Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
24.08.2015
Ҡымыҙы—тәмле, бәйгеһе сәмле булды
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА.

Таусылар төйәгенең 60 йыллыҡ юбилейы һәм Физкультурниктар көнө уңайынан ҡаланың 10-сы баҡсаһы биләмәһендә ат сабышы һәм төбәктә беренсе тапҡыр уҙғарылған «Урал аръяғы ҡымыҙы» конкурсы бик ойошҡанлы үтте.

Ҡымыҙсылар ярышына тирә-яҡ райондарҙан бик күп бәйгеселәр килгән ине. Улар араһында йәштәрҙең дә булыуы һөйөндөрә. Мәҫәлән, Иҫке Сибайҙан Фәнзил һәм Әлиә Уралбаевтар былтыр ғаилә ҡорған. Туйҙарында бүләккә төшкән бейәне һауып ҡарағандан һуң, ҡымыҙ яһау теләге барлыҡҡа килгән. Әле уларҙың хужалығында 21 йылҡы малы аҫрала. Шулар араһындағы ете бейәне һауып, йәштәр ҡымыҙ етештереп һата.

Сибай элеваторында етештерелгән батырҙар эсемлеге лә үҙенсәлекле тәме менән күңелгә ятты. Ҡымыҙ яһаусы Миңнур Яратова эшен яратып башҡарғаны күҙгә салынды. БДУ-ның Сибай институтының «Төйәләҫ» ярҙамсы хужалығы эшселәре Илшат Fафаров, Динара Исхаҡова, Фирүзә Мөлөкова яһаған эсемлек тә үҙенсәлекле тәмгә эйә. Ә бына Әбйәлил егете Рөстәм Мәхийәновтың ҡымыҙы республика бәйгеләрендә танылыу алған. Бөрйәндән килгән ирле-ҡатынлы Фәнил һәм Йәмилә Ҡунафиндарҙың сейә япрағы һалып эшләгән ҡымыҙҙары телеңде йоторлоҡ ине.

Баймаҡ районының Fәҙелбай ауылы эшҡыуары Рәүеф Ҡасҡыновтың шәхси хужалығында ла йөҙҙән ашыу йылҡы иҫәпләнә. Хужа әйтеүенсә, улар йылына 1800 литр ҡымыҙ етештерә.

Баймаҡ районының Моҫтай ауылы ҡымыҙы (эшҡыуар Фәнис Кәримов) Сибай халҡына яҡшы таныш. Уны ла байрамда ҡатнашыусылар яратып ауыҙ итте.

«Урал аръяғы ҡымыҙы» конкурсына ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе И.Н.Бикмәтов йомғаҡ яһаны.

—Сит илдән килтерелгән газлы, төрлө төҫкә буялған һыуҙар эсеп эсте күптергәнсе, үҙебеҙҙә етештерелгән милли ризығыбыҙ ҡымыҙҙы эсәйек, файҙаһы күп булыр,—тине Ирек Ниғәмәт улы, ярышта ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп.

Мәртәбәле ярышта Баймаҡ районының Fәҙелбай ауылынан Рәүеф Ҡасҡыновтың эсемлеге иң-иңе тип табылды һәм уға Гран-при бирелде. Беренсе урында Сибай элеваторы булһа, икенсе урынға Фәнис Кәримов хужалығында етештерелгән ҡымыҙ сыҡты. Йылайыр районынын килгән Марат Абдуловтың эсемлегенә өсөнсө урын бирелде.

Ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы менән бер рәттән бында күңел асыу саралары бара ине. Ҡала хакимиәтенең сауҙа, спорт һәм физкультура, йәштәр комитеттары сибайҙарға, ҡала ҡунаҡтарына ысын мәғәнәһендә ял сәғәттәре бүләк итте. Мәҫәлән, кемдәрҙер армспортта ҡул көрәштерҙе, кемдәрҙер арҡан тартышты. Берәүҙәр туп типһә, икенселәр йүгереп ярышты. Балаларға айырыуса «Ветерок» клубы аттарында һыбай йөрөү оҡшаны.

Сибай ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов байрамды асып, сибайҙарҙы ихлас ҡотланы. Башлыҡ шулай уҡ Физкультурниктар көнө уңайынан спорт өлкәһендә уңыштарға өлгәшеүселәрҙе тәбрикләне. Сибай балалар спорт мәктәбе тренеры Эльдар Сафин республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» почетлы знагына лайыҡ булды. Ошо уҡ министрлыҡтың Почет грамоталары менән Виктор Захаров (Балалар ижады үҙәге), Салауат Вәлеев («Ирәндек» боҙ һарайы), Роберт Хәмиҙуллин (спорт мәктәбе) бүләкләнде. Сания Юлдыбаева, Владимир Глухов, Йыһанша Ҡыҙрасов, спорт ветерандары Геннадий Таракин, Камил Сирғәлиндарға министрлыҡтың Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары менән Геннадий Полько, Һатыбалды Мөхәмәтйәров наградланды. Александр Альбаум, Роза Fәббәсова, Марина Маганева, Алмаз Шөғөров, Резеда Латыпова спорт комитетының Почет грамоталарына эйә булды.

Шулай ҙа, байрамдың йәме бәйге булды. Йылҡылдап торған юртаҡтар сабышы халыҡты нығыраҡ ылыҡтырҙы. Байрамға йыйылыусылар бәйгене оло ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Кемдер ҡайһы ат нисәнсе килерен юрай, бәхәс ҡора, һыбайлылар өсөн яна-көйә, икенселәре иһә иң елле бүләк кемгә булыр, тип түҙемһеҙләнеп көтә.

Бәйгелә Сибай, Өфө ҡалалары, Баймаҡ, Бөрйән, Илеш, Учалы, Әбйәлил райондарынан ғына түгел, күрше Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл, Агаповка, Ноғайбәк, Арғаяш райондарынан юртаҡтар ҡатнашты.1400 метр арауыҡҡа тәүге сабыш ҡала Советы депутаттары призына ойошторолдо. Унда Даймит ҡушаматлы атҡа (Сибай) етеүсе булманы. «Оптима-С» йәмғиәтенең призын Ноғайбәк районының Фокус ҡушаматлы дөлдөлөндә елдереүсе алды. Баймаҡ районы хакимиәтенең бүләген Илшат Хәмит улы Ситдыҡов Мончестр ҡушаматлы атты ауыҙлыҡлаусы Сибай һыбайлыһына тапшырҙы. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы призын силәбеләр яуланы. Алты саҡрымлыҡ бәйгелә Далан (Сибай) баштан алдынғылыҡты бер кемгә бирмәне. 12 йәшлек Коля исемле малайҙың ат өҫтөндә барлығы ла һиҙелмәне. Шәп һыбайлыға «Строймеханизация» йәмғиәтенең ҡиммәтле бүләге эләкте. 8-се төҙөлөш идаралығы призын Ибице ҡушаматлы атты эйәрләүсе Сибай егете яуланы. Сибай ҡала хакимиәтенең призы Темп (Ноғайбәк районы) ҡушаматлы юртаҡ өлөшөнә төштө. Бүләкте хакимиәт башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов тапшырҙы. Сибай шәхси эшҡыуарҙары Әхәт Асылбаев, Дилә Хөсәйенова, Леонид Петряков, Радмир Ирназаров, Павел Замесиндарҙың призына ойошторолған бәйге иң оҙоно булды. Һигеҙ саҡрымға һуҙылған дистанцияла ла сибайҙарҙың Сапсан ҡушаматлы ат һыбайлыһына етеүселәр булманы.

Байрам ҡала таланттарының йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Шулай итеп, Ҡала көнөнөң тәүге өлөшө тамамланды, халыҡ йәнә эшкә сумды. Тик күңелдә онотолмаҫ бер хис уйылып ҡалды: нисек кенә булмаһын, эштә лә, ялда ла берҙәм беҙ, дуҫ-татыубыҙ. Тимәк, бәхетлебеҙ! Ә бәхетленең игене лә уңыр, икмәге лә булыр, моңо ла ташып торор.

Һүрәттә: байрамдан күренештәр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap