Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Ҡуласа
Untitled document

Дауамы. Башы 61-68-се һандарҙа

—Бүлдермә, берүк, һуңынан аҡланырһың, әгәр аҡлана алһаң! Рөстәм Ишмөхәмәтович, мөмкин булһа һыу бирегеҙ әле?

—Рәхим итегеҙ, Мәликә Мансуровна!

Һыу йотоп тамағын сылатҡан, тулҡынланыуын бер аҙ баҫҡан Мәликә Ишйәрова дауам итте:

—Балаларыңа ни көн күрһәттең һуң? Һин булмағанда өйгә ҡот, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ инеп ҡала торғайны, быныһын бөтәһенең алдында асыҡтан-асыҡ әйтә алам. Өйөн боҙ һарайына, яҡындарын ҡурҡытыу һәм мыҫҡыллау объектына әйләндергән әҙәм үҙен ғаиләлә баш итеп иҫәпләй аламы? Юҡ! Хәҙер ҡара минең маңлайға, бынау йөйҙө хәтерләйһеңме? Хәтерләүең бик тә икеле, сөнки лаяҡыл иҫерек инең! Балаһының ҡанын ағыҙған кеше атай исемен йөрөтөргә хаҡлымы? Тағы ла юҡ! Иртәгеһен ғәфү үтенәһе урынға яңынан тауыш ҡуптарып әсәйемде урамға алып сығып типкеләнең, сәстәрен йолҡҡосланың. Ишек алдында елдә туҙышҡан сәстәрҙе ғүмеремдең һуңғы көндәренә ҡәҙәр онотаһым түгел. Тағы эскән килеш тракторыңа ултырып алып күршеләрҙең яңы ғына сыҡҡан ҡаҙ себештәрен тапаттың. Инәлеге имгәнгән, себештәре иҙелгән ата ҡаҙ ҡош теле менән ҡарғамаған тиһеңме!? Һин ғаиләң өсөн генә түгел, тотош ауыл өсөн дә имгәк инең, хөрмәтле алдынғы тракторсы! Ниндәй генә хеҙмәт булһа ла, ул иң әүәл аҡыл менән һуғарылырға һәм нығытылырға тейеш. Шул саҡта ғына ул йәмғиәт өсөн файҙалы. Һуҡыр, мәғәнәһеҙ хеҙмәт атҡарып шуның емешенә, һөҙөмтәһенә ҡыуанырға беҙ бит ҡолдар түгел! Һин ғүмерең буйы ер һөрҙөң, иген һуҡтың, былар маҡтауға лайыҡ, тик ғаиләңдәгеләрҙең күңелен һөрөп аҡтарырға, йәндәрен туҡмаҡларға тейеш түгел инең…

—Ҡыҙым, үтенәм етер…

—Юҡ, етмәне әле, бөгөн әйтмәһәм, был хаҡта тағы ла ҡасан әйтәм!

—Мәликә Мансуровна, әйткәндәрегеҙ аңлашылды, һеҙ бер аҙ тынысланғансы, фекер туплағансы бәлки башҡаларҙы тыңларбыҙ, ә?—Осрашыуҙың көтөлмәгән йүнәлеш алыуынан юғалыңҡырап ҡалған башлыҡ сараға рәсми төҫ биреп, һөйләшеүҙе һәүетемсә йүнәлешкә борорға теләне.—Бәлки, Фәрит Яманғолов әфәндене тыңлап ҡарарбыҙ? Ни өсөн ҡәҙерле әсәһе бөгөнгө көндә ҡарттар йортонда көн итә икән?

—Әсәй үҙе теләп китте, фатирығыҙ тар, мин түгел, үҙегеҙ һыя алмайһығыҙ әле, ҡарт кешегә пакуй кәрәк,—тине. Урынынан теләр-теләмәҫ ҡалҡҡан Яманғолов ҡорт саҡҡандай сәбәләнеп китте.

Яманғолов һүҙ алғас, урта төштә ултырған, ҡойто ғына кейенгән һикһән йәштәр самаһындағы әбей иҙәнгә һалынып тиерлек төшкән итәген һыпырғылап ҡымғырлай биреп ҡуйҙы, ап-аҡ сәстәрен, тәрән һырҙар сыбарлаған маңлайын ыуҙы ла ҡулы менән тештәр тойолмаған мөйтәңләк иренле ауыҙын ҡапланы. Күренеп тора, нәҫ баҫҡан, фани донъяға ҡул һелтәгән ҡарсыҡтың һүҙ алырға ла, ризаһыҙлығын әйтергә лә, бәхәсләшергә лә, үҙ-үҙен яҡларға ла яйы юҡ. Тоҙ төҫөн алған күҙҙәр генә бар тирә-яҡҡа рәнйеп, үпкәләп ҡарайҙар.

—Фатирығыҙ нисә бүлмәле, Фәрит Әлтәфович?—Быны социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар һораны.

—Һуң, тар ғына дүрт бүлмәле өкәлтәк инде шунда: зал, йоҡо, малайҙың бүл-мәләре, тағы минең эш кабинеты, бөттө-китте. Етмешенсе йылдарҙағы йорт планировкаһы бит беҙҙә, дөйөм майҙан бөгөнгө бер бүлмәле фатир кимәлендә генә. Бисә лә, һыйып булмай, тип көн һайын игәй, ҡолаҡ итен ашай…

—Тормош хәлең үтә лә ауыр икән дә баһа, Фәрит Әлтәфович, шуға иртәгә үк уны яҡшыртыу йәһәтенән ғариза яҙып килтер!—Башлыҡ әсе ҡапҡандай йөҙөн сирҙы.

—Што һеҙ, кәрәкмәй, быныһы артыҡ, мин бит скромный кеше!—Кинәйәне аңламаған Яманғолов үҙенекен тыҡыны.—Әсәйемә килгәндә, айына бер барып, уның хәлен белеп, йәшәү шарттары менән танышып, бағыусыларына ҡәтғи талаптар ҡуйып торабыҙ. Што һин, контролләү необходимо, как никак мине бағып үҫтергән бит ул!

—Әсәйегеҙгә матди ярҙам күрһәтәһегеҙме һуң,—тине иҡтисад буйынса урынбаҫар.

—Ә кәк же!—Яманғолов ҡупырайҙы—Мәҫәлән, ололар көнө айҡанлы барлыҡ аҙыҡ-түлеккә биш процент ташлама яһаным, әсәйем генә түгел, барлыҡ әсәләр ҡыуанһындар әйҙә!

—Рөстәм Ишмөхәмәтович, Фәрит Әлтәфовичтың әсәһенең тормош хәлен контролләүен, бәлки, аҙаҡҡараҡ ҡалдырырбыҙ, мин бит әле әйтеп бөтмәнем.—Урынында тапанған Ишйәрова турайыңҡырап баҫты.

—Разве я против, улар һораны, мин яуап бирҙем.—Бәйләнеүҙән ваҡытлыса булһа ла ҡотолған Яманғолов ултыра һалып күршеһенең яурыны артына боҫто.

—Мансур Забирович!—Тарҡалған уйҙарын тупларға теләгән Мәликә бер аҙ тын торҙо.—Юлай ағайымды Афғанстандан ҡурғаш табутҡа тығып ҡайтарғандарында уны ерләү мәлендә тотош район халҡы йыйылды, ә һин ҡайҙа инең?

Мансур ҡарт ҡалҡты, көҙгө елдә тирбәлгән ағастай бәүелеп торҙо, бер яҡҡа ҡырын шылған түбәтәйен төҙәтте, танау осона шылған күҙлеген алып күрмәлекһеҙ пинжәгенең түш кеҫәһенә тыҡты ла тупыс ҡул һырты менән йәшләнгән күҙҙәрен ыуғас ауыр тын алып, быуылғандай ғыжылданы:

—Эргәгеҙҙә инем балам, зыярат эргәһендәге сауҡалыҡта ағасты ҡосаҡлап үкһей инем… Ауыл халҡына, райондан килгәндәргә күренергә батырсылыҡ итмәнем. Уларҙың хөкөм иткән асыулы ҡараштарын күтәрә алмаҫ инем барыбер… Шунан төн еткәс зыяратҡа инеп таң атҡансы Юлай улым менән һөйләшеп, серләшеп ултырҙым… Билләһи, тауышын ишеттем уның, ул да мине асыҡ ишетте һәм аңланы… Алла бар был донъяла, балам, йәшәй-йәшәй шуға инандым. Намыҫ әҙәм балаһына Алла тарафынан бирелгән һәләт… Ә мин намыҫһыҙ йәшәнем, ғәйеплемен, һеҙҙән ярлыҡау, кисереү өмөт итмәйем…

Атаһының һуңлаған үкенеү һүҙҙәрен ишеткән Мәликә Мансуровна сыҙап ҡала алманы, йәшенә төйөлөп сығыу яғына атланы. Уны тотҡарлаусы булманы.

* * *

Ҡайтышлай паркҡа һуғылды, урталағы эскәмйәләрҙең береһен биләне. Көн үҙәгендә шайтан ҡуласаһына ултырып әйләнергә теләүселәрҙең һаны бермә-бер артҡан, ана, әле генә түбәндәге ҡыҙый юғарыға сөйөлдө һәм аҫҡа ҡарап атаһына шат тауыш менән ҡысҡырҙы: «Мин өҫтә, ә һин—аҫта!» Ҡыуаныстан ирәйгән тегеһе лә ҡоласын йәйеп һөрәнләй: «Һин гел шулай юғарыла бул, ҡыҙым!»

Был юлы ҡаршы сығыусы булманы. Әсәһе бүлмәһендә ятып тора ине. Мәликәнең төпсөнөүенә лә битараф ҡул һелтәп яуап бирҙе: «Ҡарт кешенең сырхауы бөтәме, бөгөн һаумын, ти, иртәгәһен ҡараһаң—ерләргә алып китеп баралар…»

—Үтенәм, күңелгә шом һалып юҡ-бар һөйләмә берүк.

—Шом, тип тормошта була торған хәл, нимә, әллә мине бөксәңдәтеп, ығырлат-ыпшығырлатып ғүмер буйы яныңда йөрөтөргәме иҫәбең?

—Йәшә әле, әсәй.

—Ярай әләйгәс, ризамын, һин ҡушҡас, йәшәрмен.—Маһира ҡарсыҡ һүнгән күҙҙәрен көлдөрҙө.—Үҙеңде ни йомош менән саҡырғандар хужалар?

—Хакимиәт башлығы ҡарттар йортонда йәшәүселәрҙе күрһәтергә йыйған…—Артыҡ хәбәр ысҡындырыуын һиҙгән Мәликә тотлоғоп ҡалды.

—Кемдәрҙе инде?

—Ҡалала йәшәгәндәрҙе.

—Һуң кисә генә ололар көнөн үткәреүгә ярҙам йөҙөнән мул ғына аҡса бүлдем, тип шапырына инең дә баһа.—Зирәк, отҡор әсәһе һөйләшеүҙе элә һалып алып дауам итте.—Ҡарттарҙы мәжлескә йыйғас, моғайын да араларында берәй танышың булғандыр, юғиһә һиңә өндәшә булалар, будты.

—Мәжлес, тиергә, әҙерләгән табындарын күрмәнем.

—Башта кәңәш-төңәш, һыйы аҙаҡтан инде, йолаһы шул. Унда, ҡарттар йортона, тирә-яҡ райондағыларҙы ла урынлаштыралар, хәтерем яңылышмаһа.

—Бәлки, шулайҙыр ҙа, уныһы миңә ҡараңғы…—Был турала ары һөйләшкеһе килмәүен белдереп ситкә ҡайырылды.

Был ишараны өнәмәгән әсәһе ҡырт киҫте:

—Ҡасандан алып әсәйеңә һыртыңды ҡуя башланың әле?

—Иғтибар менән тыңлайым, әсәй.

—Тыңлаһаң шул, Нурия килен, үткәндә һүҙ араһында тағы шуны ла өҫтәне, Мансур олатайҙың йортона ингән һуҡмаҡты үлән баҫҡан ине, уны ҡарттар йортона алып киткәндәрме-ниме, тип тә ишеттем, тине. Саҡырылған ҡарттар араһында һинең атайың юҡ инеме?

Оло кешене әүрәтеп уратып-суратыуҙан, ялғанлауҙан фәтеүә ҡалманы:

—Эйе, араларында атайым да бар ине.

—Әйтәм бит, күңелем һиҙә ине. Атайың бер нисә тапҡыр төшөмә лә инде, беҙҙең йортҡа килгән дә ишекте шаҡый, үҙе инергә ҡыймай икән, тип күрәмсе, өҫтөндә лә һап-һары күлдәк, бит-йөҙө лә еҙ самауыр ише һарғайған, имеш. Ә һин ғүмереңдә лә ялғанлай белмәнең, ҡыҙым, нимә әйтереңде әле күҙҙәреңдән күрәм.—Арып киттем, яңғыҙым ғына ҡалайым әле.—Кипкән ирендәрен яланы.

—Бәлки, сәй ҡойорғалыр, әсәй? Рәсимә ҡайҙа йөрөй әле, институттан ҡайтманымы?

—Ҡайтты ла кейенеп-яһанып әллә ниндәй кисә була тип сығып та йүгерҙе. Сәйнүк ҡайнатып мәшәҡәтләнмә, яңы ғына, һин килер алдынан эстем сәйҙе. Бер аҙ яңғыҙым ятып торайым.

—Ну, Рәсимә, елғыуар, һикрәңдәк, мин уға нимә тинем әле, әйткәнем бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға.

—Бөтә балалар ҙа бер иш вайымһыҙҙар, һин дә минең өсөн шулар иҫәбендәһең. Бар, тыныслыҡта ҡалдыр, тинем бит.

Әсәһенең ятаҡлап тороуын күреп өйрәнмәгән Мәликә эшенә йүгерергә ашыҡманы, өҫтөн алмаштырҙы ла залға сығып папкаһындағы ҡағыҙҙарға тағы ла бер тапҡыр күҙ йүгертеп, ундағы һандарҙы ҡушып-алып һанай-иҫәпләй башланы.

Уңғансы хәлһеҙ саҡырыу ишетте:

—Мәликә ин әле...—Ашығып бүлмәгә ингәйне, әсәһе күҙ ҡарашы менән эргәһендәге ултырғысҡа ымланы.—Ултыр ошонда. Атайымды күрҙем, тип күңелемдең тыныслығын алдың бит әле. Төҫ-башҡа нисегерәк күренә атайың?

—Арыу. Элекке кеүек.

—Мине тынысландырам, тип тағы алданың. Әбейһеҙ ҡарт, ҡарауһыҙ бала менән бер була, мөҙөргәндер, бирешкәндер.

—Әлләсе, көн һайын күреп йөрөмәгәс, артыҡ үҙгәреш һиҙмәнем.

—Бына шул шул, һиңә күпме әйттем, ауылға барғаныңда инеп хәлен белеп сыҡ, тип. Тыңламаның.

—Һуң ул икенсе әбей менән йәшәй ине лә.

—Йәшәһә һуң. Һин бит уның балаһы. Миңә ярамаһа ла һиңә килешә. Моғайын да әбейе бороп сығармаҫ ине әле.

—Үҙең дә беләһең, әсәй, ысынын әйткәндә уны күргем дә килеп тормай. Беҙҙе етем итеп бала саҡта уҡ ташлап сығып китһен дә, инде килеп уны ҡайғыртып йөрөйөммө тағы?

—Бына ниһайәт дөрөҫөн әйттең. Ялғанламаның. Һиҙәм, тегендә лә тотош халыҡ алдында шул хәбәрҙе ярып һалғанһыңдыр. Һинең шарҙауай-яндырайлығыңды беләм мин.

Мәликә башын эйҙе.

—Хәҙер, әйт, балам.—Башы аҫтындағы яҫтығын төҙәтештерҙе, сал сәстәрен яулығы аҫтына йәшерҙе.—Ҡасан да булһа һеҙҙең алдығыҙҙа атайығыҙҙы әрләгәнем, йә кәмһеткәнем булдымы?

—Юҡ…

—Тағы өҫтә, атайың өйҙә тауыш ҡуптарғанда урамға сығып уны ғәйбәтләп исемен һатып йөрөнөммө? Үҙем үк яуап бирәм, юҡ! Һарай башында ҡунһаҡ ҡундыҡ, күрше-күләнде аптыратып ишектәрен шаҡыманыҡ, ҡуныр мөйөш һораманыҡ, түбәнһенеп, бахырланып, ауыҙҙағы ҡанды яттар алдына төкөрөп йөрөмәнем ғүмеремдә лә.

—Ә ул һине, беҙҙе күпме ҡыйырһытты, кәмһетте.

—Быныһына ла яуабым әҙер, тимәк, хата үҙемдә лә булған. Ирҙе ир иткән дә ҡатын, хур иткән дә ул.

—Атайым алдында һинең ғәйебең ниҙә, әсәй?

Аҙағы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap