Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
24.08.2015
Йырҙарҙа данлауҙары хаҡ икән
Untitled document

Ҡунаҡ көткән һәр кем үҙ йортон тәртипкә килтерә. Шуның кеүек Сибай ҡалаһы ла 60 йыллыҡ юбилейына ныҡлы әҙерләнде: яңы йорттар, социаль әһәмиәтле объекттар ҡалҡып сыҡты, урамдар, йорттар рәтләнде, йәшелләндереү, төҙөкләндереү буйынса күп эштәр атҡарылды. Быларҙың барыһы ла иң беренсе ҡаланы төҙөүгә, үҫтереүгә күп көс һалған почетлы граждандарға, хеҙмәт ветерандарына, ҡала предприятиеларының, ойошмаларының, учреждениеларының етәкселәренә күрһәтелде.

Бөгөн ҡаланың 28 почетлы гражданының 14-е иҫән-һау һәм улар ҙур теләк менән махсус бүленгән автобустарҙа ҡала етәкселеге менән берлектә Сибай буйлап сәйәхәт итте. Беренсе туҡталыш яңы төҙөлөп бөткән Балалар художество мәктәбендә булды. Өлкән быуын вәкилдәре һәләтле балалар өсөн шарттар булдырылыуға хайран ҡалды. Күргәҙмә залы ла иркенлеге, яҡтылығы менән ҡыуандырҙы.

21 августа Арҡайым ҡасабаһында асыласаҡ мәсеткә лә сәфәр ҡылды улар. Иман йортон һалыуға барлыҡ көсөн һалған эшҡыуар Руслан Йәрмөхәмәтов, мәсеттең имамы Юлай Зиннәт улы Абдрахманов ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алды.

—Былтыр октябрь айында мәсеткә тәүге нигеҙ ташы һалғанда бында ҡоро ер генә ине. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында манаралы мәсет ҡалҡып сыҡты, ул халыҡты иманға әйҙәп ултыра,—тине ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләр буйынса урынбаҫары И.Р.Хәйруллин.

Ҡаланың үҙәк майҙаны ла ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Еңеү паркында сәхнәне үҙ эсенә алған «Урал аръяғы» сауҙа-сервис комплексы төҙөлдө. Бында шулай уҡ конференц-зал, кинотеатр, ресторан һәм башҡа хеҙмәтләндереү урындары эшләйәсәк.

Экскурсияның киләһе нөктәһе Алтын ҡасабаһындағы «Алтынай» балалар баҡсаһы ине. Башлыса йәштәр йәшәгән ҡасаба халҡының шатлығы менән уртаҡлашып, почетлы граждандар балалар баҡсаһы янына ағас ултыртыуҙа ла ҡатнашты.

Ҡалабыҙҙың сәнәғәт үҫешенә тос өлөш индергән элеваторҙың яңы тирмәне эшмәкәрлеге менән дә таныштылар. Заманса техниканың ҡеүәтен һәр кем үҙ күҙҙәре менән күрҙе.

Көнсығыш биҫтәһендәге мини-футбол, волейбол, баскетбол уйындары өсөн тәғәйенләнгән үҙенсәлекле спорт майҙансығы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

—Юбилейын ҡалабыҙ лайыҡлы ҡаршы ала. Туған еребеҙ ялтлап тора. Ҡала хакимиәте етәкселеге ҙур эштәр башҡарған. Бөгөн ҡараған объекттар шуны дәлилләне. Башҡорт бит тотоп ҡарамайынса ышанмай, барыһын да үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, ҙур ҡыуаныс кисерҙек. Иҫ киткес мөһабәт биналар төҙөлгән, бындай төҙөлөштәр киләсәккә ышаныс тыуҙыра. Артабан да ошо темпты юғалтмай, тырышып эшләһендәр,—тине ҡаланың почетлы гражданы Сәфиулла Fайса улы Хәсәнов.—Сибайҙарҙы оло байрам менән ҡотлайым. Ныҡлы сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар, аяҙ күк йөҙө теләйем. Уның һүҙҙәрен һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны Светлана Хәсән ҡыҙы Мәүлетҡолова ҡеүәтләп: «Йырҙарҙа данларлыҡ та шул Сибайҙы»,—тине.

Экскурсия ҡала ситендә уҙғарылған ат сабышы һәм ҡымыҙ байрамы майҙансығында тамамланды. Почетлы граждандар ҙа, хеҙмәт ветерандары ла, етәкселәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән байрам сараларын күҙәтте.

Мәҙинә Мансурова.

Һүрәттә: Почетлы

граждандар «Алтынай» балалар баҡсаһы янында ағас ултыртыуҙа ҡатнаша.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap