Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
01.09.2015
Сит илдәрҙе маҡта ла...
Untitled document

Тыуған төйәгебеҙҙең ғәжәйеп тәбиғәте һоҡланып туймаҫлыҡ. Ҡобайырҙарҙа әйтелгәнсә, йырҙарҙа йырланғанса мәғрур тауҙар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, үҙәндәр, текә ҡаялар, ҡуйы урмандар, сәскәгә күмелгән болондар, туғайҙар иҫ киткес матур. Хозур тәбиғәт кешеләрҙә матурыраҡ йәшәү тойғоһо уята. Әммә ваҡыт аяуһыҙ, йылдар үтеү менән тәбиғәт тә үҙгәрә. Беҙ тыуып үҫкән Сыңғыҙ ауылында ҡасандыр мул һыулы Һаҡмар ҙа, ярҙарынан сығып ташҡан Күсәбә йылғаһы ла хәҙер һайыған, урмандар һирәгәйгән, хатта туғайҙарҙа сәскәләр ҙә кәмегән. Йылға буйҙарында матур итеп сәскә атҡан муйыл, энәлек, ҡарағаттар ҙа юҡ. Шулай ҙа ошо тупрағыбыҙ барҙа халҡыбыҙ йәшәйәсәк, ауылыбыҙҙа ғүмер дауам итәсәк.

Йылдар, йылдар… Йүгәнһеҙ ат кеүек бит улар, теҙгенен тартып ҡына туҡтатып булмай. Шулай ҙа кеше ғүмере бушҡа уҙмаған, һәр миҙгелдең үҙ гөлө, үҙ биҙәге, юйылмаҫ тәьҫораттары ҡалған. Үҙ төйәгеңдән ҡәҙерле, матур ер бармы икән?

Мин пенсияға сыҡҡас, Талҡаҫ шифаханаһында эшләнем. Республиканың бик күп кешеләре менән таныштым. Улар менән һөйләшкән ваҡытта

күптәренең сит илдәрҙәге ялды үҙ итеүҙәре, әммә үҙебеҙҙәге гүзәл урындарҙы бер тапҡыр ҙа күрмәүҙәре асыҡланды. Ниндәйҙер фәлсәфә артынан Гималай тауҙарына менгәнсе, үҙебеҙҙең Ирәндек, Ирәмәл, Торатау, Уралтау тауҙарына бер күтәрелеү ҙә етә. Ә ниндәй матур йылғалар: Ағиҙел, Дим, Әй, Урал, Һаҡмар, Ыҡ… Үҙебеҙҙә шарлауыҡтар, мәмерйәләр күпме һуң! Арҙаҡлы шағир Абдулхаҡ Игебаев «Йәнгүзәйҙе күрмәй, йән түҙмәй» тип бушҡа яҙмаған.

Ҡайһы бер кешеләр Урта, Ҡыҙыл, Ҡара диңгеҙҙә ял итеүҙәре, Мысыр пирамидалары, Төркиә һәйкәлдәрен яттан белеүҙәре менән маҡтана. Әммә улар үҙҙәренең эргәһендә генә ятҡан легендар тауҙың, йә күлдең тарихын түгел, хатта үҙен барып күргәндәре лә юҡ.

Беҙ ғаилә, туғандар менән йыш ҡына тәбиғәт ҡуйынына сығып ял итергә яратабыҙ. Әлбиттә, тәбиғәткә сыҡҡас, артыбыҙҙан таҙалыҡ, тәртип ҡалдырабыҙ. Ә бәғзеләр быға артыҡ иғтибар бирмәй. Пластик шешәләр менән яр буйҙары, йылға-күлдәр, урмандар тула. Үҙҙәренең артынан күптәр таҙартырға ашыҡмай. Былай дауам итһә, тиҙҙән үҙебеҙҙе сүп-сарға күмәсәкбеҙ. Һәр ғаилә үҙҙәренән һуң таҙартһа, балалары ла йәштән тәртипкә өйрәнер, тәбиғәткә һөйөү менән ҡарар ине.

Барыбыҙға мәғлүм: сәфәрҙә йә иһә тәбиғәт ҡосағында ял итеп ҡайтһаң, дәрт-дарман арта. Киләһе ялыңды ҡайҙа үткәреү тураһында план ҡораһың. Хәҙер республикала туризм төплө урын алып бара. Туризм иҡтисадтың яҡшы ғына табыш килтереүсе тармағы ла. Республика халҡы Төркиә, Мысыр кеүек сит илгә сығып йыл һайын 10 миллиард һум аҡсаны ситкә ебәрә. Шуға күрә эске туризмды үҫтереү беҙҙең өсөн мөһим. Сөнки эске туризмдан йыллыҡ килем 2 миллиардтан да артмай. Барлап китһәң, үҙебеҙҙә генә хозур тәбиғәтле урындар бик күп. Халыҡ ни тиклем үҙебеҙҙең республикала ял итһә, шул тиклем беҙҙең йәшәйеш яҡшырыр, шулай уҡ үҙебеҙҙең тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар менән танышыу, унан ләззәт алыу мөмкинлеге лә булыр ине.

Фәниә Әхмәтова.

Сочи ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap