Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
17.09.2015
Хәбәрсене аяғы туйҙыра
Untitled document

Үҙем Хәйбулла районынан булғанға күрә, ауылға ҡайтҡанда яңылыҡтар менән танышырға теләп, район гәзитен ҡулыма алам. Айырыуса Айгизә Асҡарованың (Ултраҡова) йәштәр тормошо, ауыл көнкүреше тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәләләрен уҡып, күҙәтеп барам. Быйыл ҡулына диплом алған ҡыҙ «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең хәбәрсеһе булып эшкә төшөүен белгәс, уның өсөн тик ҡыуандым ғына. Хәҙерге көндә йәш белгес гәзит уҡыусыларын тағы ла күләмле, бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләре менән ҡыуандыра. Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө уңайынан, Айгизә менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Айгизә, үҙеңдең тыуған яғың, ғаиләң менән таныштырып үт әле.

Хәйбулла районының йәмле, гүзәл тәбиғәтле Йәнтеш ауылында тыуып үҫтем. Үҙ ауылымда мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика бүлегенә уҡырға индем. Ябай башҡорт ғаиләһендә тәрбиәләндем. Кинйәкәй булараҡ, ағайым менән апайым ҡурсалауында наҙланып үҫтем. Әсәйем үҙебеҙҙең ауылдағы «Һаҡмар» санаторийында эшләһә, атайым балта оҫтаһы. Ағайым хәҙерге көндә Себер тарафтарында эшләп йөрөй, ә апайым Алыҫ Көнсығышта йәшәй һәм эшләй.

—Дини темаға бик күп яҙышаһың. Бының сәбәбе нимәлә?

—Иманлы ғаиләлә үҫтем: атайым бик талапсан, әсәйем сабыр, аҡыллы холоҡло. Өләсәйем дини һабаҡ бирҙе. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ мәсеткә йөрөнөм, юғары уҡыу йортона ингәс намаҙға баҫтым, хиджаб кейҙем. Шуға күрә, миңә дин, тәбиғәт мөғжизәләре, ҡатын-ҡыҙ, ғаилә тураһындағы темалар күңеләмә яҡын.

—Кешегә тәүҙә үҙе тыуған, һуңынан үҙе барлыҡҡа килтергән ғаиләһе ҡәҙерле була. Иремдән уңдым тип әйтә алаһыңмы?

—Атай-әсәйемдең иң кесе балаһы булһам да, сос булдым. Ағайым менән апайымдан алда кейәүгә сығып киттем (көлә). Тормош иптәшем Буранбай рухлы, сәмле, уңған, аҡыллы башҡорт егете. Туғандарыбыҙ ярҙамында Аҡъярҙа йорт һалып сыҡтыҡ. Әле шул өйөбөҙҙә ҡыҙыбыҙ Зөләйха менән өсәүләп донъя көтәбеҙ. Тормош иптәшем МТС-та инженер булып эшләй, ҡыҙыбыҙҙы балалар баҡсаһына йөрөтә башланыҡ. Шулай, һәр йәш ғаилә кеүек беҙ ҙә тырышып-тырмашып йәшәйбеҙ. Ирем минән 8 йәшкә өлкән, мине 18 йәшемдә кәләш итеп алды. Үҙе үҫтереп, уҡытып алды.

—Ата-әсәйең кинйә ҡыҙҙарын шулай иртә кейәүгә бирергә ҡаршы булманымы?

—Әсәйем, әлбиттә, тәүҙә бик борсолдо. Атайым шунда уҡ риза булды. Буранбай менән танышҡас та уртаҡ телде бик тиҙ таптылар. Шулай итеп беҙ ауылда беренселәрҙән булып айыҡ мосолман туйы үткәрҙек.

—Журналист булыу бала саҡ хыялымы?

—Мәктәптә уҡығанда район һәм республика гәзиттәренә яҙыштым. Мәҡәләләр яҙыу күңелемә яҡын булһа ла, бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым. Ауылда 9 класты тамамлағас, Сибай педагогия колледжына уҡырға инергә тип документтарымды әҙерләп бөткәйнем, ул ваҡыттағы мәктәп директоры, минең яратҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Гөлдәр Рәшит ҡыҙы Арыҫланова: «Һинең бит яҙышыу һәләтең бар, 5 йыл колледжда уҡығансы, юғары уҡыу йортона ин»,—тип мине күндерҙе. Бөгөнгө көндә остазымды тыңлауыма һөйөнәм генә. 10-11 кластарҙа уҡығанда минең журналист булыу теләге көсәйҙе һәм Өфөгә уҡырға барырға ҡарар иттем.

—Бүрене аяғы туйҙырған кеүек, журналистың да аяғына көс төшә. Һин бының менән килешәһеңме?

—Килешәм. Fөмүмән, аяғы ғына түгел, теле лә, ҡулы ла эшкә егелә. Шунһыҙ булмай. Минеңсә, ХХI быуат журналисы бөтөнләй башҡа төрлө булырға тейеш. Ул медиажурналист тип атала, йәғни, уның ҡулында ручка менән блокнот ҡына түгел, ә диктофон, ҡағыҙ-ҡәләм, фотоаппарат та булырға тейеш. Журналист үҙенең материалын үҙенсә әүәләп алырға тейеш. Темаһына тап килтереп фотоһын да төшөрә. Был хаҡта беҙҙең Хәйбулла мәғлүмәт үҙәге директоры Әлфирә Ҡорбан ҡыҙы Мостафина гел генә иҫкәртеп тора. Мин шул талаптарҙы үтәргә тырышам.

—Гәзит уҡыусыларға, коллегаларыңа ниндәй теләктәрең бар?

—Бөгөнгө журналистика икенсе төрлө. Халыҡ күләмле мәҡәләгә иғтибар биреп бармай, уның уҡырға ла ваҡыты юҡ. Нимә, ҡайҙа, ҡасан шул һорауҙарға яуап бирергә кәрәк... Заман журналистикаһы оперативлыҡ менән алдырырға тейеш,—тип яҙа билдәле журналист Алик Шакиров. Үҙемдең коллегаларымды һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлап, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ижади дәрт теләйем.

Журналистарҙың, хәбәрселәрҙең һәм репортерҙарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнөндә бөтә илдәрҙең һәм баҫмаларҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре донъяға, айырыуса үҙҙәренең берҙәмлеген күрһәтергә тейеш.

Был байрам 1958 йылда Бухареста Халыҡ-ара журналистар ойошмаһы конгресында булдырылған. ХХI быуаттың аҙағында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының сираттағы конференцияһында 8 сентябрь Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө тип билдәләнә.

Тап ошо көндә, 1943 йылда, Берлинда Чехословакия журналисы, фашистарға ҡаршы көрәшеүсе Юлиус Фучик язаға тарттырыла. Үҙ эшенең патриоты булған журналист төрмәлә лә үҙенең һөнәрен ҡалдырмай. «Муйында элмәкле килеш репортаж («Репортаж с петлей на шее») тигән китабын яҙып өлгөрә. Был китабы өсөн һәләк булғандан һуң Халыҡ-ара Тыныслыҡ премияһына лайыҡ була.

Һуңғы ваҡытта беренсе планға журналистың статусын түгел, ә уның ғүмерен яҡлау кәрәклеге сыға. Рәсәй Журналистар союзы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы биш йылда төрлө шарттарҙа Рәсәйҙең 30 журналисы һәләк булған.

Гөлфирә Исхаҡова әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap