Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
24.08.2015
Хөрмәтле Сибай халҡы һәм ҡалабыҙ ҡунаҡтары!
Untitled document

Ысын күңелдән һеҙҙе Сибай ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 60 йыл тулыу айҡанлы ҡотлайым!

Таусылар төҙөгән ҡала бына инде алтмыш йыл көндән-көн яңы һәм үҙенсәлекле һыҙаттар, сағыу төҫтәр алып үҫешә. Һуңғы биш йылда ғына—юбилейҙан юбилейға ҡәҙәр—«Әкиәт», «Ҡурай», «Сулпылар», «Алтынай» балалар баҡсалары, Арҡайым ҡасабаһында «Балалар баҡсаһы—башланғыс мәктәп» дөйөм белем биреү комплексы, Күп функциялы үҙәк, Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе, ҡала фонтандары, Башҡорт яугирҙәренә—1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡалҡып сыҡты, Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге парк реконструкцияланды. Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә ҙур ғына аҙым эшләнде. Сибай бөгөн оло төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Әйтергә кәрәк, уҙған быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән ихаталар яңы төҫ ала, үҙгәрә.

Ҡаланың алдынғы тау сәнәғәте предприятиелары—«Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәтенең Сибай филиалы, Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты, «Башҡорт шахта-юл үтеү идаралығы» йәмғиәте тотороҡло эшләй, төҙөлөш комплексы, урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ йылдам үҫешә. Һуңғы йылдарҙа ғына 17 берәмек заманса техника алған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәте яңы һулыш алды, ҡасабаларҙың инженер инфраструктуралары үҫешендә күләмле эштәр башҡарылды, дөйөм ҡала масштабында мөһим башҡа төрлө мәсьәләләр хәл ителде. Сибай төҙөкләнеп, бөхтә һәм матур төҫ алып, ҡабатланмаҫ йөҙө һәм үҙенсәлекле мөхите менән иғтибарҙы йәлип итә. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә байтаҡ эштәр атҡарыла. Ҡалалаштарыбыҙ һәм ҡалабыҙ ҡунаҡтары өсөн мәҙәни учреждениелар—китапханалар, театрҙар, филармония, музей, мәҙәниәт һәм ял паркы ишектәре һәр саҡ асыҡ. Ҡалала күләмле спортҡа иғтибар көслө. Барлыҡ спорт залдары, бассейн, Боҙһарайы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй.

Сибай киләсәккә ынтыла. Тимәк, беҙҙең алда яңы ҡаҙаныштар, сағыу перспектива! Күпкә өлгәшербеҙ тип ышанам, сөнки сибайҙар—талантлылар, дәртлеләр һәм маҡсатлылар.

Туған ҡалабыҙға булған һөйөүегеҙ һәм тоғрололоғоҙ, уның именлеге хаҡына хәстәр күрһәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Оло быуын кешеләренә—ҡаланы төҙөүселәргә айырым ҡотлау сәләмдәре ебәрәм һәм баш эйәм. Уларҙың тырышлығы, ижади дәрте һәм фиҙакәр хеҙмәте ҡалабыҙғы күркәм башланғыс биргән.

Ысын күңелдән барығыҙға ла бәхет, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡтар, оптимизм, именлек һәм уңыштар теләйем! Һәр ғаиләлә күңел йылыһы, яҡтылыҡ һәм мәрхәмәтлек хакимлыҡ итһен! Яратҡан ҡалабыҙ Сибай сәскә атһын!

Х.Х.Сөләймәнов, Сибай ҡалаһы

ҡала округы хакимиәте башылғы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap