Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
01.09.2015
Гөрләп торҙо Сибай ҡалаһы
Untitled document

Гөлфирә ИСХАҠОВА

22 август көнө Сибай ҡалаһын юбилейы менән тәбрикләргә килгән делегация тәүҙә яңы төҙөлгән объекттарҙы ҡарап сыҡты, һуңынан иһә байрам сараларының шаһиты булды.

Иман—күңел көҙгөһө

Ҡаланың 60 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә Арҡайым биҫтәһендә «Әбүбәкер әс-Ситдыҡ» исемле яңы мәсет асылды. Өс ҡат итеп төҙөлгән күркәм иман йортоноң тирә-яғы ла һоҡландыра: матур-матур сәскәләр үҫтерелгән, балалар өсөн уйын майҙансығы ла эшләнгән. Мәсетте төҙөүгә оло ярҙам күрһәткән «Регионнефтеснаб» йәмғиәте директоры Руслан Камил улы Йәрмөхәмәтов әйтеүенсә, аҙан тауышы ишетеп, иман нурына ҡойоноп үҫкән балалар тәртипһеҙ булмаясаҡ. Нәҡ шундай ниәт менән кескәйҙәр өсөн майҙансыҡ булдырылған да инде.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин менән берлектә ҡунаҡтар илгә тыныслыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек, иман-тәүфиҡ, тормошобоҙға ҡот-бәрәкәт теләп доға ҡылды.

«Алтынай» ишектәрен асты

Ҡалабыҙ ҡунаҡтары Алтын ҡасабаһында яңы балалар баҡсаһын асыу тантанаһында ла ҡатнашты.

Ҡасаба халҡы өсөн был көн икеләтә байрам ине. Бер яҡтан, ҡала юбилейы. Икенсенән, күптәнге хыялдары тормошҡа ашты. Алтында яҡынса 3000 кеше йәшәй һәм күпселеге йәштәр. Шуға ла балалар баҡсаһы һис шикһеҙ кәрәк ине. «Строймеханизация» йәмғиәте ике ҡатлы бинаны тиҙ арала сафҡа индерҙе. 115 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған.

Тантана мәлендә символик асҡысты төҙөлөш йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары Николай Бирюков «Алтынай» балалар баҡсаһы мөдире Айгөл Зәбироваға тапшырҙы.

Баһадирҙар ярышы

Ҡунаҡтар «Труд» стадионында барған байрам сараларын да ҡараны. Оло ҡыҙыҡһыныу менән милли көрәш бәйгеһен күҙәттеләр. Был ярышҡа Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, тирә-яҡ райондарҙан көрәшселәр йыйылды. Улар 60, 70, 80, 90 һәм 90 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. Ярыш ҡыҙған һайын тамашасылар һаны ла ишәйә барҙы. «Биленен ал, биленән!», «Бирешмә!» тигән дәртләндереү кәңәштәре яңғырап торҙо. Келәмдә бер-бер артлы сибайҙар, баймаҡтар, аҡъярҙар алышынды. Шулай ҙа техниканы оҫта башҡарыуҙа һөҙөмтәле сығыш яһаусы баймаҡтар һәм сибайҙар баштан уҡ айырылып торҙо. Ярыш тамамланғас, шау-гөр килеп торған майҙан бер аҙ тынып ҡалды. Кем еңеүсе булыр? Кем таһыллыраҡ? Абруйлы жюри оҙаҡ көттөрмәне. Шулай итеп көрәш майҙанында еңеүселәр билдәләнде. Сибайҙан Алмаз Яҡшыбаев (60 кг ауырлыҡ категорияһында), Сибайҙан Илшат Мәхмүтов (70 кг), Баймаҡтан Венер Нәбиев (80 кг), Сибайҙан Алмаз Әсәҙуллин (90 кг), Баймаҡтан Азамат Гөбәйев (90 кг-нан ашыу) үҙ категорияһында тәүге урынды яуланы. Еңеүселәр көрәш майҙанында ғына түгел, ә тормошта ла шулай бирешмәһендәр, тип теләге килә. Маҡсат спортсылар һанын күпләп әҙерләүҙә түгел, ә иң мөһиме сифатта һәм милли көрәште йәш быуынға еткереүҙә. Турнирҙа ҡатнашҡан тиҫтәләгән егеткә ҡарап, милли көрәштең киләсәге өмөтлө, тип ышаныслы әйтергә була.

Сәскәләр байрамы

Юбилейҙы «тере сәскәләр» ҙә биҙәне. Эйе, эйе, тап шулай. Сибай халҡы һәм ҡунаҡтар стадион буйлап бер-бер артлы үтеүсе төрлө сағыу сәскәләр композицияһын күрә алды. Аллы-гөллө парадта ҡатнашыу өсөн барлығы 25 коллективтан ғариза алына: 14 балалар баҡсаһы, 5 уҡыу йорты, 6 ойошма. Уларҙың дөйөм һаны 600-гә тиклем барып етте. Һәр сағыу сәскәләр композицияһы әҙерләүгә өлгәшкән. Костюмдар ҙа килешле итеп һайланған, тегелгән ине.

Сәскәләр карнавалын тәү башлап йәш әсәйҙәр башланы. Һәр команда көй аҫтында бейеп, үҙҙәренең визиткаһын күрһәтте. Композицияларҙың сығыштары тамамланғандан һуң, бөтә ҡатнашыусылар ҙа флешмобҡа ҡушылды. Бында артистар, төрлө ойошмалар коллективтары һәм ҡаланың бөтә бейеү ансамблдәре сығыш яһаны.

Был күркәм карнавалды үткәреү идеяһы Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәренән килә. Уларҙың сараға етди ҡарауы, ойошҡанлы әҙерләнеүе байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәне.

Карнавал шарттарына ярашлы өс категория буйынса урындар бирелде. 14 балалар баҡсаһы араһында лайыҡлы рәүештә I урынға «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы сыҡты, II урын—«Ләйсән»гә, III урын «Ҡурай»ға эләкте. Уҡыу йорттары араһында I урын—Сибай сәнғәт колледжы, II урын—9-сы лицей, III урын педагогия колледжына бирелде. Ойошмалар араһында I урынды—Үҙәк дауахана, II урынды—стоматология клиникаһы, III урынды «Башинформсвязь» йәмғиәте алды. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа диплом менән бүләкләнде.

Иң көслө кеше

Байрам сиктәрендә уҙғарылған Йәштәр һабантуйында «Урал аръяғының иң көслө кешеһе—2015» ярышы ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, был бәйгене «Ирәндек» боҙ һарайы өс йыл рәттән уҙғара. Әле лә спорттың был экстремаль төрө үҙенә бик күп егеттәрҙе йәлеп итте. Турнирҙа ҡатнашыусылар ике категория буйынса—80 килограмға тиклем һәм 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. Ике төркөмдә лә етешәр егет булды. Ярыштың беренсе турында улар 65 килограмлыҡ бүрәнәне күтәрергә тейеш ине. Кем уны күтәргән килеш оҙағыраҡ тора—шуға өҫтәмә мәрәй. Бынан һуң егеттәр ошо уҡ ауырлыҡтағы кислород баллондарын бер урындан икенсе урынға күсереү йөкләмәһен алды. Кәүҙә ауырлығына ҡарап кемдер—30 метр, кемдер 50 метрлыҡ арауыҡты үтергә тейеш булды. Бында ла ваҡыт иҫәпкә алынды. Ярыштың өсөнсө төрөндә 350 кг ауырлығындағы тәгәрмәсте 3 һәм 7 тапҡыр (кәүҙә ауырлығына ҡарап) ваҡытҡа әйләндереү бурысы ҡуйылды. Ярыштың иң һуңғы төрө, моғайын, иң ауыры булғандыр. Бында спортсылар 2,5 тонналыҡ автобусты 20 метрға тиклем урынынан шылдырырға тейеш ине. Әйтергә кәрәк, егеттәр һынатманы. Көсөргәнешле ярыштан һуң, түбәндәге спортсылар еңеүсе исемен яуланы: 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында I урынға 2013 йылдың чемпионы Тимур Таштимеров сыҡты, II урынды Вадим Байегетов алһа, III урын 2014 йылдың призеры Радик Fөбәйҙуллинға бирелде. 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында 12-се мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Айҙар Байсурин бына инде өсөнсө тапҡыр чемпион исемен яуланы, II урынға 2013-2014 йылдарҙың призеры Александр Баскаков лайыҡ булһа, III урын 2013-2014 йылдарҙағы ярыштарҙа ҡатнашыусы Максим Ульяновҡа бирелде.

Шуныһы ҡыуаныслы: спорттың был төрө йылдан-йыл билдәлелек яулай бара. Әле өс йыл эсендә генә ҡатнашыусыларҙың күбеһе ябай спорт һөйөүсенән профессиональ спортсыға әйләнгән. Көс-ғәйрәттәре ташып торған егеттәр спортта ғына түгел, ә теләһә ниндәй эшмәкәрлек өлкәһендә лә еңеүсе булырға ынтылып торор, үҙҙәре артынан башҡаларҙы эйәртер, тип ышанып ҡалабыҙ.

«Балалар тауышы»

Беренсе каналда барған «Тауыш» (Голос) программаһын һәр кем ишетеп тә, күреп тә белә. Әлбиттә, унда ҡатнашып ҡарарға теләүселәр ҙә әҙ түгелдер. Бындай хыялды Сибай балалары юбилей көнөндә тормошҡа ашыра алды. Әйткәндәй, бындай конкурс Сибай ҡалаһында беренсе тапҡыр үткәрелде. 100 кеше араһынан финалға 14 бала һәм үҙҙәренең йырҙары менән 7 үҙешмәкәр композитор сыҡты. Моңло бәйге ике турҙа үтте. Беренсе турҙа йырларға яратҡан балалар ғына ҡатнашһа, ә икенсе турҙа Сибай тураһында үҙҙәре ижад иткән йырҙары менән композиторҙар һынау тотто.

Балалар араһында III урынға—Лиана Столбова (5 йәш), Ангелина Мельникова (4 йәш), Рита Ҡотлобаева (6 йәш), Розалия Аҫылғужина (5 йәш), Яҙгөл Йәндәүләтова (5 йәш), II урынға—Арыҫлан Күсәмишев (6 йәш), Карина Тажетдинова (6 йәш), Арина Евтушенко (6 йәш), I урынға—Элина Мортазина (5 йәш) сыҡты. Ә төп приз—Гран-при Алина Кимға (6 йәш) бирелде. Иң йәш ҡатнашыусыларға—Илнар менән Илдар Арғынбаевтарға (3 йәш) «Тамашасылар һөйөүе» призы эләкте.

Композиторҙар әҙ булыуға ҡарамаҫтан, улар араһында ла конкурс бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Сибайға дан йырлаусы йырҙар береһенән-береһе матур һәм үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. «Йырым менән һине маҡтайым» конкурсында III урынды Гүзәл Баянова һәм Юрий Петров үҙ-ара бүлешһә, II урынға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Миләш» вокаль ансамбле етәксеһе Мәмдүҙә Илбәкова һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ағинәйҙәр ҡоро» етәксеһе Асия Fәйнуллина сыҡты. Иң яҡшы автор һәм композиторҙар тип Нәйлә Зөлҡәрнәева һәм Анатолий Филиппов билдәләнде һәм уларға лайыҡлы рәүештә I урын бирелде.

Байрам йәме—тирмәләр

Күпләп башҡорттар төпләнгән төйәктә байрамдар тирмәһеҙ үтмәй инде ул! Быйыл да, сибайҙар үҙ ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалып, күҙҙең яуын алырҙай, береһенән-береһе матур тирмәләр ҡорған ине: әллә ҡайҙан улар үҙҙәренә саҡырып ултыра! Мәртәбәле был сараға байрам төҫө өҫтәп, үҙенә генә хас биҙәктәре менән күңелдәрҙе күтәрә улар. Ун туғыҙ тирмәнең һәр береһе ниндәйҙер бер үҙенсәлеге, бүтәндәрҙә булмаған яғы менән үҙенә йәлеп итте. Уларҙа беҙҙең халҡыбыҙҙың һәм шулай уҡ башҡа милләттәрҙең дә быуындан-быуынға тапшырыла килгән йолалары сағылыш тапҡан, аш-һыу төрҙәре, йыһазландырыу, ата-бабаларыбыҙҙың матур ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтелде. Мәҫәлән, 6-сы мәктәп коллективы килен һөйөү йолаһын күрһәтһә, 10-сы мәктәп кейәү һандығын сәхнәләштерҙе. Үҙәк ҡала дауаханаһы коллективы беренсе мәғдән табыу күренешен тамашасыларға еткерҙе.

Комиссия ағзаларына иң-иңдәрен һайлап алыу ауырға тура килде. Күмәк көс менән әҙерләнгән тирмәләрҙең һәр береһе оло баһаға лайыҡ ине. Шуға күрә лә тирмәләрҙе алдан ҡарап сығып, айырым категориялар буйынса лайыҡлыларҙы билдәләп, уларға бүләктәр тапшырылды. Һәр ваҡыттағыса гимназия-интернат, Үҙәк ҡала дауаханаһы, 5-се мәктәп, Ирәндек лицей коллективтары айырым маҡтауға лайыҡ. Ҡоролған тирмәләр данлыҡлы башҡорт йыйындары йолаһын тергеҙеүгә тағы ла бер аҙым булды.

Fөмүмән, байрамдың тәүге өлөшө бик күңелле һәм бай йөкмәткеле булды. Ҙур түҙемһеҙлек менән ҡала юбилейын көтөп алыусылар кисен йәнә осрашты. Үҙәк майҙанда улар ҡалабыҙ таланттары, Башҡортостан һәм Рәсәй йондоҙҙары ҡатнашлығындағы концертты ҡарап һөйөндө. Моңло йырҙарға, дәртле бейеүҙәргә сағыу фейерверк нөктә ҡуйҙы. Ҡыҫҡаһы, 60 йәшен Сибай лайыҡлы ҡаршы алды һәм юғары кимәлдә билдәләне.

Һүрәттә: «Алтынай» балалар

баҡсаһы мөдире Айгөл Зәбироваға символик асҡыс тапшырыла;

сәскәләр карнавалынан күренеш;

иң көслө егеттәрҙең береһе—Тимур Таштимеров

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap