Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Ҡуласа
Untitled document

Дауамы. Башы 61-62-се,

63-64-се һандарҙа.

—Атайың тиң-тошона бүләген йыуҙырып йөрөп һуңға ҡалып ҡайтыр шу, ә һеҙгә йоҡларға кәрәк…—Этеп алып барған ярһыуға ыңғайлай төшкән әсәһе ҡулдарын алъяпҡысына һөртөштөрөп юғалып ҡалды.

—Шулайтайыҡ, инде әсәй, ә беҙ ярҙам итербеҙ!—Мәликә өҫтөндәге йоҡа бишмәтен һалып ырғытты ла ҡамыр еҫе килгән еүеш ҡулға барып йәбеште. Әсәһе лә дәртләнеп китте шикелле:

—Ай, Аллам, белә тороп әҙерләнмәй тик йөрөнөмсө, һин әйтмәһәң белегем дә юҡ, шыпа. Балалар, ярҙамлашығыҙ, әләйгәс.

Октябрь байрамына, Яңы Йылға тип һаҡлап тотҡан тәм-томдо өҫтәлгә теҙеүгә артыҡ күп ваҡыт китмәне, өҫтәп картуф әрсеп бешерергә ҡуйҙылар, теге ҡалҡып өлгөрмәгән ҡамырҙы йәйеп табикмәк әтмәләнеләр. Күҙҙе иркәләгән бындай ризыҡтар ылғый эләгеп бармағанлыҡтан, Мәликәнең ауыҙына ҡара һыу эркелде. Ауыҙ һыуын ҡылҡылдатып йотоп өҫтәл яғына ҡарап-ҡарап ала, әммә башҡаларҙан алда үрелеп табындың йәмен ебәреүҙән тартына, үҙендә тыйылыр көс таба. Картуф әрсеү менән Юлай ағаһы булышһа, апалары табикмәк бешергән әсәләре эргәһендә өйрөлөп-сөйрөлдөләр, ҡыҙарып бешкән, хуш еҫ бөрккән түңәрәктәрҙе бер яҡ ситтәге тәрилкәгә һалып торҙолар, ә ул банкаларҙан һауыттарға сейә, еләк, ҡарағат, бөрлөгән ҡайнатмаларын һалды. Ағаһы байрамға тигән матур күлдәген, ҡара сатин ыштанын кейеп алған булды, ә ҡыҙҙар сиратлашып сәстәрен тарашып толомдарына бант ҡаҙанылар, әсәһенең өҫтөндәге сәскә биҙәкле күлдәге лә бигерәк килешле. Бөтәһе лә әҙер булғас өҫтәл тирәләй ултырып атаһын көтөргә керештеләр. Үҙенә ҡалһа бигерәк сыҙамһыҙ шул, бер нисә тапҡыр күтәрмәгә сығып әйләнде. Тупһаға һөйәлеп көҙгө төн ҡараңғылығына күпме генә өңөлөп төбәлһә лә ҡапҡаны шығырҙатып асып инеүсе булманы. Ярты төн ауышҡансы ҡайтмаған атаны көтөп тә ала алмағас, ҡайҙа етте шунда ятып әүелйеп киттеләр.

Таҡта солан стенаһына таһыр-тоһор бәрелгеләп, ишекте шар асып, шунан ҡаҡлыҡтыра ябып ингән тауышҡа һиҫкәнеп уяндылар. Ишек яңағына йәбешеп, болғаңлап лаяҡыл иҫерек атаһы баҫып тора ине. Ҡайтышлай бер нисә урында йығылғандыр, фуфайкаһы, салбары ҡойоланып бөткән, итектәре эт алғыһыҙ бысраҡ. Әсәһе диванға ҡырын ятып торған еренән ҡалҡынды ла сәстәрен рәтләштереп хәүеф-хафа көткәндәй йөҙөн һағайтып бер яҡ ситкә баҫты, Юлай ағаһы, апалары ла йоҡоларынан айный алмай аңҡы-тиңке килеп иҫнәп ултыралар.

—Йә, бына мин ҡайттым!—Һалынып төшкән ялан башын кинәт ҡалҡытҡан ата ҡыҙарған күҙҙәрен хәтәр яндырып ҡарап һөжүмгә күсте.—Йәнә ләх булғансы эскән, тимәксеһегеҙме? Имею право! Патаму што, мин ул колхоздың ураҡ батыры, бик белгеһеҙ килһә! Колхоздыҡы ғына түгел, райондыҡылыр ҙа әле. Ә һеҙ,—балаларына ҡамсылай һалынған ҡулын алға ташлап төрттө,—елкәмде кимергән паразиттар, башымды ҡымырйытҡан ас беттәр, әсәйегеҙ өҙлөкһөҙ көсөкләгән кәнтәй һәм бездельник! Ма-Ма-Маһира, иреңдең тапҡан-таянғанына йәшәгәнлегеңде беләһеңме, йыбытҡы!—Быуындары тотмағанғалыр, ишек яңағына арҡаһы менән терәлгәйне аяҡтары ал яҡҡа шыуып китеп тырпырап иҙәнгә һуйҙайҙы, шунан өйәҙәй-йонсой ҡалҡынды ла ике ҡулына терһәкләнгән килеш шунда ҡалды.

—Мансур, әйҙә, сисендерәйем дә ят инде, һуң бит, балаларға таң менән мәктәпкә, һиңә лә эшкәлер.—Әсәһе эйелеп быуынһыҙ кәүҙәне ҡалҡытырға маташҡайны, көслө ҡул уны эләктереп алып ситкә елтерәтте:

—Пашла вон, ду-ду-дура! Һин дә булдыңмы бисә! Вә…Вә…—Ни тиклем генә иҫерек булһа ла артыҡ һүҙ ысҡындырғанын самалап төҙәтә һалды.—Вәт исмаһам ҡайһы берәүҙәр йәшәй белә, өйҙәре таҙа, йыйыштырыулы, аш-һыуҙарынан өҫтәл һығыла, үҙҙәренән хушбый еҫе аңҡый, ә һинән, йыбытҡы, әсегән һөт еҫе килә…—Ауыҙы ситенән һарҡҡан ялтыр шайығын ҡул һырты менән һыпырып Юлайға ҡарашын атты.—Һ-һ-и-и-ин, күрше малайы, ниңә яңы эшләнгән ҡапҡаға инергә шөрләгән аңра һарыҡ ише дәдәңә ҡарап таҫыраяһың, ә?

—Мансур, балалар алдында әҙәплерәк ҡыланһаңсы, ниндәй дядя ул тағы? Ниңә үҙ малайыңды түбәнһетәһең шулай?—Әсәһе тыйырға итә.

—Мин әйткәс, күрше малайы! Какая гарантия, што ул уйнаштан тыумаған? Иҫбатла, што түгел! —Ауыҙын ҡулы менән ҡаплап йәштәренә төйөлөп торған ҡатынына һуҡ бармағын төрттө.—Дакажи! Миңә кейәүгә сыҡҡанға ҡәҙәр кем менән һөйрәлеп йөрөгәнеңде беләм мин, беләм! Өндәшә алмай телеңде йотоп, өнөң тығылдымы? То-то! Әйткәндәрем сәпкә тейгәс, ана бит, оятыңа сыҙай алмай күҙҙәреңде шәмәртәһең…

—Мине һанламаһаң балаларыңдан тартын, Алланан ҡурҡ исмаһам!

—Алла? Алып килеп күрһәт хәҙер үк уны миңә, күрәйем, тотоп ҡарайым, ышанайым барлығына. Юҡ ул Алла! Һинең ише наҙан бисәгә, бәлки, барҙыр, ә ысынында иһә, юҡ! Был Сабир ауылында Мансур Зә-ә-әбирович Алла, прсиҙәтель түгел, ул бары конторская крыса ғына. Эшсән кеше ауылға хужа булырға тейеш, сөнки ул ғына халыҡты туйҙыра һәм йәшәтә. Fәлимйән ише боламыҡтарға етәкселек дилбегәһен тотторорға ярамай! Вапше-то кем ул Fәлим? Минең эргәлә сүп! Район хужаһы иң тәүлә минең менән күрешә, шунан һуң ғына уға ҡулын һона. Ызнашит, мин ул глаунай кеше ауылда! Вә…Вә…вәт, шулай тип әйттеләр бөгөн миңә ҡайһы берәүҙәр. Һәм ул… улар хаҡ, дөрөҫ тә әйтәләр!—Бумала башын артҡа ташлап бер килке ойоп ултырҙы ла ҡапыл һиҫкәнеп китеп күҙҙәрен алартып тирә-яғын байҡаны, ҡарашы тағы Юлайҙа туҡталды.—Кү-ү-үрше-е-е малайы, кил әле яныма.—Һүҙһеҙ буйһоноп ҡаршыһына баҫҡан малайының еңенән тартты.—Ни сәбәптән кәртинкә һымаҡ кейенеп алдың, тәтәй малай? Хәҙер күлдәгеңде сис! Сис, сис. Ниңә һенағастай ҡаттың!

Юлай сисенде лә һалҡындан, әллә тулҡынланыуҙан ҡош тәне ҡалҡҡан тәнен йәшереп күлдәге менән яланғас ерҙәрен боҫормаланы.

—Ә хәҙер, кей! Кей, кей! Тә-ә-ә-к, бик тә һәлкәү ҡыймылдайһың, инде кире сис!

Сис, тим, инәңде!—Кеҫәһен ҡапшап тәмәке килтереп сығарҙы ла тоҡандырҙы. Быҫҡып ултырҙы берауыҡ. Түшәмгә шыйыҡ төтөн болото күтәрелде. Ҡулындағы шырпыны тоҡандырып юғарыға күтәрҙе—Ошо шырпы бөртөгө 45 секунд эсендә янып бөтә. Армиялағы ише шул ваҡыт арауығында һин сисенеп, шунан кейенеп өлгөрөргә бурыслыһың.—Кейен!.. Сисен!.. Кейен!.. Өлгөрә алмайһың, эшкинмәгән!—Шырпы ялҡынына бармағы өтөлгән ата ҡулын һелтәп ебәрҙе лә улының беләгенә йәбешкәйне ең ҡултыҡ төбөнән бүҫелеп төштө.

Юлай сүкте лә йөҙөн ҡушуслап һыңҡылдап илап ебәрҙе, әсәһе эйелеп улын ҡосаҡланы.

—Һин нишләп йөрөмтәл кәнтәй уйнаштан тыуған тыумаңды яҡлайһың! Ул бит һинең күршең Сәлимйән зимагурҙың балаһы!

—Алла алдында намыҫым таҙа, нишләп ғүмер буйы нахаҡҡа рәнйетәһең мине, Мансур! Бында Сәлимйән ағайҙың ни ғәйебе? Беҙ бит уның менән ағалы-һеңлеле һымаҡ бергә уйнап үҫтек…

—Уйнап түгел, уйнаш итеп тигән!—Ауыҙы ситендә төтәгән тәмәкене алып ласылдатҡансы төкөрҙө лә мейес көлдөксәһе яғына быраҡтырҙы.

Эшлекле, егәрле әсәһе көндә йыуып алған иҙән тәмәке төпсөгө, шырпы бөртөктәре, итектәргә эйәреп ингән урам ҡойоһо менән ҡыйланды, бысранды. «Бая ауылдаштар алдында иҙәнгә төпсөгөн иҙеп хаяһыҙ ҡыланғайны, хәҙер өйҙө таплай…—Күҙәтеүсән, һынсыл Мәликәгә был оҡшаманы—Инде һине етәкләп эйәреп йөрөһәмме!» Атай кеше кесе ҡыҙының уйын уҡығандай уға ҡалҡып ҡараны. Мәликә сәстәрен ялбыратып, апаларын ҡурсырға теләгәндәй алғараҡ сығып, ҡыйыу ҡарап баҫып тора. Ҡараштар сәкәште. Арыған, йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған, араҡы томаны шәүләләгән ҡараш һуңғы сиктә еңелде барыбер, ул ишек башында эленеп торған Аятел Көрсигә тайпылды, әммә изге яҙыу һипһендермәне иманһыҙҙы, киреһенсә, оторо ярһытты ғына, өй хужаһы ҡоторғандай ҡулдарын болғап аҡырырға тотондо:

—Алып ырғыт был сепрәк киҫәген! Бер тапҡыр ясно излагал, мне кәжетсә, Алла юҡ, ул томаналар уйлап сығарған әкиәт, һағым! Ә был сусҡа балалары мине яратмайҙар! Яҡын күрмәйҙәр, үҙ итмәйҙәр, белеп, һиҙеп, күреп йөрөйөм. Һин дә яратмайһың! Боҙ ҡаялай һалҡынһың! Үҙең дә һалҡын, түшәгең дә. Ә бына Вә…Вә…—телендә әйләнгән бәйләнсек өндән ҡотолорға теләгәндәй сәбәләнеп ҡулдарын бол-ғаны,—Вә- вә- вәссәләм, бөттө-китте!

—Һуң үҙең, яраттырыр өсөн нимә лә булһа эшләнеңме, ә? Исмаһам бер тапҡыр булһа ла ваҡытында, айыҡ ҡайтып ингәнең бармы, йә әйт!

—Өйрәтмә мине, һәпрә! Нисек теләйем шулай көн итәм, ҡасан теләйем шунда ҡайтып инә алам, мине тыймаҡсыһыңмы, сикләмәксеһеңме?!

Атаһы ултырған еренән ҡалҡынып әсәһенә тибеп ебәрҙе лә, тегеһе килбәтһеҙ ялтанғайны, эсенә тондорҙо, шунан бөгөлөп иҙәнгә ҡолаған кәүҙәне йомарлап төйгөсләргә кереште. Фәрзәнә менән Фәһимә шарылдап илап мөйөшкә тартылдылар, Юлай менән икәүләп көрмәкләшеүселәрҙе араларға ташланғайнылар йоҙроҡ эләккән ағаһы диван яғына осто, ә ул сығыу яғына елтерәне лә маңлайы менән ишек яңағына бәрелде. Яранан сәсрәгән ҡан стенаға һибелде. Енләнгән ата ырғып тороп иҙәндә һуҙылған кәүҙәне типкеләргә тотондо, ыңғайы бер һонолоп һый теҙелгән өҫтәл япмаһын һыпра тартты, стена буйындағы серванттағы һауыт-һабаны алып иҙәнгә бәрә башланы. Өй эсе ватылған, сылтыраған тауыштарға күмелеп китте, боланы һиҙгән, тойған Һалбырғолаҡ күтәрмә ауыҙына ултырып, һуҙып, асырғанып олорға тотондо…

Иртәгеһен медпунктҡа алып барып уның башын бәйләттеләр. Фельдшер Сания яра алыуҙың сәбәбен асыҡларға иткәйне лә, әсәһе уйнап йөрөгәнендә яңылыш йығылып йәрәхәтләнде, тип аҡланды. Сания апай ҙа аңлағандыр, төшөнгәндер, бары мәғәнәле һирпелеп ҡуйыу менән генә сикләнде. Атаһы колхоздан эш хаҡы алғансы эшлектән сыҡҡан, ярылған-сатнаған һауыт-һабаны тотонған булдылар, аҙна ун көндән башындағы яраһы ла бөтәште, тик күңеленә төҙәлмәҫлек яра, атаһына ҡарата рәнйеш инеп оялағайны инде…

Тағы беренсе сентябрға барғаны хәтерҙә. Мәктәп янындағы тантанаға барлыҡ ауыл халҡы йыйыла—мәшәҡәттәрен ҡуйып, һеперелеп олоһо ла кесеһе лә килә. Беренсе класҡа барыусылар ата-әсәләре менән етәкләшеп атлайҙар ғәҙәттә. Уны әсәһе оҙата барған булды. Ярты етәкләү зәғиф ҡоштоң осоп барыуы менән бер бит инде ул. Был мәлдә атаһы төнгө эскелектән һуң ах та ух килеп башын ҡушуслап диванда аунай ине. Ата-әсәһенең уртаһына төшөп атлаған Нәсимә уларҙың тапҡырына еткәс әсәһенең сығыуын көтөп ҡапҡа төбөн һаҡлаған Мәликәгә ҡайырылып телен күрһәтте, күр йәнәһе, минең атайым һинеке ише эскесе түгел. Бәлки улай тип тә кәмһетергә теләмәгәндер, күңеле китек Мәликә көндәшенең ым-ишараһын шулайыраҡ ҡабул итте һәр хәлдә.

Шул уҡ көндө кис, ҡыҙмаса ҡайтып ингән атаһы ҡатынын, балаларын ҡыуып сығарып ишекте шарта бикләп ҡуйҙы. Көҙ айының башы ғына булһа ла төндәр һалҡынайтҡайны, яланаяҡ, күлдәксән сыҡҡанлыҡтан тештәре тешкә теймәй дерелдәп өшөй башланылар. Күшеккән себештәрҙәй әсәһенә һыйыналар, аяҡтарын тумбыҡтырмаҫ өсөн сиратлап ишек ауыҙында ятҡан һеперткегә баҫҡан булалар, ус аяһындай селек йоратынан ниндәй йылы ла, ниндәй файҙа инде. Көтөп тә ишекте астыра алмағас, ярты төндә мал һарайының ҡыйығына үрмәләнеләр.

Тормоштарының йәме лә рәте лә китте. Әсәһе аптыраған көндәндер ярҙам өмөт итеп колхоз идараһына, ауыл Советына мөрәжәғәт итеп ҡараған булды. Тегеләре ни идараға саҡыртып тормай, өйгә килеп алдынғы тракторсыны еңелсә генә тәнҡитләйҙәр ҙә, боҙолошмай, һауыт-һаба шалтыратмай татыу ғына йәшәгеҙ инде, тип оло эш башҡарған ҡиәфәттә сығып китәләр. Һауыт-һаба шалтырау ғына түгел, шауҙырлап ватылыуы, ғаиләнең бөтөнлөгө йәнселеүе хаҡында ишетмәйҙәр, ишетергә лә теләмәйҙәр. Әкренләп йүгәндән ысҡына барған иргә шул ғына кәрәк тә, түрәләр әпәүләүенә арҡаланып, киләсәктә лә яҡланасағын, аҡланасағын белеп тағы ла ҡотороңҡорап, яһилланыбыраҡ типтерергә тотона. Ул яйлап өй имгәгенән, шик-шөбһәгә һалған ауыл ҡазаһына, ике аяҡлы бәләһенә әүерелә барҙы.

Дауамы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap