Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк
Untitled document

Көҙгө-ҡышҡы һалҡындарҙа беҙҙе иң ҡурҡытҡан сир—ул киҙеү. Киҙеү менән балалар ҙа, ололар ҙа ауырый. Был сиргә ҡаршы нисек көрәшергә кәрәклеге тураһында беҙгә Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһы мөдире Альбина Рәҡет ҡыҙы Мөфтәхетдинова бәйән итте.

—Профилактика сиктәрендә беҙ бер-нисә йыл инде балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм урта махсус уҡыу йорттарында киҙеүгә ҡаршы вакцинация үткәрәбеҙ. Был сара Рәсәй Феде-рацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарарына ярашлы ойошторола. Былтыр Сибай балалар поликлиникаһына 5 мең доза гриппол бүленһә, быйыл бөтәһе 6850 дозаға заявка бирҙек. Уның 900-ҙөн 3-6 йәшлек балаларға, 4100-ҙөн 1—10 класс уҡыусыларына һәм 1850-һен студенттарға һалырға иҫәп тотабыҙ. Һуңғы йылдарҙағы күҙәтеүҙәр буйынса, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе гриппол препараты менән вакцинациялағандан алып ҡалала киҙеүҙең киҫкенләшеү осраҡтары булғаны юҡ. Ә бына Өфөлә, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә, киреһенсә, киҙеү менән сирләүселәр һанының бермә-бер артыуы күҙәтелде.

—Альбина Рәҡет ҡыҙы, киҙеүҙән һуң өҙлөгөү булырға мөмкинме? Был осраҡта нимә эшләргә кәрәк?

—Киҙеү үҙе түгел, унан һуңғы өҙлөгөү ҡыйын. Ауырыу тән температураһының кинәт кенә кү-тәрелеүенән башлана. Өҙлөгөү төрлө сирҙәргә килтерә: пневмония, отит, минингит һәм башҡалар. Ваҡытында киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләткән балаларҙа бындай өҙлөгөүҙәр күҙәтелмәй. Ки-ҙеү эләккән хәлдә лә, бала уны еңелерәк үткәрә. Гриппол вакцинаһын ни тиклем иртәрәк яһатҡан һайын кешенең организмында сиргә ҡаршы тотороҡло иммунитет барлыҡҡа килә.

Быйылғы йылда гриппол препаратын иртә алдыҡ һәм әлеге көндә балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә вакцинациялау эше йәйелдерелде. Ә ата-әсәләргә шуны кәңәш итер инем: гриппол препараты бар саҡта балаларығыҙға вакцина эшләтеп ҡалырға ашығығыҙ. Әйткәндәй, киҙеүгә ҡаршы вакцина ата-әсәләрҙең рөхсәте менән генә яһала. Шуны өҫтәп әйтер инем: вакциналар ныҡлы тикшереү үткән. Һәр доза махсус шприцҡа тултырылған көйөнсә һаҡлана һәм был ҡулланыуҙа бик уңайлы.

Балалар баҡсаһына йөрөмәгән балаға гриппол вакцинаһын ҡайҙа яһатырға була?

Бының өсөн участка педиатрына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ата-әсәнең рөхсәте менән был балаға киҙеүгә ҡаршы вакцина яһала.

—Киҙеүҙе халыҡ медицинаһы ярҙамында киҫәтеп буламы? Бәлки, бер-нисә файҙалы кәңәш әйтеп китерһегеҙ.

—Элек-электән вирустарға ҡаршы һуған, һарымһаҡ, лимонды ҡулланғандар. Баланың бүлмәһенә ваҡ итеп киҫелгән һарымһаҡ, һуған ҡуйырға була. Лимонлы сәй эсеү ҙә организмға яҡшы тәьҫир итә. Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәр ҙә витаминлы аш-һыуға өҫтөнлөк бирәләр. Баланы саф һауала йөрөтөү һәм бүлмәне елләтеү ҙә файҙаға ғына.

—Ә шулай ҙа, балаға киҙеү йоҡһа, нимә эшләргә?

—Тәненең температураһы юғары булһа, мотлаҡ табипты өйгә саҡыртырға кәрәк. Өс йәшкә тиклемге баланың тән температураһы 38,5 градустан юғары булһа, уны төшөрә торған дарыу эсерергә кәңәш итәбеҙ. Бынан тыш, йыш ҡына йылы сәй һәм төрлө һуттар эсереп тороғоҙ. Был организмды хәлһеҙләнеүҙән һаҡлаясаҡ. Әммә үҙ белдегегеҙ менән балаға теләһә ниндәй дарыуҙар бирмәгеҙ. Табиптарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ, улар тәҡдим иткән дауалау процедураларын үтәгеҙ.

Ҡыҫҡаһы, көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә ныҡлы әҙерләнегеҙ, профилактик сараларҙы үтәгеҙ, ғаиләгеҙҙе киҙеүҙән һаҡлағыҙ.

Альбина Таһирова әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap