Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
10.08.2015
Тимер юлды һалған инәй
Untitled document

 

Хеҙмәт ветераны Сания Зәкирйән ҡыҙы Хөснөтдинованың бар ғүмере Сибай ҡалаһы менән бәйле. Ирәндек итәгендә ыҡсым ғына таусылар ҡалаһының барлыҡҡа килеүендә уның да өлөшө бар.

Сания инәй Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған. Атаһы һуғышта ятып ҡалғас, 1944 йылда әсәһе Сәфәрбикә Сәфиулла ҡыҙы Сибайға килеп, Алтында эш башлай. 1945 йылда 8 йәшлек Санияны ла олатаһы Сибай ҡасабаһына алып килә.

—Мин күлдәктә тыуғанмын. Беҙ 10 өйҙә өйҙәш булып йөрөнөк. 1947 йылда Алтын ауылының 1 Май урамында ҡыуыш ҡороп йәшәнек. Шунан фронтовик Абдуллин Рәхимйән ағайға быҙау биргәйнек, ул беҙгә кәҫтән землянка һалып бирҙе. Уның иҙәнен һыйыр тиҙәге менән шыйыҡлап, мейесте көл менән аҡлағаныбыҙ иҫтә ҡалған. Әсәйем, Хәлиҙә һеңлем һәм мин шунда йәшәй башланыҡ. Әсәй торф та ҡырҡты, тимер юлда ла эшләне,—тип хәтирәләргә бирелде Сания инәй.

Сания Зәкирйән ҡыҙы 11 йәшендә Алтын мәктәбенә уҡырға бара. Башланғыс белемде Сәлимә Исмәғил ҡыҙы Собханғолова бирһә, 5-6 кластарҙа уларҙың класс етәксеһе Сәлимә Сафа ҡыҙы Өмөтбаева була.

—Уҡытыусыларым көслө булды, беҙгә тәрән белем бирҙеләр. 6 класс белемемә шөкөр ҡылам, артабан уҡып булманы. 1955 йылдың май айында мин, 18 йәшлек ҡыҙ, Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының руднигына тимер юл эшсеһе булып эшкә төштөм. Бында ҡатын-ҡыҙҙар бик күп ине, улар ир-егеттәр менән бер рәттән бар эште башҡарҙылар. Үҙебеҙ шпалдарҙы ташып һалабыҙ, рельсты юл менән тигеҙләп, ҙур сөйҙәр менән ҡатабыҙ. Рельстарҙы бер-береһе менән тоташтырабыҙ, кәрәкһә домкрат менән күтәреп, ҡырсынташ һалабыҙ. Кран машиналары һуңыраҡ килеп сыҡты, шуға тиклем бар эште ҡул менән башҡарҙыҡ. Беҙ һалған рельстар буйлап иң тәүҙә күмер яғып йөрөүсе поездар ебәрелде, һуңынан электровоздар килде. Бик күңелле эшләй торғайныҡ,—тип һөйләй Сания инәй.

1968 йылда ул карьер төбөнә проба алыусы (пробоотборщик) булып күсә. Оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәткән Сания Хөснөтдинова 1985 йылда карьерҙан өҫкә сыға, йәғни душ бүлмәһен йыйыштырыусы булып эшләй башлай. 1987 йылда биш балаға әсәй булған Сания инәй хаҡлы ялға сыға.

Уның тормош иптәше Рәйес Фәрит улы ла рудникта эксковаторҙа бик маҡтаулы эшләгән. Комбинаттың үҙешмәкәр коллективында шөғөлләнеп, йырлаған, бейегән һәм ҡурайҙа уйнаған. Улар Сания инәй менән 40 йыл бергә йәшәп, өс ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Тәүҙә Хөснөтдиновтар ғаиләһе Алтында торһа, аҙаҡ Ҡамышлы-Үҙәк ҡасабаһынан өй һатып алғандар. Үкенескә күрә, ғаилә башлығы был донъяларҙан иртә китә. Бөгөнгө көндә Сания инәй балаларының хәстәренә төрөнөп, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеп йәшәй. Шулай итеп, ҡалабыҙҙың үҫешенә тос өлөш индереүсе Хеҙмәт ветераны Сания Зәкирйән ҡыҙы Хөснөтдинованың хеҙмәте лә оло маҡтауға лайыҡ.

Альбина Таһирова.

Һүрәттә: тимер юл эшсеһе Сания инәй Хөснөтдинова бергә эшләгән

иптәштәре менән.

 




гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap