Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
20.08.2015
Ижади сәфәрҙәр башланды
Untitled document

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында йәйге ялдарҙан һуң эштәр гөрләп тора. Алда артистарҙы яңы спектаклдәр өҫтөндә эш, театр миҙгелен асыуға әҙерлек һәм, әлбиттә, ижади сәфәрҙәр көтә.

Билдәле булыуынса, А.Мөбәрәков исемендәге театр республикабыҙҙа гостролдә иң күп йөрөүсе коллективтарҙың береһе. Әле өс ижади төркөм 18 августҡа тиклем республикабыҙ төбәктәрендә булып, үҙ тамашасыларын ҡыуандырырға ашыға. Улар Мәсетле, Ҡыйғы, Балаҡатай, Учалы райондары халҡына «Ҡарауыл! Ҡәйнәмде уралғандар» комедияһын тәҡдим итһә, хәйбуллалар һәм йылайырҙар «Эт саба, тип...» исемле спектаклде ҡарай аласаҡ. Әҫәрҙәрҙең авторҙары—Рәлиф Кинйәбаев һәм Эсфир Йәһүҙин, ә уларҙы сәхнәгә режиссерҙар Дамир Fәлимов һәм Вадим Fилманов сығарҙы.

Р.Кинйәбаевтың әҫәре ғаилә ҡиммәттәрен алғы планға ҡуйып, быуындар бәйләнешенең ни тиклем мөһим икәнлеген күрһәтә. Тамашасыға ошондай етди фекерҙәрҙе еткереүенә ҡарамаҫтан, артистарҙың оҫта уйнауы, спектаклдең юморға бай булыуы арҡаһында ул бик еңел ҡабул ителә. Ә Бибисара ҡарсыҡтың финалдағы изге теләктәре күңелгә өмөт һәм һөйөү өҫтәгәндәй...

Тормошта яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерҙәрен белеп, бер-беребеҙгә ихтирамлы һәм иғтибарлы булып йәшәүҙәргә ни етә һуң? «Эт саба, тип...» аталған комедияла был турала өлгөлө ир Фидан беҙҙең хәтергә төшөрә.

«Мөбәрәков»сыларҙың 3-сө төркөмө Мәләүез, Ишембай, Күгәрсен райондары халҡына Наил Fәйетбаевтың «Эңер төшкәндә» драмаһын күрһәтәсәк. Башҡа берәүҙе ҡыуандырыу ҙа беҙҙе бәхетле итә. Быға өлгәшеү өсөн ирҙәр кәрәк? Тамашасы бына ошо һәм башҡа һорауҙарға спектакль геройҙары менән бергәләп яуап эҙләй. Был драманы Азат Нәҙерғолов сәхнәләштерҙе.

Тамашасыларға күңелле ял минуттары, ә Сибай театрының ижади коллективына уңыштар теләйек.

Алһыу Аҡбулатова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap