Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Ҡуласа
Untitled document

Аҙағы. Башы 61-70-се һандарҙа

—Тәңре алдында, атайың алдында выжданым саф, гонаһтарым юҡ, мәгәр ғәйептәрем, боҙоҡһоҙ хилафлыҡтарым, һис шикһеҙ, булғандыр. Төп етешһеҙлегем—уны етерлек дәрәжәлә тота алмауҙалыр. Әгәр ҙә мәлендә ҡатылыҡ күрһәтеп, ғаиләмдең бәхете өсөн йән-тәслим көрәшһәм, был хәл дә килеп сыҡмаҫ ине. Ә мин етәктәге быҙау ише барына күнеп, баш эйеп йәшәнем.

—Барыбер төп ғәйеп атайымда ине бит. Ниңә уны яҡларға һәм аҡларға?

—Кешене бер яҡлы ғына ғәйепләргә ярамай. Хаҡлыҡ өсөн шуны ла өҫтәйем, атайың баштан уҡ икенсе юлдан киткән, аҙашҡан кеше ине, ғүмере буйы үҙенең асылын эҙләп бәргеләнде, ғазапланды… Ары бүлдермәй генә тыңла, сөнки тегендә, йыйылыусыларҙы шаҡ ҡатырып, атайыңа ниндәй ғәйепләүҙәр ташлағаныңды һүҙһеҙ ҙә төшөндөм. Тоҫмаллап, тойомлап шуларға яуап бирергә иҫәбем. Атайыңдың мине, һеҙҙе яратыуы хаҡында әйтмәксемен. Сәйер яңғыраймы? Шулай булһа ла тыңла һәм аңларға тырыш.

Мин Юлай ағайыңа ауырлы йөрөй инем. Ауырлы ҡатын уныһына-быныһына һайланыусан булып китә бит. Бер көн иртәнсәк, уны аптыратып хәбәр һалдым: «Мансур, бағыр балығын тотоп ҡарағым килә…» Аңламай аңшайып тора был.

—Бағыр балығы, тинем дә баһа!

—Ундай балыҡ Һаҡмарҙа юҡ, Маһира.

—Беләм, шуны тотоп ҡарағым килә, алып килеп күрһәт тә кире ебәрерһең…

—Мин бит балыҡсы түгел.

—Ярай инде, күрһәткем килмәй, тигән дә ҡуй!—Турһайып ситкә боролдом.

Ялға ҡаршы юҡҡа сыҡты атайың. Әйтмәй-нитмәй ҡайҙалыр китеп юғалды. Бер тәүлек үтеп, икенсеһенең ярты төнө ауышҡас ишек һуға был. Асып ебәрһәм, ҡулындағы өс литрлыҡ банкаға теге мең төҫтәре менән йымылдап балҡыған батша балығын һалған атайың ҡаршымда тора! Өшөп-туңып бөткән, ни тиһәң дә ҡырпаҡ ҡар яуған ноябрь урталары ине. Беҙҙән етмеш-һикһән саҡрымда, Ете Бөгөлдө уратып аҡҡан тау шишмәһе Ерекленән алып ҡайтҡан бағырҙы. Балыҡсы булмай тороп нисек эләктергәндер ул был хәйләкәр, өркәк һәм йылғыр балыҡты, бер Хоҙай белә…

Шул илаһи мәлде хәтеренән үткәргән әсәһенең йөҙө яҡтырып китте.

—Атайыңдың оҫта бейеүсе икәнлеген белмәйһеңдер ҙә әле. Һеҙ иҫ белгәндә бейемәй ине шул, сөнки бейеү өсөн дә иң әүәл күңелдең дәрте, йөрәктең ашҡыныуы кәрәк. Әгәр ул, сәнғәт юлынан китһә, бәлки икенсерәк яҙмышҡа ла дусар булыр ине. Тәү тапҡыр, ҡыҙ саҡта, уның үҙенән бигерәк бейеүенә ғашиҡ булғайным мин. Бейеүе менән арбай ине һәммәһен, һеңдерә баҫып тыпырлағанында йөрәктәр елкенер, хатта аҫҡаҡ-тупыстар сыҙамай урындарында һелкенеп ултырыр ине. Хәтеремдә, Фәрзәнә апайың тыуған көн йәштәр клубта концерт ҡуйғандар. Шунда атайыңдың осоп-ҡунып кис буйы сәхнәнән төшмәй бер үҙе концерт ҡуйыуын әле лә хәтерләп һөйләйҙәр. Ә һуң һинең тыуған көнөңдә, таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан бер ҡосаҡ муйыл сәскәләрен ҡосаҡлап ҡайтып инеүе! Һине яратып һөйҙө лә кире ер һөрөргә сығып йүгерҙе. Шунан аҙаҡ атайыңдың һеҙҙе яратмауына кем ышаныр?! Тағы ауылдың етем-еһеренә ҡырҙан ҡоро-һары тейәп апҡайтып ауҙарыр ине гел генә. Быны уға хужаһы ла, ауыл башлығы ла ҡушмай, үҙ белдеге менән, миһырбанлы йәне ҡушҡанса башҡара. Бына атайымдан гонаһһыҙ фәрештә лә яһап ҡуйҙың, тиһеңме, юҡ улай тип иҫбатларға йыйынмайым, һиндә атайыңдың, минең ҡаныбыҙ аға, шуны ғына әйтмәксемен. Атай-әсәйҙе һайламайҙар, шуны онотма. Ҡәҙерҙәрен һуңлап беләбеҙ шул, улар күҙҙәрен мәңгелеккә йомғас иҫебеҙгә төшә лә, тик һуң була. Әҙәм балаһының кендеге фанилыҡта ике тапҡыр киҫелә, тыуғас һәм икенсе тапҡыр ата-әсәһен юғалтҡас. Һуңғы киҫелеү әллә күпмегә фажиғәлерәк һәм аяныслыраҡ, шуны хәтереңдән сығарма… Был донъяла бер кем дә мәңгелеккә тыумаған, иртәме-һуңмы бөтәбеҙ ҙә әхирәткә юлланабыҙ. Һуңғы үтенесем шул, сөнки эргәбеҙҙә әле һин генә: Юлай ағайың мәрхүм, Фәрзәнә апайың ер аяғы ер башында, алыҫ Көнсығышта көн итә, Фәһимә бөгөн сит ил тип иҫәпләнгән Ҡаҙағстанда. Шулай булғас бөтә ауырлыҡ һинең иңеңә төшә лә инде. Мине ауылға алып ҡайтып ерләрһең, атайыңды ла йәнәшәмә һалырһың…

Ерләү эштәре менән сабыулағанда беленмәгән икән, яңғыҙы ҡалғас Мәликә Мансуровнаның балтаһы һыуға төшөп һеңгәҙәп ҡалды: ҡулына эш бармай, нимәгә тотонһа ла таралып бара төҫлө, өҙлөкһөҙ йөрәге һыҡрап иңрәй. Шау һөйәккә ҡалған, еңел һөйәкле, етеҙ хәрәкәтле ҡураныс ҡарсыҡ янында ҡая таш артындағылай ышыҡ, хәүефһеҙ булған икән дә баһа.

Етеһен уҡытҡан көнө магазинға барып күстәнәстәр һатып алды ла ҡала ситендә урынлашҡан ҡарттар йортона йүнәлде. Ана ул, диуарҙай ҡалҡҡан таш йорттарға берекмәй, етемһерәп бер яҡтараҡ яңғыҙы һерәйгән. Башҡа йорттар алдындағы майҙансыҡтарҙа, шат балалар тауышы ишетелеп ҡалып, үткән-һүткәндәр хәрәкәте ниндәйҙер йәнлелек хасил итһә лә, бында шомло һәм шул уҡ ваҡытта сәйер тынлыҡ. Ҡаҡшап-иҫкергән, «хрущевка» атамаһын йөрөткән өс ҡатлы харабаның бер ишекле подъезына инеүсе-сығыусы күренмәй, рамдары серей башлаған тәҙрәләргә лә ҡалын ҡорғандар тартылған, тимәк унда йәшәүселәр бер кемде лә көтмәй, булмыштарын өмөтһөҙ нәҫ баҫҡан. Ишек төбөндә аҡ халатлы, мө-ләйем йөҙлө, урта йәштәрҙәге ҡатын ҡаршы алды:

—Һаумыһығыҙ. Һеҙгә кем кәрәк?

—Мансур Булатов. Ул моғайын бында йәшәйҙер.

—Эйе, ярты йыл самаһы инде. Кеме булаһығыҙ?

—Кесе ҡыҙы.

—Саҡырырғамы?

—Юҡ әлегә кәрәкмәҫ… Әгәр мөмкин булһа, уға ошо күстәнәстәрҙе тапшырығыҙ зинһар?

—Тапшырам, әлбиттә.—Инеүсенең икеләнеп ҡалыуын күреп һорай һалды.—Һеҙ тағы ла килерһегеҙ, тип ышанам.

—Килермен,—үҙ-үҙен ышандырырға теләп ҡабатланы,—килермен, тик… һуңғараҡ. Һау булығыҙ.

Ҡатын эйәреп сығып уны күҙҙән юғалғансы ҡарап, оҙатып ҡалды.

Үтешләй ағастарға күмелгән, парк уртаһында урынлашҡан теге шайтан ҡуласаһы яғына күҙ атты. Дәү ҡояшты хәтерләткән ҡуласа үҙенең әйләнәһенә олоһон-кесеһен, бәхетлеһен-бәхетһеҙен, иманлыһын-иманһыҙын, ҡотлоһон-ҡотһоҙон, шатын-болоҡһоуын бергә туплап, уларҙы бер юғарыға сөйөп, бер түбәнгә төшөрөп яй ғына әйләнә лә әйләнә…

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap