Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Теләйһеңме, күмер алып бирәм...
Untitled document

Шәүрә Туйсинаның яҙғандарын уҡып сыҡтым. Туйсиндар Башҡортостан тамашасыһына сәнғәт оҫталары, йырсылар, бейеүселәр булараҡ яҡшы таныш. Ә Шәүрәгә килгәндә ул минең күҙ алдымда үҫкән ҡыҙ. Ҡысҡырып әйтмәһәм дә, был бала ла моғайын да моңлолор тигән уйҙа йөрөй инем. Ҡыуаныслы ғәжәпләндереп алдыма Шәүрәнең бер шәлкем шиғырҙарын индереп һалдылар. Йәшермәй әйтәм, шиғырҙар миңә оҡшаны, иң мөһиме улар ихлас яҙылған. Шәүрә донъяны үҙенсә күрә, үҙенсә һүрәтләй, булып ятҡан хәл-ваҡиғаларға янып-көйөп үҙенсә баһа бирә. Мөхәббәт тураһында күберәк яҙыуы ла аңлашыла уның бит сәскәгә тумаланған ғына сағы, тимәк йөрәгендә саф, тапланмаған, тапалмаған һөйөү йөрөтә. Әлегә алдан, көнэлгәре маҡтамай торам, күҙ тейҙереп ҡуйыуым бар, тик бер генә теләк—шиғырҙар яҙыуыңды ташлама, Шәүрә!

Хәйҙәр Ҡотой.

Уйла мине

Уйла мине. Мәшәҡәттәр аша
Бер-икене тәүлек эсендә.
Артығына һис тә дәғүә итмәм,
Булғым килә бары иҫеңдә...

Уйла мине. Көн башында иҫлә,
Иртәләрең булыр хәйерле.
Уйҙарыңды минән мәхрүм итмә,
Булһам һиңә шулай ҡәҙерле.

Уйла мине. Төшкө ашты бүлдер,
Өҫтәлдәге сәйҙе һыуытып.
Бөтә донъя туҡтап торһон әйҙә,
Мине генә ҡуйма онотоп.

Уйла мине. Ҡояш байығанда,
Ҡарашыңды алмай офоҡтан.
Һин онотма ҡояш оҙатырға,
Бер көн әгәр мине онотһаң...

Эй, мөхәббәт!

Эй, мөхәббәт! Устарымда ғына

Үҙ көлөңдә үҙең күмелдең.
Теләйһеңме, күмер алып бирәм,
Ялҡынынан йөрәк түремдең?
Эй, мөхәббәт! Утлы ҡуҙҙар һалам,
Һин бит минең һуңғы өмөтөм.
Баш тартмайым һинән, булмаһаҡ та
Уның менән икәү бер бөтөн.


Эй, мөхәббәт! Йөрәк тар булдымы?
Көлгә ҡалдың, остоң, юғалдың...
Бына шулай килеп етә икән,
Утыҙ бере көнө февралдең.

Юл япрағы

Тубыҡланып һынып төшәм,
Йәнә һыуға, бер утҡа.
Юл япрағын һалыр инем
Өҙөп кенә тубыҡҡа.

Ҙур тормоштоң оло юлы
Имсе япраҡ, һин ҡайҙа?
Бала саҡтан минең менән
Килмәһәң һуң, ни файҙа?

Башым эйелергә тора,
Нығынмаған быуындар.
Мине күптән яраламай
Урамдағы уйындар.
Яралайҙар ялғанлыктар,
Нахаҡ һүҙҙәр яралай.
Әйтерһең дә аҡ буяуға,
Тамып төшкән ҡаралай.

Көнләшеүселәр табыла
Аяҡтағы ойоҡҡа.
Шунан киткән яман һүҙҙәр
Төшөрәләр тубыҡҡа.

Юл япрағын һалыр инем,
Fәйбәтселәр түшенә.

Инмәһен, тип, яуызлыҡтар
Хатта яман төшөнә.

Нисек?

Юлдар ҙа юҡ йөрәгемә,
Ишек-тәҙрәһеҙ күңел.
Ҡулыңдан нисек килде һуң?!
Тылсымсы ла һин түгел.

Асҡыстарҙы тап килтереп,
Эҙләп торманың ишек.
Ҡарлы-буранлы йөрәккә
Яҙҙар ебәрҙең нисек?
Булмаһа ла тылсым көсөң,
Бәхет өләшәң миңә.
Юлһыҙ йөрәк, күңел менән
Үҙем тартылам һиңә.

Һин ғашиҡ бул ҡабаттан

Мөмкин булһа, һин ғашиҡ бул,
Йәнә миңә, ҡабаттан.
Мин булайым һәр саҡ һиңә
Йәндәй күреп яратҡан.

Мөмкин булһа, һин ғашиҡ бул,
Йәнә миңә, ҡабаттан.
Танышайыҡ өр яңынан,
Имеш беҙ ете яттан.

Мөмкин булһа, һин ғашиҡ бул,
Йәнә миңә, ҡабаттан.
Тының менән тартып ал һин
Әллә ҡайҙан, алыҫтан.

Мөмкин булһа, һин ғашиҡ бул,
Йәнә миңә, ҡабаттан.
Мин бит һинең эҙләп тапҡан
Ярты йәнең аҙашҡан.

Бирешмәм

Уйлағандыр яҙмыш,
Көлөмһөрәп:
—Йәнә һына!
—Юҡ, туҡтап тор,
Хәл алайым
Мин саҡ ҡына.

Уйлағандыр, аҙашыр был,
Тайпылдырһам
Юлдарынан.
—Барыһын мин еңеп сыҡтым,
Килде минең
Ҡулдарымдан.

Уйлағандыр, бирешер, тип,
Ҡаршы сыҡҡас
Бөтә ғаләм.
Мин дә уға ҡаршы сығам,
Ҡулдарыма

Алып ҡәләм...

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap