Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
24.08.2015
Күңел асты Сибайҙар
Untitled document

Гөлфирә ИСХАҠОВА

Сибай ҡалаһының 60 йыллығына арналған байрам саралары 14 август көнө иртәнсәктән алып төнгә тиклем күңелле көй, ҡыҙыҡлы уйындар, шат тауыштар аҫтында үтте.

«Аструм» сауҙа комплексы янында ҡаланың билдәле музыканттары инвалид балалар һәм инвалидтар ғаиләһендә тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр өсөн «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» мәрхәмәтлек концерт-акцияһы ойошторҙо. Ошо уҡ ваҡытта ҡала куранты янында күргәҙмәләр, ҡул эштәре, матурлыҡ индустрияһы буйынса оҫталыҡ кластары, уйындар, конкурстар, викториналар уҙғарылды. Балалар бигерәк тә ҡулдарына һүрәт төшөртөү менән мәж килде, ә инде рәсем сәнғәтенә ғашиҡ булыусылар Балалар һынлы сәнғәт мәктәбенең уҡытыусыһы, профессиональ рәссам Илдар Зөфәр улы Арыҫлановтың эргәһенән китмәне. Йәш бейеүселәрҙең сағыу кейемдә флешмоб уҙғарыуҙары ла һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер.

Таҡмаҡ һәм гармун моңон һөйөүселәр ҙә был көндө «Сулпан» театры алдына йыйылды. Ҡатнашыусылар төрлө хеҙмәт өлкәһе кешеләре, төрлө йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы йыр-моңға булған эскерһеҙ һөйөү берләштерҙе. Был байрамда Яңауыл ҡалаһында уҙғарылған «Моңға бай гармун байрамы—2015» конкурсында ҡатнашыусылар ҙа сығыш яһаны. Улар—Санъяр Мәүлитҡолов, Фидаил Әбүбәкиров, Хәлил Һөйөндөков, Рәйлә Ҡадырова, Татьяна Вершинина һәм Галина Желтышева. Әлмира Әбүбәкирова гармун уйнаусылар араһында яңы исем булып танылһа, таҡмаҡтар сығарыу буйынса Надежда Горбуноваға етеүсе булманы. Һәр ҡатнашыусы үҙенең сығышы менән йә талғын, йә дәртле көй аҫтында тамашасыларҙың күңел ҡылдарын сиртте. Халыҡ ижады һәм мәҙәниәт үҙәгенең художество бүлеге буйынса директор урынбаҫары Гөлсиә Мөхәмәт ҡыҙы Дәүләтшина был байрамға ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе:

—Элек-электән һәр байрамды гармун моңо биҙәгән. Туй, тыуған көн, яҡын дуҫтар менән осрашыу булһынмы, ул гармунсыһыҙ үтмәгән. Үкенескә күрә, хәҙерге көндә был онотола бара. Был музыка ҡоралын үҙ иткән ололарыбыҙ һирәк, ә бөгөнгө йәштәр бөтөнләй белмәй тиерлек, гармун серенә бер ҡайҙа ла уҡытмайҙар, тип әйтергә лә була. Шуға күрә, гармунға ҡарата халыҡ күңелендә һөйөү уятыу, йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында беҙ ошо байрамды ойошторҙоҡ. Икенсе йыл конкурс рәүешендә үткәрергә ниәтләнәбеҙ.

Ҡатнашыусылар араһында иң өлкәне Фидаил Әбүбәкиров ине. Уға 84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, әле һаман тальянын ҡулынан төшөрмәй. Таҡмаҡ әйтеүҙә иһә өлкәндәрҙән бәләкәйҙәр ҙә ҡалышмаҫҡа тырышты. 5 куплетҡа тиклем таҡмаҡ сығарыусы тамашысыларға дәртләндереү бүләктәре бирелде.

Үҙҙәренең йәшлек көйө аҫтында бейергә теләүселәр «Мир» кинотеатры янындағы скверҙа «Ретро» вокаль-инструменталь ансамбль ойошторған «Был ҡала—ерҙәге иң яҡшы ҡала…» исемле ретро-дискотекаға йыйылды. Халыҡ 70-80-се йылдарҙың йырҙарын ихлас ҡабул итте. Сибай ҡала Советы депутаты Виктор Тюриндың «Тыуған яҡ» йырын башҡарыуы концертҡа сағыу биҙәк өҫтәне. Билдәле йырсы Вәсилә Фаттахованың репертуарынан алынған был йыр татар телендә йырланды. Хәҙерге ваҡытта Виктор Тюрин сәхнәгә тағы ла «Өфө йүкәләре» исемле башҡорт йырын әҙерләү өҫтөндә. Тамашасыларҙың теләген иҫәпкә алып, музыканттар бындай бейеү кисәһен традицион рәүештә йышыраҡ үткәрергә уйлай.

—Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө, тиҙәр. Бәлки, ҡайһы бер урындарҙа шулай булғандыр ҙа. Тауыш, репертуарға бәйле буталсыҡтар һиҙелде. Алдан уҡ импровизация рәүешендә үткәреү уйланғайны. Халыҡ яйлап йыйылды, ҡыҙа бар-ҙы, бейергә төштө. Imagine һәм Esterday төркөмдәре менән Олег Ефимов, Иҙел Әсмәндиәров ҡала халҡын үҙҙәренең дәртле йырҙарына бейетеп, бик яҡшы сығыш яһаны. Шулай уҡ Павел Колесников та халыҡ һөйөүен яулай алды. Виртуоз-музыканттар Рафаэль Йософбаев, Мансур Яныбаев, Эдуард Исҡужин, Алексей Пронченко үҙҙәрен яҡшы яҡтан танытты. Минең уйлауымса, барыһы ла яҡшы килеп сыҡты. Килгән ҡунаҡтарҙың барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм, беҙ һеҙҙең өсөн эшләнек,—тип үҙ фекере менән уртаҡлашты Виктор Тюрин.

Балалар ҙа был байрамдан ситтә тороп ҡалманы. Улар өсөн «Евразия» ҡунаҡхана комплексы биләмәһендә «Сибайымды данлайым!» күңел асыу сараһы үткәрелде. Күптәргә инде билдәле булған «Тутти-Фрутти» исемле байрам студияһы тарафынан әҙерләнгән ҡыҙыҡлы уйындар программаһы тиктормаҫ балаларҙың күңелен күтәрһә, ата-әсәләр өсөн был оҙайлы эш көнөнән һәм ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән арындырыусы ял сәғәте булды. Ҡалала бер нисә урында төрлө байрам саралары ойошторолоуға ҡарамаҫтан, был күңел асыу программаһына халыҡ күп кенә йыйылған ине. Шаян клоундар ата-әсә һәм балаларҙы үҙҙәренең көләмәстәре, йомаҡтары, уйын һәм бейеүҙәре менән дәртләндереп, байрамға йәм өҫтәне. Шулай уҡ кескәй дуҫтар менән күрешергә тип «Һалҡын йөрәк» мультфильмы персонажы Анна ла килеп еткән ине. Ул инде күп йылдар йәйҙе күргәне юҡ, ә балалар уға йәй айының ниндәй күңелле һәм мауыҡтырғыс икәнен һөйләп бирҙе. Анна менән бергә улар ҡышты ла иҫкә алып, «Ҡарлы батл» үткәрҙе. Был ярышта кемдең мауығып уйнауын әйтеүе лә ҡыйын: ата-әсәләрме, әллә балалармы? Бының менән генә байрам ярыштары бөтмәне: клоунесса Ириска тарафынан күрһәтелгән төрлө ҡыҙыҡлы фокустар, асфальтта һүрәт төшөрөү бик мауыҡтырғыс булды. Ә финалда иһә кескәйҙәрҙең яратҡан йәнһүрәт геройы Губка Боб һәр балаға шар бүләк итте.

Һүрәттә: байрамдан күренештәр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap