Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Ҡуласа
Untitled document

Дауамы. Башы 61-62, 63-64,

65-66-сы һандарҙа

Буранлы ҡышҡы кистәрҙең береһендә һуңлап булһа ла ҡайтып күренергә күнеккән атаһы бөтөнләй ҡайтманы. Әсәһе күтәрмәгә ҡат-ҡат инеп-сығып уны көттө, бешергән ашын да ҡайта-ҡайта йылытты. Балалар ғына атаһының ҡайтып күренмәүенә бошонманылар. Fәҙәттә ул юҡта өйҙә йылы күтәренкелек хөкөм һөрә: Юлай радио-телевизор схемаһын сығарып мауығып йәбештереү эштәре менән мәшғүлләнеп китә, Фәрзәнә өлкән ҡыҙ булараҡ бәйләү-сигеү эштәрен ҡулына ала, Фәһимә менән Мәликә иҙәнгә һуҙылып ятып һүрәт төшөрөргә керешәләр. Ҡыҙҙарҙың һүрәттәре был осраҡта яҡтыраҡ, нурлыраҡ, матурыраҡ килеп сыға. Башҡаларға нисектер, Мәликәнең башында бер генә уй әйләнгеләй: «Атайым бөтөнләй ҡайтмаһа ине…» Хоҙай Тәғәлә уның теләген ҡабул ҡылғандыр, атаһы икенсе көнгә лә, өсөнсө көнгә лә, аҙна аҙағында ла күренмәне. Икенсе аҙнаһына ауыл буйлап хәбәр таралды: «Мансур Вәлимә менән йәшәп ята икән!» Был хәбәр әсәһенә иртәрәк тә ишетелгәндер бәлки, мәгәр был хаҡта өй эсендә һүҙ ҡуҙғатыусы булманы, дүрт баланың исмаһам береһе, атайым ҡайҙа, тип яңылыш булһа ла ысҡындырманы.

Эңер мәлендә ишек шаҡынылар. Тупһа ауыҙында атаһы тора, ғәжәпкә ҡаршы айыҡ ине был юлы. Инде лә өндәшмәй генә түргә үтте, карауат аҫтынан юл сумкаһын сығарып кейер кейемен шунда тултырырға керешеп китте. Шөғөлөн ослағас өҫтәл артына ултырып бер килке шымтайҙы, тамағы төбөнән ҡарлығыулы өн һығылып сыҡты: «Һеҙҙән китәм, Маһира… Былайтып күпме ҡаңғырырға мөмкин. Fаиләмде ҡалдырып бәхетле йәшәй алмаҫымды ла беләм, ни хәл итә-йем, маңлайыма яҙғаны шулдыр…». Ишек төбөнә килде, көйәнтәләй бөгөлөп торҙо ла ҡараңғылыҡҡа атланы. Ҡайырылып ҡараманы.

Атаһы эсеп йөрөһә лә ғаиләне туйындырған барыбер, тиҙҙән ҡытлыҡ, юҡлыҡ үҙен һиҙҙерә башланы, махсус белеме булмаған әсәһе ырҙын табағына иген ағыулауға йөрөй башланы. Иртән сығып китә лә эңер төшкәс кенә арып-талып, йөҙө һурылып ҡайтып инә. Ағыулау мәлендә махсус һаҡланғыс булмағас танау-ауыҙҙарын яулыҡ менән томалайҙар икән. Һарғылт-ҡыҙыл туҙан яулыҡты ғына түгел, әсәһенең тотош өҫтөн япҡан була. Инеү менән өй эсе зәһәр ағыу еҫе менән тула. Хеҙмәт хәүефһеҙлеген һаҡлау ниәтенәндер ферманан көн һайын ике литр һөт бирәләр. Уны һыйыр ағына ҡушып көн аша ҡатыҡ итеп ойоталар. Ни тиклем ауыр булмаһын әсәһе осто-осҡа ялғай алды, балаларын ас та яланғас та итмәне.

Йыл да тулманы, башын эсеүгә һалған тотанаҡһыҙ ирҙе Вәлимә лә ҡыуып сығарҙы. Тик атай кеше үҙ ғаиләһенә ҡайтырға теләмәне, ауыл осонда яңғыҙы көн иткән, медпунктта йыйыштырыусы булып эшләгән Вәғиҙәгә барып инде. Эсергә хирес икәү ҡушылғас ни тормоштарының рәт-сүрәте күренмәне. Йыш ҡына урам буйлап эсергә эҙләп әйенселәү был икәүҙең йәшәү рәүеше ине.

Мәликәнең хәтерендә: мәктәптән сығып ҡайтып килә ине, ҡаршыһына етәкләшкән теге икәү осраны. Бер яҡҡа ҡайырылырға иткәйне, бит-йөҙө шешенке атаһы йүгерә-атлай уның ҡаршыһына килеп теҙләнде лә тилмереп күҙҙәренә төбәлде. Таушалған кәүҙә иҫереп болғаңлаһа ла һалынҡы ҡабаҡтар аҫтынан ҡараған күҙҙәр мәғәнәле һәм һағышлы инеләр. «Бәләкәсем, һаумы?—Яуап ишетмәһә лә ҡабаланып ары теҙҙе.—Ҡайһылай ҙурайып киткән булған… Ағайың, апайҙарың нисек? Юлай минән ҡаса, һөйләшергә лә теләмәй, урынһыҙға, сәбәпһеҙгә күп ҡыйырһыттым шу. Матур итеп йәшәгеҙ, һеҙ йәшәһәгеҙ мин дә имен-аман булырмын…». «Хәстрүш абышҡа, нимә унда һейгәгең менән шыбырҙашаһың? Ағыуға ҡатҡан Маһираңды, етемәктәреңде бик тә һағынып юҡһынһаң, тотмайым, ҡыуҙым-сығарҙым булыр, дүрт яғың ҡибла!» Атаһы яр биреһеләй әрпеш кейенгән, туҡтамай бытылдап иләмһеҙ хәбәр һөйләгән эскесе ҡатындың артынан эйәрҙе.

Ни тиклем эсһә лә атаһы тракторынан төшмәне, яҙлы-көҙлө ер һөрҙө, көҙ етте иһә комбайнға ултырҙы, ҡыш көндәре ҡырҙан колхоз малына аҙыҡ ташыны. Тырыш, эш өсөн генә тыуған тракторсыны эшенән бушатырға ашыҡманылар, уның етешһеҙлектәренә, ҡайһы саҡ ышанысты аҡламауына бармаҡ аша ҡаранылар. Эскән килеш трактор рычагы артына ултырыу—енәйәт ҡылыуға бәрәбәр; бер тапҡыр ер һөрөп йөрөгән еренән янтайып тракторын юл ситенә ауҙарҙы, икенселәй яңғыҙы көн иткән Фатима ҡарсыҡтың картуф баҡсаһының осонда урынлашҡан иҫке мунсаһын төкөп ауҙарҙы, ярай эсендә бер кем дә булмай сыҡты. Һуңғы тапҡыр үҙе ҡазаланды—тракторында түгел, ҡышҡы селләлә иҫерек килеш оҙаҡ ятып, ҡул, аяҡ бармаҡтарын туңдырҙы.

Шул хаҡта ишеткәйнеләр, әсәһе район дауаханаһына йыйына башланы, Юлайҙы башҡаларға күҙ-ҡолаҡ итеп ҡалдырып, уны үҙе менән эйәртте.

Дауаханаға барғанда ҡул-аяҡтары бинт менән сырмалған атаһын айырым палатаға һалып ҡуйғайнылар. Уларҙы тотҡарлыҡһыҙ үткәрҙеләр. Әсәһе карауат янына ултырҙы, ул баш осона баҫты.

Атаһының шырт баҫҡан йөҙө тартылып киткән, күҙ төптәренә ҡарағусҡыл күләгә ятҡан, етек сәстәре бумалалай тырпайып күренәләр. Өндәшмәй суҡайҙылар. Ниһайәт тамаҡ ҡырған атаһы тоноҡ тауыш менән һүҙ ҡатты:

—Бына, ятам әле, ғәрипкә әйләнеп, ҡул-аяҡты тупысайтып бармаҡтарҙы киҫеп ырғыттылар…

—Ишеттем, шуға эште ҡуйып килеп етә һалдыҡ… Вәлимә йә Вәғиҙә килгәндәрҙер ул?

—Ҡайҙан… Белә күрә йәнгә теймә, йөрәкте өҙмә инде…

—Үпкәләмә, артығын һораным шикелле… Шуға килдек, беҙгә ҡайтырһың, башҡа кемгә кәрәгең бар… Мин, балалар шулай хәл иттек…

«Яңылыш һөйләй әсәһе, ул хаҡта һүҙ ҡуҙатманылар ҙа баһа…». Мәликә шулай уйлаһа ла өндәшмәй ҡалды.

Атаһы берауыҡ һүҙһеҙ ятты ла башын ситкә ҡайырҙы. Эре күҙ йәштәре һурынҡы биттәре буйлап түбәнгә һарҡты. Ул илай ине. Ир кешенең илағанын күргәне булмағас, уның да күңеле тулып китте, иламаҫ өсөн аҫҡы иренен тешләне. Бына иңрәү яңынан һығылып сыҡты:

—Һине күп тапҡырҙар рәнйеттем, Маһира, кисерә алһаң кисер… Балаларҙы ла һине лә үҙемдән биҙҙерҙем… Аламалыҡтарымды бер кемгә лә япһармайым, әммә ҡош ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул, тиҙәр бит, минең дә баштан кирегә һапланды… Үҙең беләһең, атайым да эсеүгә һабышҡан кеше ине бит, ҡылыҡ-холҡо ла ауыр булды… Шуға ла бит беҙҙе әсәйем мәрхүм булғас, ҡалалағы балалар йортона бирҙеләр. Атайымдан, ары ҡаҙна йортонан күргән йәбер-рәнйеш ҡонон һеҙҙән алырға маташтым… Алйот… Аламалыҡ гонаһ тыуҙыра икән ул, әле килеп шуны аңланым… Хәҙер Юлайҙың, ҡыҙҙарымдың шундай булып китеүҙәренән ҡурҡам, уларҙың йәненә асыу орлоҡтары сәселгән бит, йәндәрендә бер шытым бирмәһә бер бирер… Ҡайтыуға килгәндә, юҡ… Сәләмәт аяҡтарым менән сығып китеп ғәрип булып, бәйнәтемде һалып ҡайтмаясаҡмын…Минең холоҡто беләһең… Димләмә, булмай! Кисә профкомын эйәртеп Fәлимйән ағай килеп китте, миңә район үҙәгенән бер өкәлтәк йүнләп йөрөйҙәр икән. Эш тураһында һүҙ ҡуҙғатыу—әлегә иртәрәк… Борсолмағыҙ, ҡайғырмағыҙ, нисек тә йәшәрмен әле… Тағы башҡаса килмәгеҙ, мине бахырға тиңләп йәлләү кәрәкмәй… Балаларҙы нисек тә әҙәм ит, Маһира, һин бит аҡыллы, егәрле, көслө ҡатын…

—Нишләп шул һүҙҙәреңде элегерәк әйтмәнең, Мансур?

—Йәнемә инеп оялаған иблес ирек бирмәне… Йә, бәхилләшәйек…

—Бәлки…

—Юҡ сигенмәйем, был һуңғы һәм кире ҡаҡҡыһыҙ ҡарарым… Мин һеҙҙең өсөн юҡ инде, ҡасандыр булғанмындыр, ә бөгөн—юҡ!

—Үҙең ҡара улайһа… Балаларға килеп йөрөргә рөхсәт бир. Һин бит атай…

—Ҡыуанып ризалашыр инем, тик уларҙа ундай теләк тыумаҫ шул… Тағы ла шуны әйтмәксемен, башҡаса сыҡма шул ағыуға…

—Ҡайҙа ғына барайым, аптырағандың көнөнән йөрөлә, аҡсаны ла арыу түләйҙәр унда.

—Сәләмәтлегеңде хәҙерҙән аҡсаға алмаштырһаң, балаларҙы кем үҫтерер? Fәлимйән ағай менән һөйләштем-килештем, алдағы аҙнанан быҙауҙар ҡарарға сығырһың. Исмаһам унда йылы, мәктәптән сыҡҡас Юлай барып ярҙамлашыр, Фәрзәнә лә ҡул араһына керә бара.

—Рәхмәт хәстәреңә. Хуш, Мансур…

—Хуш, Маһира…

Атаһы хаҡлы булып сыҡты, исмаһам береһе уны күрергә, янына барып хәлен белергә теләмәне. Башта ла, һуңынан да. Ә атаһы район үҙәгендә бер нисә йыл йәшәгәндән һуң, күрше Ҡәнзәфәр ауылына килеп төпләнде, үҙе кеүек бер ғәрип ҡатынға өйләнде. Бәлки ғаиләһенә яҡыныраҡ булырға теләгәндер. Яттарҙың уйын ҡайҙан белмәк, тоймаҡ, кеше күңеле ҡара урман, тиҙәр бит…

* * *

—Шулай итеп, иҫтәлекле, хәтерҙә ҡалырлыҡ осрашыуҙы дауам итәйек, хөрмәтле ағай-эне!..—Рөстәм Ишмөхәмәтович ишек яғындағыларға мыҫҡыллы ҡарашын атты. —Беренсе һүҙҙе һеҙгә бирәйек, Мәликә Мансуровна, бәлки атайығыҙға әйтер, ололар көнө алдынан уға еткерер теләктәрегеҙ барҙыр… Ысынын әйткәндә, Мәликә Мансуровна, һеҙҙең атайығыҙҙың ҡарттар йортонда йәшәгәнен белмәнем. Был минең өсөн көтөлмәгән, һәм өҫтәргә кәрәк, шатлыҡлы булмаған яңылыҡ… Һеҙҙең менән нисә йыл бергә-бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә тура килде, шул серҙе лә йәшереп тотҡанһығыҙ… Көтмәгән инем, көтмәгән инем!—Ҡулында әйләндергеләгән күҙлеген өҫтәлгә ырғытты ла тәкәббер төбәлеп креслоһында ҡайҡайҙы.

Башлыҡтың был хәрәкәтенә өйрәнеп бөткән, тимәк, ул үҙен хаҡлы итеп тоя, тимәк, ул сығарған ҡарар ҡаты һәм аяуһыҙ буласаҡ.

Мәликә Мансуровна яй ғына ҡалҡты, лакҡа ҡатырылған сәстәренә ҡағылды, күлдәк итәген тартып төҙәтештерҙе. Тағы ла бер тапҡыр бүлмәләгеләргә ҡарашын һирпте, тишерҙәй итеп атаһына төбәлде:

—Һаумыһығыҙ, Мансур Зәбирович, танынығыҙмы, был мин, Мәликә ҡыҙың булам…

—Һауғынаһыңмы, балам… —Мансур ҡарт уң ҡулында ҡалған ике бөртөк бармағы менән лупа күҙлеген төҙәтте лә башын баҫты.

—Мин һеҙгә бала түгел, шуны иҫегеҙгә һеңдерегеҙ! Яҡты донъяға тыуҙырыу ғына аҙ, атай исемен йөрөтөү өсөн ауыҙҙағы һуңғы телемде өҙөп ҡаптырып баланы тәрбиәләп үҫтереү ҙә зарур.—Аяуһыҙ башлауын тойоп баҫыла төштө.—Әсәйем дә миндә йәшәй, имен әлегә…

—Ишетеп ятам…

—Ишетәм, тигәнсе уны эҙләп табып, килеп хәлен белһәң, үҙеңдең ҡайҙалығыңды еткерһәң арыу булыр ине.—Ары рәсмилек һаҡлап ҡала алмай «һин»гә күсте.—Юғиһә, атаһынан баш тартҡан енәйәтселәй мир алдында баҫып тороуы миңә лә еңел түгел.

—Ҡыҙым, бында тамсы ла ғәйебем юҡ, минең өсөн һинең менән осрашыу көтөлмәгән хәл.

—Көтөлмәгәнме, әллә ҡыуаныслымы?

—Ҡыуаныслы…

—Тура баҫып ҡырын һөйләмәйек, Мансур Зәбирович, ә мин был осрашыуҙа шашып ҡыуанырлыҡ сәбәп тапмайым. Һинең хәлеңде лә аңлайым, ҡыуаныуҙан бигерәк тетрәнеп ултыраһыңдыр. Үҙеңә мәғлүм, бының өсөн йөйҙәр, күңелеңде сырмалтҡан төйөндәр етерлек.—Башлыҡҡа ҡараны.—Рәхмәт, Рөстәм Ишмөхәмәтович, ҡайһылай ҙа матур, онотолмаҫ осрашыу ойошторғанһығыҙ, бала сағыма ҡайтып урағандай булдым.

Башлыҡ, хәл-ваҡиғаны асығыраҡ күрергә теләгәндәй, күҙлеген кире алып кейеп урыбаҫарҙарына мәғәнәле ҡарап ҡуйһа ла яуап ҡайтарырға ашыҡманы. Мәликә дауам итте:

—Алдан уҡ иҫкәртәм, беҙҙең бөгөнгө әңгәмәләшеү еңелдән булмаясаҡ. Икәүҙән-икәү ултырып аңлашһаҡ күпкә еңелерәккә төшөр ине лә бит, тик ни хәл итәһең, бары менән байрам, тиҙәрме әле?—Яман һулап ҡуйҙы ла ҡарашы менән бөршәйеп ҡалған кәлбер кәүҙәне өттө.—Беҙҙән ғүмерең буйы ҡасып-боҫоп йәшәнең, ә бына уның нилектән икәнлеген аңламаным, әле лә аңламайым. Һине ғәфү итә алмайым, атай, сөнки беҙҙә йәшәгәнеңдә гел әсәйҙе йәберләнең, кәмһеттең, мыҫҡыл иттең…

—Ҡыҙым!..

Дауамы киләһе һанда

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap