Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
09.09.2015
Ете фильм, ете тарих, ете ҡараш
Untitled document

Гөлфирә Исхаҡова

Рәсәй киноһы көнөнә һәм «Башҡортостан» киностудияһының 25 йыллығына Сибай ҡалаһының «Мир» кинотеатрында башҡорт режиссерҙарының ҡыҫҡа метражлы анимацион фильмдары, йәнһүрәттәре күрһәтелде. Бөтә фильмдар ҙа Халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә призлы урындар яулаған.

Айгөл Байрамғолова «Урал менән Шүлгәндең мажаралары» исемле пластилин анимацион йәнһүрәтен тамашасылар хөкөмөнә сығарһа, Рим Шәрәфүтдиновтың «Урал тауҙары һәм ай нисек барлыҡҡа килгән» һәм «SUPER 8» анимацион фильм-дары күрһәтелде.

Таңсулпан Бураҡаеваның «Ике лә генә егет...» лирик комедияһы Көньяҡ Башҡортостандың XIX быуаты осорон сағылдыра. Төп ролдәрҙе Рәүил Fәлин һәм Зиннур Байбулатов уйнай. Ике күрше бал ҡорто өсөн сыҡҡан талашҡа нөктә ҡуйыр өсөн Ырымбурға судҡа барырға була. Дәғүәселәрҙең һәр береһе үҙен дөрөҫ тип һанай һәм ғәфү үтенергә уйламай. Шулай итеп улар бер арбала оҙон юлға сыға. Ҡасандыр айырылмаҫ дуҫтар булып йәшәгән күршеләр сәфәрҙән һуң үҙҙәренең хаталарын танып, элеккесә дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен тергеҙә.

Руслан Юлтаевтың «Өс хат» исемле драмаһында Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы 1942 йылдың ҡышы күрһәтелә. Ҡыҙыу һуғыш яланында илдең яҙмышы хәл ителһә, тыныс башҡорт ауылында әле донъяға тыумаған сабый ғүмере ҡыл өҫтөндә була. Бер өй эсендә өс ҡатын, донъяға өс ҡарашлы кеше йәшәй. Актрисалар Зиләрә Юлтаева, Физәлиә Рәхимова, Вәкилә Ҡалмантаева үҙҙәренең ролдәрен оҫта башҡарып, шул осор ҡатындарын сағылдыралар. Өлкән быуын кешеһе булған өләсәйҙәре бар ваҡытын намаҙ уҡып, зекер әйтеп үткәрә. Уның ҡыҙы, урта быуын вәкиле Fәйшә донъя көтә, әсә менән ҡыҙы араһында өҙгөләнһә, йәш ҡыҙ Хазина бер кемгә лә иғтибар итмәй, һөйгән йәре Мәғәфүрҙән хаттар ғына көтә. Өскөл хаттың оҙаҡ килмәүенә аптыраған ҡыҙ үҙен дә, балаһын да бер кемгә лә кәрәкмәгән кеүек тоя һәм нисек тә булһа сабыйынан ҡотолорға уйлай. Тик был аҙымдан уны ауылдың хат ташыусыһы ҡотҡара. Һөйгән йәренән ике хат алыуына Хазина ҡыуанып бөтә алмай, тик ул өсөнсөһө лә булыуы тураһында белмәй. Уныһы инде Мәғәфүре һуғыш яланында батырҙарса һәләк булыуы хаҡында ҡара ҡағыҙ була.

Айнур Асҡаровтың «Пилорама» трагикомедияһын ҡарағандан һуң көлөргәме, әллә иларғамы тип бер ни тиклем аптырап ултыраһың. Алмас Әмиров, Айһылыу Йомағолова, Хәким Мортазиндар төшкән фильм ҡатын-ҡыҙ һөйөүенең ниндәй ҙур көскә эйә булыуы тураһында.

Бөтә фильмдар араһында иң уйландырғаны Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Тәүбә» документаль фильмылыр, моғайын. Уның тамашасыға психологик йоғонтоһо бик көслө. Әхәт исемле олатайҙың үҙ ауылында нисек имам булып китеүе күрһәтелә. Тәү ҡарашҡа, аптырарлыҡ бер ни юҡ. Тик уның өлөшөнә ябай булмаған яҙмыш яҙылған. Ислам диненә ул оҙаҡ һәм оҙайлы юл менән килә. Ҡырҡ өс йәшендә ул беренсе тапҡыр үҙе һалған мәсеткә аяҡ баҫа. Ауыл кешеләре тәүге ваҡыт уны һанға һуҡмай, күҙенә бәреп әйтеүселәр ҙә була. Үҙ гонаһын Әхәт олатай инҡар итмәй, сөнки ул хатаһы өсөн 11 йыл хөкөм ителгән һәм уны юйыр өсөн ул тәүбә ҡылып, дингә баҫҡан. Уның хаҡ юлға баҫыуына төрмәлә ултырған саҡта Салауат ҡалаһында мосолмандарға мәсет, христиандар өсөн сиркәү төҙөлөүе ярҙам итә. Бар бәләнең башы араҡыла, тип иҫәпләй төп герой. Хәҙерге көндә ауыл халҡы мәсеткә ағыла, имамдарының өгөт-нәсихәтен яратып тыңлай.

Күрһәтелгән башҡорт кинолары буйынса «Мир» кинотеатры директоры Иҙел Әхәт улы Әсмәндиәров үҙ фекере менән бүлеште:

—Башҡорт киноһы аҙналығы уҙғарыуҙың төп маҡсаты үҙебеҙҙең милли фильмдарҙы пропагандалау, халыҡты кинотеатрҙарға ылыҡтырыу, кино сәнғәтенә һөйөү уятыу. Режиссерҙар башҡорт халҡының үткәнен, бөгөнгөһөн күрһәтеп, бик яҡшы фильм төшөргән. Беҙ йыл һайын, халыҡ һорауы буйынса, үҙебеҙҙең киноларҙы күрһәтергә тырышабыҙ. Тик халыҡ әҙ йөрөүе күңелде ҡыра. Бушлай күрһәтһәң зал шығырым тулы, ә саҡ ҡына хаҡ ҡуйҙыңмы зал бушай ҙа ҡуя. Бөгөнгө көндә кинотеатрҙың хәле хөрт, театр, филармонияла ла хәлдәр ошо тирә. Ярай беҙ кино күрһәтәбеҙ, ә улар бит сәхнәлә үҙҙәре уйнай. Шуға күрә халыҡ мәҙәниәт өлкәһе кешеләренең эшен күрә, баһалай белһен ине. Үҙ сиратымда, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы, студенттарҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ихлас ҡотлайым. Уларға яңы белем үрҙәре һәм ижади уңыштар теләйем. Шул уҡ ваҡытта ял тураһында ла оноторға ярамай. Уҡыуҙар араһында беҙҙең кинотеатрҙа ҡуйылған яңы фильмдарҙы ҡарарға саҡырам.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap