салондары, сәс алдырыу урындарын асып, шуның мәшәҡәттәре менән шөғөлләнеү ҡулайлыраҡ түгелме?

—Һуң мин бит ауыл балаһы, ер хәстәре йәнемә яҡын һәм ҡәҙерле. Алдағы планда яҡын-тирә райондарҙың береһендә тирмән асыу уйы ла бар әле. Урындағы халыҡҡа ҡулай, миңә отошло буласаҡ. Ир-егеттәр тотонмай, тип ҡул ҡаушырып ятайыммы тағы. Тик бына һуңғы йылдарҙа ҡабатланып килгән ҡоролоҡ ҡына бәкәлгә һуға.—Тороп баҫҡан Мәликә Мансуровна үҙенең бүлмәһенә йүнәлде лә, кейем шкафын асып, өҫтөн алыштырырға керешеп китте, үҙе асыҡ ишек аша һөйләшеүен дауам итте.—Иртәләүемдең әтнәкәһе шунда, шылтыратып ҡала етәкселегенә саҡырҙылар, ҡатнашыу мотлаҡ, тинеләр.

—Улай икән…—тип һуҙҙы Маһира ҡарсыҡ, уны, өй кешеһен, эш ығы-зығыһы бөтөнләй борсомай, шуға әңгәмәне үҙ яйына ҡайырҙы.—Райондар тураһында башлағасың һорайым әле, йөрөгәнеңдә беҙҙең ауылға һуғылаһыңдыр ҙа?

—Хәҙер янымда булғасһың, йәнә унда яҡын туғандар ҡалмағас артыҡлап ҡайтҡы ла килмәй. Былай, булып киттем унда, ун-ун биш көн элек.—Саҡырылған урындарға тәғәйенләнгән костюм-күлдәген кейеп, трюмо алдына баҫты ла бит-йөҙөн рәткә килтерҙе, шунан зал яғына муйынын һондо.—Нишләп ҡапыл ғына ауыл иҫеңә килеп төштө әле?

—Һин онотһаң да, Сабир бер ҙә генә лә иҫемдән сыҡмай, килен булып төшөп, бауыр баҫып йәшәгән ауылым ни тиһәң дә.—Маһира ҡарсыҡҡа «ҡайтҡым килмәй» оҡшаманы шикелле, әсе ҡапҡандай ризаһыҙ сытырайҙы.—Нишләптер ауылға туҡтап китеүең хаҡында һүҙ ҡуҙғатманың бер тапҡыр булһа ла, будты ул һиңә ят төйәк.

—Әйтһәм, өй беренсә төшөп һәр береһен теүәлләп һораша башлаясаҡһың. Ә мин ауыл башлығы, теге ҡара Гәрәйҙе күрҙем дә, йомошомдо йомошлағас кире боролдом.

—Ауылдан сығышлай беҙҙең өй яғына ла күҙ һалғанһыңдыр әле?

—Һалмаған ҡайҙа. Бөткән. Ергә һеңешкән тауыҡ кетәгендәй генә нәмә ҡалған шунда.

—Улай тимә, кендек киҫелгән йорт бейеклеге менән түгел, булмышты арбап, үҙенә тартып, саҡырып тороуы менән ҡәҙерле.—Әсәһе гелән һүҙҙәрҙе һайлап, уға ниндәйҙер тәрән мәғәнә һалып һөйләргә ярата, зиһенең уяу икән аңла, төшөнмәһәң, уныһы һинең эш, йәнәһе. Шуларҙы әйтте лә берауыҡ тынып ҡалғас, фекерен йомғаҡланы.—Һин генә түгел, ағайың, апайҙарыңдың йылыһы һеңгән уға.

—Әсәй, һин ысын философ!

—Уныһы кем була тағы?

—Тәрән фекерле аҡыл эйәһе.

—Аҡыллымын тип әйтеүе үҙе үк ахмаҡлыҡ, әммә белем алыуға килгәндә йүнле уҡыу эләкмәне шул беҙгә—миңә лә, атайыңа ла. Ҡайтышлай, беҙҙең ауылдан бире юл эсендә Ҡәнзәфәр ауылы ята бит әле, ауыл осондағы йортҡа ла иғтибар итмәгәнһеңдер инде?

—Ауылдағы һәр хужалыҡты ҡарап-теүәлләп йөрөй алмайым! Ташландыҡ өй нимәгә ул миңә?!

Кейенеп бөткән Мәликә залға сығып баҫты. Яуап ярайһы уҡ тупаҫ ишетелде. Күпте күргән әсәһе генә ҡылъяйманы:

—Унда һинең атайың йәшәгәнлекте беләһең. Өйө яғына һуҡмаҡ бармы, уға инеп-сығалармы икән, тим.

—Ҡараманым, күрмәнем, тим бит.

—Һе, сәйер холҡоң менән зерә лә аптыратаһың.—Яуап тағы оҡшаманы. Әсәһе һуҡ бармағы менән яҫы маңлайын ыуҙы. Үпкәләгәндә уның шулайта торған ғәҙәте бар.

—Ҡәнзәфәр ауылы аша үткәндә телефондан һөйләшә инем.

—Телефундан. Бына аҡланыр яуабын да тапты.—Әрепләшеүгә тартым һөйләшеүҙе дауам иткеһе килмәгәнгәлер һин дә мин һораны.—Атайыңдың һуңғы алған әбейе үткән йыл үлеп ҡалған, тип ишеткәйнем.

—Әсәй, ҡалала туғыҙынсы ҡатта йәшәйем, тимәйһең, тирә-яҡтағы хәлдәрҙе белеп, белешеп ултырған көнөң.

—Һуң белмәй тағы, яҙ көнө беҙҙең ҡаршы яҡ урамдағы Нурия килен килеп киткәйне бит хәлемде белергә, шул еткерҙе.

—Атайымдың был нисәнсе ҡатыны ине әле?

—Бына быныһы инде һин хисаптар һан түгел.

Иҫкәрмә йомшаҡ тауыш менән әйтелһә лә, ярайһы уҡ уҫал һәм ҡәтғи яңғыраны. Тамам кәйефе киткән Мәликә Мансуровна ишеккә йүнәлде, шулай ҙа мөмкин тиклем итәғәтлек күрһәтеп, әсәһенең байрам кәйефен һаҡларға тырышты:

—Әсәй, Рәсимә ҡайтһа, әйт, табын хәстәрләһен, өсәүләп ултырып алырбыҙ. Ни тиһәң дә һинең йылына бер килгән байрамың, мине тегендә, моғайын да, оҙаҡ тотмаҫтар.

Ашығыңҡырап сыҡҡан икән дә баһа, сәғәтенә күҙ атты ла ҡаланың үҙәк майҙанын үтешләй машинаһын парк башланған юл ҡырына ҡайырып туҡтатты. Көн һалҡынса еләҫ булһа ла, аяҙ һәм салт ҡояшлы. Парктағы ағас-ҡыуаҡтар көҙ төҫөнә төрөнөп, нурҙарға ҡойоноп ирәйеп ултыралар. Ағастарҙағы күкрәп һарғайған, йә дөрләгән ялҡын телеләй гөлтләп тоҡанған япраҡтар талғын иҫкән елгә күндәм эйәреп һибеләләр ҙә, көтмәгәндә йәшен сатҡыһылай балҡып киткән ау ептәре тирбәлгән һауала бейеп әйләнәләр, шунан келәмдәй түшәлеп тротуарға яталар. Күк йөҙө күҙҙе сағылдырғыс ҡуйы зәңгәрлеге менән, таш һуҡмаҡ ситендәге ҡыртышта морон төрткән йәшел ҡурпы йәм йәшеллеге менән ер йөҙөндә һары көҙ, аҡ ҡыштан һуң, асыҡ төҫтәр хакимы наҙлы яҙ айы барлығын һәм уның да үҙ мәлендә күкрәп килерен иҫбат итәләр төҫлө. Эш көнө булһа ла ял итергә сығыусылар байтаҡ ҡына күренгеләй—кемеһе ултырғыстарға ултырып, күҙҙәрен йомоп, йөҙөн йылы нурҙарға ҡуйып кинәнә, кемеһе парлашып ашыҡмай ғына таш һуҡмаҡты ҡыҙыра. Парктың уртаһында әйләнгән дәү шайтан ҡуласаһы яғынан шат тауыштар ишетелә. Килгән ҡунаҡтар ҡуласаның иң өҫтөнән ҡаланы тамаша ҡыла ала, унан бар тирә-йүн ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Ҡолағында таныш шиғыр юлдары яңғырағандай итте:

Әйләнә, карусель, әйләнә,

Карусель ҡоролған хәйләгә…

Машинаһына инеп ултырып ҡуҙғалып киткәс тә, һәммә халыҡты бәүелмәле ултырғыстар беркетелгән оло дүңгәләгендә әүрәтеп әйләндергән шайтан ҡуласаһы, теге шиғыр шауҡымынан арына алманы. «Ҡыҙыҡ был тормош тигәнең, хас та өҙлөкһөҙ әйләнеп торған карусель инде, бөгөн мин өҫкә ҡалҡып сығам, ә иртәгеһен түбәнгә түңкәрелеп, башҡаларҙың юғарыға сөйөлөүе бик тә ихтимал… Карусель ҡоролған хәйләгә… хәйләгә…»

Хакимиәткә килгәнсе тамам тынысланғайны. Башлыҡтың ҡабул итеү бүлмәһендәгеләр менән ихлас иҫәнләште лә бер яҡ ситкәрәк баҫты. Апаруҡ ҡына халыҡ йыйылған бында: таныштарын осратҡандар тауыштарын баҫып шым ғына әңгәмәләшәләр, кәңәшмә-фәләнгә һирәк саҡырылғанға күрә үҙҙәрен әле ситен тойғандар битараф ҡиәфәттә төп бүлмәгә инеүҙе көтөп ойоп ултыра. Янына ҡалала бер нисә магазин, киоскалар селтәрен тотоусы Фәрит Яманғолов килә һалып етте лә, итәғәтле иҫәнләшкәс, ҡатын-ҡыҙҙарға хас нәҙек тауышы менән сыйылдап ҡыҙыҡһынды:

—Мәликә ханым, нишләп саҡырта икән хужа, белмәйһегеҙме? Үткәндә йыйып алып мейене сереттеләр, бөгөн тағы. Ололар көнөнә, тип аҙыҡ-түлеккә биш процент ташлама яһаным бит инде, тағы ни етмәй икән быларға, ә?

Дауамы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap