Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
01.09.2015
Таусылар төйәге—Ирәндектең биҙәге
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Таусылар ҡалаһы—Сибай 60 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршыланы: Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе, «Алтынай» балалар баҡсаһы, «Урал аръяғы» сауҙа-сервис комплексы, Арҡайым ҡасабаһында мәсет асылды. Элеваторҙа ҡеүәтле тирмән сафҡа инде. Сибайҙарҙың атҡарған эштәрен баһаларға, шулай уҡ байрам менән ҡотларға Республикабыҙ Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов килде. Башлыҡ шулай уҡ 2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса уҙғарылған кәңәшмәлә ҡатнашты.

Рөстәм Зәки улы эш сәфәрен һынлы сәнғәт мәктәбен ҡарауҙан башланы. Дөйөм майҙаны 1300 квадрат метрҙан ашҡан мәшһүр бинаны ҡаланың «Ремстройцентр» йәмғиәте төҙөүселәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөп ҡуйҙы. Сибайҙар 20 йыл хыялланған һынлы сәнғәт мәктәбен һалыуға республика бюджетынан 71,6 миллион һум аҡса бүленгән. Был 2014-2015 йылдарҙа Республика адреслы инвестицион программаһы сиктәрендә башҡарылды. Ҡала бюджетынан иһә 2,2 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтелде. Бында бер сменала 250 бала һүрәт төшөрөү серҙәренә генә түгел, һөнәрселеккә лә өйрәнәсәк. Яңы бинала коридорҙар иркен, һүрәт төшөрөү, скульптура, ағасты һырлау, әүәләү кластары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Рөстәм Хәмитов әүәләү, скульптура уҡытыусыһы F.Б.Фәйзуллиндың ҡул эше менән ҡыҙыҡһынып, материалдарҙы ҡайҙан алыуын һораны.

—Һары балсыҡ үҙебеҙҙә етерлек, күген һатып алабыҙ. Көршәк эшләү буйынса ла һабаҡ бирәбеҙ,—тине Fәфүр Басир улы.

Ағастан һырлау оҫталары Йәноҙаҡ Ҡылысов, Әнүәр Игебаевтың ҡул эштәренә лә Башлыҡ һоҡланыуын йәшермәне.

Икенсе ҡаттағы күргәҙмә залын урындағы рәссамдар Р.Fәлфәүров, Ч.Хисаметдиновтың төрлө картиналары биҙәй. Һүрәт төшөрөү класында Рөстәм Зәки улы уҡыусылар, уҡытыусылар менән ихлас аралашты. Ул хатта Республика Хәрби Дан музейы хеҙмәткәре онлайн режимында алып барған оҫталыҡ дәресенең шаһиты ла булды. «Эшегеҙҙә яңы технологияларҙы ҡулланыуығыҙ бик яҡшы»,—тине ул башланғыстарҙы хуплап.

Артабан башлыҡ кортежы Сибай элеваторына юл алды. Предприятиеға «Ҡыҙыл ылау» итеп быйылғы йылдың тәүге ашлығын тейәп килгән машиналар сиратҡа теҙелгән ине. Был көндө элеватор

ҡураларына Баймаҡ районынан, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районынан, Ырымбур өлкәһе һәм Сибай ҡалаһы игенселәренән 380 тонна ашлыҡ, шул иҫәптән бойҙай, һоло һалынды. Шулай булырға тейеш тә, сөнки бында тәүлегенә 300 тонна он етештереүгә көйләнгән тирмән уңышлы эшләп тора. Сорт тирмәнен реконструкциялауға 505,4 миллион һум инвестиция һалынған. Элеваторҙың генераль директоры Владимир Пономарев әйтеүенсә, эштәрендә алдынғы технологиялар, ҡеүәтле ҡорамалдар ҡулланыу етештереү күләмен 2,5 тапҡырға арттырған. Шулай итеп бында йылына 76 мең тонна он тартыласаҡ. Май айында тәүге сеймалын бирә башлаған элеваторҙа бөгөнгө көнгәсә 11 мең тонна он, 2,5 мең тоннаға яҡын көрпә тоҡтарға тултырылған.

—Бөгөнгө байрам—һеҙҙең байрам. Хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ, эшегеҙ булғас, ашығыҙ ҙа бар,—тине Рөстәм Зәки улы элеватор эшселәрен тәбрикләп.—Оҙаҡ йылдар буш торған комплексты терелтеп ебәреүгә күп көс һалдыҡ. Бөгөн бураларға ашлыҡ һалына. Башҡортостандағы иң ҙур тирмән хәҙер һеҙҙә. Үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡҡа бер ни ҙә етмәй, булғандың ҡәҙерен белегеҙ.

Башлыҡ Үҙәк майҙанда төҙөлгән «Урал аръяғы» сауҙа-сервис комплексы менән дә ҡәнәғәт ҡалды. Былтыр ошо ваҡытта нигеҙ һалынған төҙөлөштө атҡарып сығыуға 380 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән. 5 мең квадрат метрҙы биләгән үҙәктең яртыһы сауҙа өсөн тәғәйенләнһә, ҡалған өлөшөндә 170 урынға иҫәпләнгән «Атмосфера» кинозалы, заманса конференц-зал, ресторан урынлашҡан. Комплекстың алғы яғы мәҙәни саралар үткәреү өсөн сәхнә, ике яҡ ситтәре сығыштарға әҙерлек бүлмәләре итеп эшләнгән.

—Кис сибайҙарға ял минуттары бүләк итәсәк йондоҙҙар—Владимир Пресняков, Анастасия Волочковаларҙы сәхнә ҡабул итергә әҙер,—тине «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Андрей Назаров, үҙәк менән таныштырып.

Ҡунаҡтар ҡаланың Балалар ижады үҙәге биләмәһендә ойошторолған технологиялар һәм кесе, урта эшҡыуарлыҡ субъекттары әҙерләгән күргәҙмәне лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. «Ирәндек айыуҙары» туризм клубы, «Технострой» йәмғиәте ҡаҙаныштары менән бүлешһә, шәхси эшҡыуар Павел Лазаренков ҡалалаштарға аҫыл, ярым аҫылташтарҙан эшләнгән әйберҙәрен тәҡдим итте.

«Глобал Эдж» компанияһының күргәҙмәһе лә үҙенсәлекле булды. Компания төркөмөнөң директоры Дмитрий Дунюшкин «СибайПлитПром» йәмғиәте тәҡдим иткән ОСП плитәләр эшләү заводы төҙөү инвестицион проекты хаҡында бәйән итте. Директорҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, технология процесы тамамланған, ноябрь айында дәүләт аттестацияһын үтергә йыйыналар.

Балалар ижады үҙәгендә Рөстәм Хәмитов етәкләгән төркөмдө 2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһын тормошҡа ашырыуҙы күрһәткән экспозициялар ҡаршы алды. Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Учалы райондары хакимиәт башлыҡтары программа үтәлешен һандарҙа сағылдырҙы.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, әлеге дәүләт программаһының координация советы рәйесе Илшат Тажетдинов, төрлө тармаҡ министрҙары һәм Урал аръяғы райондарының хакимиәт башлыҡтары ҡатнашҡан кәңәшмәлә программа сиктәрендә башҡарылған эштәр барланды. Әйткәндәй, Сибайҙа быға тиклем ошо мәсьәлә буйынса ике тапҡыр төбәк-ара инвестиция форумы үтте, байтаҡ яңы проектҡа башланғыс һалынды, һөҙөмтәлә эш урындары, инвестиция күләме артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһы ҡабул ителеүенә дүрт йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, ул йылдам үтәлеше менән ҡыуандырмай.

—Бынан дүрт йыл элек ҡабул ителгән программа, һис шикһеҙ, кәрәкле һәм ул бик ваҡытлы эшләй башланы. Һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел: төбәккә 50 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынды, 8 меңдән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килде. Көньяҡ-көнсығыш аграрийҙарына ғына 2 миллиард һумдан ашыу ярҙам күрһәтелде. Әммә өмөттәр тулыһынса аҡланманы: иген, һөт, ит етештереү күләме артманы, ҡеүәтле етештереү предприятиеһы төҙөлмәне, төбәккә урындағы инвесторҙарҙы йәлеп итә алманыҡ. Халыҡ һаман эш эҙләп ситкә ағыла. Тыуған ер уларҙы тартмай икән, тимәк, бында уйланырға урын бар! Fәҙәттә, район әһәмиәтендәге объекттарҙың барыһы ла республика йәки ил ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлә. Бөгөн бюджет аҡсаһын бүлеүҙе туҡтатһаҡ, быларҙың береһе лә булмаясағы көн кеүек асыҡ. Ниңә үҙегеҙ инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эш алып бармайһығыҙ?—тигән ҡырҡыу һорау бирҙе Рөстәм Зәки улы урындағы муниципалитет башлыҡтарына. Кәңәшмә һүҙҙән эшкә күсергә кәрәклеген аныҡ күрһәтте. Ҡайһы бер докладтар ҡаты тәнҡитләнде.

—Ҡасан ҡоро отчет биреүҙән, һандар менән мауығыуҙан туҡтайһығыҙ? Аныҡ ҡарарҙар, эшлекле тәҡдимдәр ҡабул итергә ваҡыт. Ни өсөн программа беҙ өмөт иткән һөҙөмтәләргә өлгәшә алмай? Сәбәбен асыҡларға кәрәк, белмәйһегеҙ икән, бер-берегеҙҙән өйрәнергә, кәңәш алырға мөмкин. Йыл һайын ҡоролоҡҡа һылтанып, теҙгенде бушаттығыҙ. Әлбиттә, ошоғаса башҡарылған эштәрҙең ыңғай яҡтары ла юҡ түгел. Дүрт йыл эсендә генә иҡтисади яҡтан артта ҡалған төбәкте алға сығарыу мөмкин түгелдер, әммә алға ынтылыш, теләк булыуы мөһим,—тине республика Башлығы. Рөстәм Зәки улы шулай уҡ һигеҙ муниципалитеттың рейтингын төҙөргә ҡушты. Булған мөмкинлектәрҙе кемдең нисек файҙаланыуын һәм нисек эшләүен күрергә теләй ул. Киләсәктә хакимиәт башлыҡтары менән шәхсән һөйләшеүҙәр буласаҡ.

—Программаны тағы ла 2020 йылға тиклем оҙайтасаҡбыҙ, әммә был юлы һәр райондың аныҡ планы булыуы шарт,—тине Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында.—Төп маҡсат—урындағы инвесторҙарҙы әүҙемләштереү, төбәктәге булдыҡлы кешеләрҙе эҙләп табып, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалыу. Ситтән килгән инвестор бер ваҡытта ла төбәктең, халыҡтың йәшәйешен яҡшы белгән урындағылар кеүек ябай кеше мәнфәғәтен күҙаллап эшләмәйәсәк. Барығыҙҙы ла хаталарығыҙ өҫтөндә эшләргә саҡырам: 2020 йылға тиклем Көньяҡ Урал республикала иҡтисади-социаль яҡтан иң алға киткән төбәк булырға тейеш. Бының өсөн ҡеүәт етерлек.

Төбәк Башлығы шулай уҡ Сибайҙың юбилей сараларында ҡатнашып, сибайҙарҙы юбилей һәм Шахтерҙар көнө менән тәбрикләне. Рөстәм Зәки улы был көндө Әҙеһәм Барлыбаевҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре», Галина Шубинаға «Башҡортостандың атҡаҙанған геологы», Рафаил Исмәғилевҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе», Алһыу Нәбиуллинаға «Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре», Ирина Варламоваға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре», Рәсүл Байгилдинға «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре», Венера Fүмәроваға «Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре», Геннадий Полькоға «Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» Почетлы исемдәрен тапшырҙы.

Йола буйынса, Ҡала көнө алдынан төбәк үҫешенә, уның абруйын күтәреүгә тос өлөш индергәндәргә «Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы» маҡтаулы исеме бирелә. Түңәрәк дата уңайынан быйыл 5 кеше юғары исемгә лайыҡ булды. Улар: ҡаланың ветерандар советы рәйесе Р.Х.Иҙрисов, «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе А.Г.Назаров, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалы директоры Й.У.Биккинов, «Строймеханизация» йәмғиәтенең генераль директоры Н.А.Тажетдинов, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының художество етәксеһе Д.М.Fәлимов.

Ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн мәғариф ветераны Рәсимә Айсыуаҡова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде.

Сибай ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов та хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә юғары наградалар тапшырҙы.

Һүрәттә: Республика Башлығы Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе менән таныша; Р.З.Хәмитов Р.Исмәғилевҡа маҡтаулы исем тапшыра.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap