Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
09.09.2015
Төшөнкөлөктән сүплек ҡотҡарҙы
Untitled document

Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, отпуск ваҡытында бәләгә юлыҡтым—йәндәй күргән айфонымды яңылыш һыуға төшөрөп ебәрҙем. Бынан бер нисә йыл элек аяғымды һындырып ултырғанда был тиклем ҡайғырмағайным. Хәҙер уның тауышын юҡһынам—сигналдарының яңғырашын, яратҡан көйҙәремде тыңлағым килеп тик тора. Ҡара корпусы күҙ алдымдан китмәй, айырылғыһыҙ «дуҫым» эргәмдә булған саҡтарҙы, бар донъяның беҙҙең тирәлә әйләнеү ышанысы биргән мәлдәрҙе һағынам. Быға тиклем мин машинамды боҙғайным. Теләгән еремә «һә» тигәндә елдереп алып барған автомобилемде эшлектән сығарыуҙы ла ныҡ ауыр кисерҙем, хатта ул төштәремә инеп йөҙәтте.

Көнөм йәмәғәт транспортына ҡалды. Бер мәл шулай эшкә китеп барғанымда тубығымда ятҡан «Alexander McQueen» маркалы күн сумкама ҡарашымды төбәнем. Уның матурлығына иҫем китте, ә башымда төрлө уйҙар сыуалды: ошондай матурлыҡ тыуҙырыусы атаҡлы дизайнер нисек үҙ-үҙенә ҡул һала алды икән? Белмәүселәр булһа, аныҡлап үтәм, Александр МакКуин Лондондың Гринпаркындағы фатирында аҫылынып үлә. Билдәле модельер бурыстары һәм кредиттары арҡаһында депрессиянан сыға алмай шундай ҡурҡыныс аҙым яһай.

Минең дә бурыстарым һәм кредиттарым быуа быуырлыҡ. Әҙәм балаһы аҡсаһын тотонғанда үткәне менән идара итә. Кеше эшләй, аҡса таба һәм үҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһен кәрәкле әйбергә әйләндерә. Ә бына кредит аҡсаһын тотонғанда кеше киләсәген «һата». Эйе, эйе, беҙ нимәнелер кредитҡа алып үҙебеҙҙең киләсәгебеҙҙе һатабыҙ. Һәм туҡтамай эшләү өсөн йәшәй башлайбыҙ. Нишләптер, киреһенсә түгел.

Баштағы уйымды дауам итәм. Күптән түгел күршемдең мәрхүм булыуын сүплектәге әйберҙәргә ҡарап белдем. Fөмүмән, күп ҡатлы йортта кеше үлгәнен сүплек һауытына ырғытылған бер өйөм әйбергә ҡарап беләһең. Юрған тыштары, туҡымалар ҡалдыҡтары, кейем-һалым, һауыт-һаба, моданан сыҡҡан көнкүреш техникаһы, люстра, комодтар… Кеше ғүмере буйы кемгәлер кәрәк булыр тип ташламай йыйған әйберҙәре бөгөн килеп берәүгә лә хәжәт түгел.

Мин дә яратҡан әйберҙәремде эшлектән сығарып ай буйына күңел төшөнкөлөгөнән сыға алманым. Донъяла хөкөм һөргән иҡтисади көрсөк арҡаһында әле оҙаҡ ваҡыт айфонһыҙ һәм машинаһыҙ йәшәргә тура киләсәк әле. Әммә ҡый-һай түгелгән һауыттар янынан үткәндә мин ҡапыл шуға төшөндөм: ҡайһылай ҙа йүләрмен!

«Кешеләр уларҙы яратһындар өсөн яралтылған, ә әйберҙәр улар менән ҡулланһындар өсөн барлыҡҡа килгән. Киреһенсә булғанға ла донъяла хаос»,—тигән Далай-лама. Ысынлап та, кешеләр иҫке әйберҙәренән айырылырға теләмәй. Ә бит фен-шуй буйынса аламаны өйҙә тоторға ярамай, унан насар энергия килә. Алама йыйған кеше ауырыуға һабыша. Шул кәрәкмәгән әйбер арҡаһында күп кенә ғаиләләрҙә ыҙғыш сыға. Әйтәйек, оло кеше өйөнән иҫке мебелен ташлатҡыһы килмәй, ә йәштәр заманса йыһазландырырға тырыша. Мин килен булып төшкәндә ҡәйнәмә 47 йәш ине. Ул үҙенең туй күлдәген шул килеш һаҡлағанына аптыраным. Улым тыуғас, 24 йәшлек атаһының йүргәктәрен, бәләкәй саҡта кейгән бөтә кейемдәрен сығарып бирҙе. Балама бер йәш тигәндә ул сепрәктәрҙең береһе лә ҡалманы. Ҡараһам, 18 йәшлек ҡәйнешемдең дә бөтә әйберҙәре теүәл, коляскаһы ла улы йәки ҡыҙы тыуғанын көтөп ултыра. Ә уға өйләнеү бәхете теймәне, энцефалитлы талпандан тешләнеп, фалиж һуҡты. Теге әйберҙәр һаман шифоньерҙа ята, бәлки, уларҙы көйә ашап та бөткәндер. Әйтәләр бит, ҡыҙ кеше әле егете лә булмай тороп туй өсөн аҡ туфли алһа, һандыҡ эшләтһә, киреһенсә, шул әйберҙәр уны кейәүгә сығармай тота тип. Бәлки, ҡәйнешемдең сабый сағындағы йүргәктәре лә башҡа бәпес төрмәүгә илткәндер. Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа. Сабый булһа, йүргәге лә, башҡа кәрәк-ярағы ла табыла, баш ҡына һау булһын.

Мәрхүм атайым да ғүмер буйы тимер-томор йыйҙы. Шул тимер ярсығы өсөн олоғайған көнөндә аварияға эләгеп, һыҙланып теге донъяға китеп барҙы. Коляскалы мотоциклына әсәйемде ултыртып ҡалаға китеп барғандар. Атайым юлда плоскогубцы ятҡанын күреп ҡалған да техникаһын ҡапыл туҡтатҡан. Арттарынан ҙур тиҙлек менән килгән «КамАз» водителе мотоциклистан ундай хәрәкәт көтмәгән һәм рулен икенсе яҡҡа бороп өлгөрһә лә, атайымды эләктергән. Яурыны һынып, оҙаҡ дауаханала ятты. Һөйәген тоташтырыу өсөн тимер ҡуйҙылар. Көн болотлаһа, шул тимер уға тынғы бирмәне. Үҙе үлеп китте, йәндәй күргән машинаһы, тракторы, арбалары торҙо ла ҡалды. Ә бит шул техникаларҙы алыу өсөн ул күпме тир түкте, ыҙаланы. Алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Теге юлда ятҡаны ла плоскогубцының ярты яғы ғына булған. Ә шул ярты тимер өсөн ул ғүмерлек ғазапҡа, һыҙланыуға дусар булды.

Был донъяға мәңгегә килгән кеүек йәшәйбеҙ. Әйләнә-тирәбеҙҙе кәрәкмәгән әйберҙәр менән тултырабыҙ. Үҙебеҙгә яңы әйбер алыу өсөн бурысҡа батабыҙ. Шул әйберҙәрҙе кешене яратҡан кеүек яратабыҙ. Ә бит табуттың багаж һалыу өсөн урыны юҡ. Ошо урында хәҙрәт һөйләгән бер хәҙис иҫкә төштө. Түшәктә әжәл көтөп ятҡан атаһы улына: «Мин үлһәм, уң яҡ аяғымдан ойоғомдо сисмәгеҙ»,—тигән. Ҡәҙерле кешеһенең күҙе йомолғас, улы уның теләген үтәп ойоғон ҡалдырған. Йыназа уҡырға килгән мулла был килеш мәйетте тәрбиәләргә рөхсәт итмәгән. Ойоғон сисмәйенсә, ерләмәйәсәген дә әйткән. Улы аптыраған, атаһының һүҙен йығыу ҡыйын булһа ла, мулла ҡушҡансы эшләгән. «Бына бит теге донъяға бер алама ойоҡто ла алып китеп булмай»,—тигән мулла. Улы мәрхүмдең һуңғы һүҙенең ғилләһенә шунда ғына төшөнгән. Бәлки, беҙгә лә ҡый-һай өсөн аҡса туҙҙырыу кәрәкмәйҙер?

Мәҙинә Мансурова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap