Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Ҡуласа
Untitled document

Хәйҙәр Тапаҡов.

Дауамы. Башы 61-62-се һандарҙа

Өнәп еткермәй ошо Яманғоловты нишләптер, ҡыҫмыр, хәйләкәр, шылғаяҡ әҙәм осраған һайын күңелендә ытырғаныу тойғоһон уята, сәбәпһеҙгә эсе боша, бер зыяны теймәһә лә уны ирештергеһе, асыуландырғыһы килә башлай. Һуңғы сиктә тыйыла, был кешегә ҡарата йөрөткән кире мөнәсәбәтен эсенә йома. Шул юл менән ике арала арауыҡ һаҡларға тырыша, бер өлкәлә, уртаҡ шөғөл атҡарғанға ғына уның менән ҡатнашырға, аралашырға мәжбүр, әммә йәне тартмаған әҙәмгә сәбәпһеҙгә мөрәжәғәт итергә ынтылып та бармай. Был юлы ла Яманғоловты әсе төрттөрҙө:

—Әйтәм, кәүҙәң биш процентҡа йоҡарғандай күренә!

Яманғолов аҫҡа һалынған бирән ҡорһағын эскә тартып, уны ҡыҫҡа ҡулдары менән ҡармағас үпкәләгәндәй һөйләнде:

—Ярай инде, мыҫҡыллама, йәме, былай ҙа бисә шул ҡорһаҡҡа аҙым һайын бәйләнә, беләһегеҙ килһә ир кешенең кендектән юғары яғы яурынға иҫәпләнә.

—Әләйгәс, һеҙ киң яурынлы, оло кәүҙәле уҙаман булып сығаһығыҙ инде!—Тәбәнәк буйға, өрөп тултырылған туптай тыңҡыш кәүҙәгә, балаларҙың кейем элгесен хәтерләткән һалынҡы яурындарға күҙ атҡан Ишйәрова, сыҙап ҡала алмай көлөп ебәрҙе лә, Яманғоловты ысынлап үпкәләтеүҙән тартынып эшлекле дауам итте.—Аҙыҡ-түлеккә биш процентлы ташлама түгел, усҡа һалып иҫәпләмәле аҡсағыҙҙы әҙерләгеҙ, Фәрит Фәйзуллович! Уларға,—бүлмә ишегенә ымланы,—хәҙер үк кәрәк, шуның өсөн саҡыртҡандар ҙа!—Яманғоловтың ҡыҫмырлығын белгәнгә, уның ауыртҡан еренә һуҡтырып мәғәнәле йылмайҙы.

—Ҡайҙа инде миндә аҡса, ундай нәмәне күргән дә юҡ һуңғы осорҙа, бөтәһе лә оборотта йөрөй бөгөнгө көндә, әлеге моментта бер тинһеҙ интегелә. Ысын!—Әңгәмәсеһен ышандырырға теләгәндәй ҡоласын йәйҙе.—Күсереү юлы менән башҡарабыҙ барлыҡ финанс операцияларын, ҡағыҙҙарҙағы һандар ғына билдәләй аҡса күләмен, билдәле булыуынса уның даирәһе тар һәм сикле. Өҫтәүенә налоговый, пенсионный службалар муйынды быуып аҫҡа баҫа, тын алырмын тимә. Асыҡҡандан ҡаныҡҡан яман, тигәндәй туя белмәйҙәр, асмәйелдәр. Үәт, замана китте, ә!—Йыуан, килбәтһеҙ аяҡтарын йәшергән һалынҡы салбар балаҡтарына һуҡты.

Бүлмәләгеләр иләмһеҙ сыйылдап бытылдауҙы оҡшатмай ҡарап ултыралар, мәгәр өндәшеп иҫкәрмә яһаусы табылманы. Әҙәп төшөнсәһен бар тип тә белмәгән эшҡыуар ҡулдарын болғап лауылдай бирҙе:

—Урта эшҡыуарлыҡты үҫтерәйек, ярҙам итергә кәрәк, тип боғаҙ ярған булалар, ғәмәлдә иһә аҙым һайын аяҡ салалар, тәгәрмәскә таяҡ тығалар. Теге аҙнала пожарниктар килеп, етешһеҙлектәрҙе соҡоп табып бәйләнеп маташтылар, баҡтиһәң, уларға машиналарын ремонтлау өсөн аҡса кәрәк икән, кеҫәләген ҡырып-юнып һоғондорғайным, өндәре тығылды. Так што, хөрмәтле эшҡыуар ханым, был донъяла ғәҙеллек бөттө…

Фәрит Яманғолов һандырауын тамамлап өлгөрмәне бүлмәнең түрендәге өҫтәл артына ҡунған тәтәй ҡыҙ алдындағы исемлеккә тағы ла бер тапҡыр күҙ атҡас, саҡырылғандарҙың йыйылып бөтөүен күреп, тиҡый ҡиәфәттә мөрәжәғәт итте:

—Инегеҙ.—Иҫкәртелгәндер күрәһең, бойорғандай итеп өҫтәне.—Ололар түрҙә урынлашҡан, һеҙ ингән яҡ стена ҡырына ултырырһығыҙ.

—Беҙҙең урын һәр ваҡыт ишек төбөндә инде!—Алдан төшөп атлаған Ишйәрованың төртмә телләнеүен секретарь ҡыҙ ишетмәмешкә һалышып, эшем эйәһеләй алдындағы ҡағыҙҙарына эйелде.

Башлыҡтың кабинетының түр яғы халыҡ менән тулғайны. Кәңәшмәләр үткәреү өсөн ҡырғараҡ ҡуйылған өҫтәл тирәләп башлыҡтың урынбаҫарҙары теҙелгән, ҡаршы яҡ стеналағы ултырғыстарға тиҫтәгә яҡын ҡарт-ҡоро һаҡҡан. Ишйәрова ишек төбөндәге ултырғысҡа абруйлы ғына урынлашҡас, сумочкаһын алдына һалып, былай ҙа ыҫпай таралған сәстәрен һыйпаштырҙы ла мине ни өсөн саҡырҙығыҙ, тигән һораулы йөҙ менән башлыҡҡа төбәлде. Рөстәм Ишмөхәмәтович, инеүселәр урынлашып бөткәс, ҡалын ҡаштарын йәмерәйтеп, үсеккәндәй һөҙөп ҡарап һәммәһен теүәлләне лә тамаҡ төбө менән һүҙ алды:

—Йә, йыйылып бөттөк буғай,—тәғәмдәрҙән һығылған өҫтәл артында ултырамы ни, һыйға саҡырғандай ҡулдарын йәйҙе,—хуш ҡылып, башлайыҡ! Хәйер, башлайыҡ, тиһәм дә бына әле урынбаҫарҙар менән инәй-олатайҙарҙың ҡарттар йортонда нисек йәшәүҙәре хаҡында әңгәмәләшеп алдыҡ бер аҙ. Әйтергә кәрәк, республика етәкселеге, беҙ, ҡарттар йортон һәр ваҡыт контролдә тотабыҙ, кисәге көн минең беренсе урынбаҫарым барып ундағы йәшәү шарттары менән танышып ҡайтты. Шуға ла бөгөнгө ҡорҙоң ойошторолоуы бер ҙә осраҡлы хәл түгел. Ҡарттар йорто администрацияһы менән бергәләп уйлаштыҡ, кәңәшләштек тә йыйылып алыу зарурҙыр, тигән дөйөм фекергә килдек.—Пластик һауыттан стаканға минералка һалып ғолҡолдатып эсеп алды.—Билдәле булыуынса, илебеҙ оло быуындарға хөрмәт йөҙөнән йыл һайын уларҙың көнөн билдәләй. Беҙ был көндө ветерандарыбыҙға үҙебеҙҙең ихлас хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ, рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, бүләктәр тапшырабыҙ. Әйтергә кәрәк, был хәстәрләү бер көндә генә башҡарылыр эш түгел, ололар хаҡында йыл әйләнәһенә ҡайғыртырға бурыслыбыҙ, сөнки улар быға лайыҡ…

«Тағы башланы… Ни тиһәң дә элекке райком секретары шул, трибуна артына баҫып вәғәз һөйләргә күнеккән…» Тантаналы телмәрҙәрҙе, фәлсәфәүи сығыштарҙы, нотоҡ уҡыуҙы үҙ итмәгән Ишйәрова башын аҫҡа эйҙе, башҡаларға һиҙҙертмәҫкә тырышып ауыҙын ҡаплап иҫнәп алды ла күңеленән асыласаҡ колбаса цехына нимәләр хәстәрләргә кәрәклеге хаҡында иҫәпләргә тотондо.

—Бына бөгөн, хөрмәтле йәмәғәт, эшлекле эшҡыуарҙар, арҙаҡлы ағай-эне, һеҙҙе ҡарттар йортонда көн күргән атай-әсәйҙәрегеҙ менән осраштырырға йыйҙыҡ. Юғиһә, унда барыу юлын онотҡандар икән бәғзе берәүҙәр.

Көтөлмәгән хәбәрҙән тертләп китте Мәликә Мансуровна, башын ҡалҡытып алдында теҙелгән ҡарт-ҡороно теүәлләне, ҡарашын һаҡал-мыйыҡ ебәргән, башына йылтырап ҡатҡан теүәтәй кейгән, ҙур танауына ҡалын һөйәк тирәсле лупалы күҙлек атландырған йоҡа кәүҙәле ҡартта туҡтатты: «Атаһы бит был, атаһы… Шул, үҙе… Уны күрмәгәненә нисә йыл үтеп китте, олоғайған, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән… Заманында баҫҡан урынында тороп сыҙамаған етеҙ хәрәкәтле, ҡырыҫ тауышлы, эшһөйәр кеше ине бит атаһы… Әүәле ошо кеше ғаиләһен генә түгел, тотош ауылды дер һелкетеп йәшәгән, тейеүгә кем ышаныр бөгөн?..»

Үткәндәрен хәтеренә төшөрөргә теләгән Мәликә Мансуровна маңлайындағы иҫке яра йөйөн ыуҙы, ә ул тыштан бөтәшһәм дә эстән һыҙам әле, тигәндәй сәнсеп-сәнсеп һулҡып ҡуйҙы…

* * *

—Алдынғы тракторсы Мансур Булатов, урып-йыйыу эштәре һөҙөмтәһе буйынса колхоздың ураҡ чемпионы тип билдәләнә һәм «Урал» мотоциклы менән бүләкләнә!..—Ауыл клубы бер аҙға ғына тын торҙо ла гөрләтеп ҡул сабырға тотондо, рәттәрҙә хуплау ауаздары ишетелде: «Маладис, ҡорлаш, һынатмайһың әй, бына мотоцикл алдың, районда моғайын да «Москвич»ҡа ултыртып ҡайтарырҙар!.. Сосһың да инде, енеңде ҡушып эшләтәһеңдер билләһи, юғиһә… Мансур һинән бер сирек, былай булғас аҙна буйы туҡтамай йыуырға була!.. Сәхнәгә сыҡҡас бер юлы рәхәтләндереп бейе лә ҡуй инде, ойотоп баҫҡаныңды күптән күргән юҡ!..»

Күтәрмәлә тәмәке тартҡандыр, ишекте шар асып килеп ингән атаһы ауыҙында быҫҡыған тәмәкеһен иҙәнгә ырғытып кирза итегенең үксәһе менән тызыны ла маҡтауҙарҙан күркәләй ҡабарып, үҙе менән бергә көҙгө һалҡын һауаны, ҡырҡыу папирос еҫен эйәртеп, ҡырып йыуылған иҙәндә бысраҡ эҙҙәр ҡалдырып сәхнә яғына ыңғайланы. Шул мәлдә алғы рәттә ултырған бухгалтер Вәлимә эргәһенән үтеүсегә ишеттерерлек итеп кенә шыбырҙаны: «Мансурчик, ҡулсырчик, бөгөн кил, көтәм…» Яратмай Мәликә шул ширҡаңдаҡ бисәне, күрҙе ниһә талағы таша башлай. Колхоз кантораһында баш бухгалтер Яңыбай ағайҙың ярҙамсыһы булып ултырған ҡатынға йомош табып йыш һуғыла атаһы. Эйәреп барһа атаһының кәнсә күтәрмәһендә күренеүен көтөп ала алмай хәле бөтә. Ә тегеһе сығырға ашыҡмай, ваҡыт-ваҡыт тәҙрә аша тыш яҡҡа, ҡаршы яҡ урам ултырғысында суҡайған ҡыҙына күҙ атып ала ла кире юғала. Шулай итеп хәтһеҙ ваҡыт көтөргә мәжбүр итә: йылы көндәрҙә беленмәһә лә һыуыҡтарҙа шоҡорайып, быҫҡаҡта күшегеп этләнеүҙәре еңелдән түгел. Атаһы ниндәйҙер эске дәрт менән, күҙҙәре осҡонланып килеп сыға ла фуфайка кеҫәһенән бәләкәй көҙгө киҫәге килтереп сығарып ҡыҙыл таптар яғылған биттәрен, муйынын ҡулъяулыҡ менән һөртөргә керешеп китә. Ҡайтышлай магазинға һуғылалар ҙа төргәккә төрөп тәм-том һатып алған атаһы ҡырыҫ ҡарап уҫал киҫәтә: «Мә, кәнфит аша. Вәлимә апайыңа барғанды әсәйеңә әйтеп ҡуйма! Ысматри, яңылыш ысҡындырһаң, Юлай ағайыңа, Фәрзәнәгә, Фәһимәгә ҡушып һыҙырам!..» Һыҙырам, һүҙенән үтә лә ҡурҡа Мәликә, ҡурҡһа ла ғаиләлә иң кесе бала булараҡ уға ҡайыш тәтегәне юҡ әлегә. Хәйер, башҡаларға ла туҡмаҡ-йәбер эләгә һалып бармай, айыҡ саҡта атаһы йыуашайып, баҫалҡыланып ҡала, хәүеф-хәтәрҙән һипһенгән терпеләй эсенә йомола, ауыҙынан артыҡ хәбәр тартып алырмын, тимә. Шундай саҡтарында ул йөк атылай эшкә егелә, алды-ялды белмәй көнө-төнө тир түгә, ҡайтып күренә белмәй, эстеме—йәненә шайтан инеп оялаймы ни, бар тирә-яғын ватып-емерергә әҙер. Атаһы әллә ярата, әллә яҡын күрә, уны гелән үҙе менән эйәртә. Бына әле лә башҡалар өйҙә ҡалды, улар икәүләшеп клубҡа килделәр. Бер төркөм бала-саға менән сәхнә алдындағы иҙәндә ултырған Мәликә Вәлимә яғына уҫал ҡарап: «Атайым ҡулсыр түгел, Мансур-батыр,—тип ҡысҡырҙы ла ҡыуаныслы тауыш менән ары сәрелдәне,—атай, атаҡайым, мотоциклыңа иң тәүлә әсәйемде, шунан беҙҙе ултыртып ауыл буйлатып елдереп кенә йөрөтөрһөң, йәме!?.» Мотоциклдың асҡысын бармаҡтарында уйнатҡан атаһы уны, аяҡтары аҫтында буталған баланы, бар тип тә белмәй терәлеп үтте лә Вәлимәгә һирпелеп шаян ҡаш һикертеп шуҡ күҙ ҡыҫты. Тегеһе уның артынан эйәргеһе килгәнгәлер, кейемен кипсәлдергән тығыҙ кәүҙәһен уйнаҡлатып ҡалҡына биреп ҡуйҙы.

Шатлығы эсенә һыймаған Мәликә йүгерә-атлай ҡайтып инде лә ишек ябылыу менән ҡыуаныслы яр һалды:

—Әсәй, беләһеңме, атайыма колхоз мотоцикл бүләк итте! Шуның ҡыҙыл бант бәйләнгән асҡысын тотош ауыл халҡы алдында колхоз хужаһы Fәлимйән олатай атайыма тотторҙо! Атайым сәхнәнән төшкән ыңғайы мине күтәреп алды ла: «Һине мотоциклда елдереп алып йөрөйөм!»—тине, әсәй һине, тағы Юлай ағайымды, йәнә Фәрзәнә менән Фәһимәне лә бер юлы ултыртып алып ҡунаҡҡа ла барырбыҙ әле, тине. Көнләшеүҙән, анау Нәсимәнең былай ҙа ҡарасман йөҙө төмһәреп китте, аҫҡы ирене һыйырҙыҡы ише һалбырап төштө. Эй, мәрәкә инде!

—Тәтелдәмә әле, ярыҡ барабан, ағайың, апайҙарың дәрес әҙерләй, һинең ише эшһеҙ түгел бит улар!—Түрбашта ҡамыр баҫып аҙапланған әсәһе башын ҡалҡытып орошмай ғына иҫкәртте лә кире эйелде.

—Аңламайһығыҙмы әллә, беҙгә матас бүләк иттеләр, бер кемдеке лә юҡ, ә беҙҙеке бар!—Ҡуйырҙан ҡуйманы Мәликә, иҙән уртаһына баҫып ҡулдарын һелтәп бытылдай бирҙе. Ҡаштарын йыйырған Юлай ағаһы иҫе лә китмәне шикелле, мыштыр-мыштыр килеп сумкаһына китаптарын тултырырға керешеп китте, Фәрзәнә менән Фәһимә тырышып-тырышып дәфтәрҙәренә яҙыуҙарында булдылар. Ҡамырын әүәләп бөткән әсәһе табаҡтың өҫтөнә ашъяулыҡты бөкләп ябып ҡаҙанлыҡ яғына индергәс, ҡомған менән ашыҡмай ғына ҡулдарын сайҙы ла тыныс өндәшеп, уның тыйып торғоһоҙ тантанаһын һүрелтергә тырышты:

—Колхоз идараһының ҡарары хаҡында бер аҙна элек үк билдәле ине инде. Күрше Нәғимә инәйең инеп һөйөнсөләп тә сыҡты. Бөгөн сәхнәнән шул эйәһен тапҡан бүләкте иғлан ғына иттеләр.

—Улайһа нишләп һин дә барманың ул, ундай ҙур бүләкте икәүләп, етәкләшеп сығып алғанда ла аҙ әле!

—Атайың клубҡа йөрөгәнемде яратып етмәй шул, колхоз ағзаһы булып хисапланмаған башың менән унда ни ҡалған һиңә, ти.

—Уның ҡарауы һин өйҙә эшләйһең әсәй, атайҙың ҡырҙан ҡайтырын көтөп алаһың, керҙәрен йыуаһың, тамағына йүнәтәһең, беҙҙе ҡарайһың.

—Шулай ҙа бит, ул уны беләме, ярмуш…

—Нишләп атайыма гел исем тағаһығыҙ ул, Вәлимә апай уға бөгөн ҡулсыр, тине, һин ярмуш, тиһең.

—Ҡулсырлығын ул ғына белә торғандыр.—Арыған йөҙҙән борсолоу күләгәһе йүгереп үтте.

—Әсәй, әйҙә былай итәбеҙ, хәҙер күмәкләп аш өйҙәге урындыҡ аҫтындағы тәмлекәстәрҙе бында сығарып өҫтәлгә ҡуйып атайҙы ҡаршылайбыҙ. Ул ҡайтып инһен дә, әллә ҡәҙерле ҡунаҡ киләме беҙгә, тип уны көткәнде лә һиҙмәй аптырап торһон. Шунан көлөп ебәрһәк, бөтәһен дә аңлар, төшөнөр. Эй, мәрәкә булыр, ибет!?

Дауамы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap