Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
29.09.2015
Һүҙҙә генә ҡалмаһын...
Untitled document

Беҙҙең халыҡ башҡа милләт йоғонтоһона тиҙ бирелеүсән. Әйтәйек, кәрәк-кәрәкмәһә лә телмәребеҙҙә рус һүҙҙәре ҡулланырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Шул уҡ мәлдә үҙ телебеҙҙәге тәрән мәғәнәгә эйә булған һирәк яңғыраған һүҙҙәрҙе ишетеп, уларҙың асылына төшөнә алмай аптырап ҡалабыҙ. Белгән осраҡта ла ҡулланырға оялабыҙ. Саф башҡортса һөйләшеүҙе ниндәйҙер кимәлдә кәмселек тип тә иҫәпләйбеҙ.

Үҙебеҙ мәле сыҡҡан һайын рух төшөнсәһе хаҡында тылҡыған булабыҙ. Телен ихтирам итмәгән халыҡҡа рухлылыҡ хас булмаясаҡ. Башҡортса һөйләшеүҙе пропагандалау хаҡында нисәмә йылдар дауамында һүҙ йөрөтәбеҙ. Милли рух тәрбиәһе ғаиләнән башланырға тейеш, тигән фекерҙе күпме тапҡыр ҡабатланыҡ икән?! Әммә һөҙөмтә юҡ. Эйе, ҡала мөхитендә ғүмер кисереүсе ғаиләләрҙә тыуған балалар сабый сағында башлыса башҡортса аралаша. Уларҙың балалар баҡсаһына барғансы бер рус һүҙе лә белмәүе ихтимал. Әммә төркөмдәге башҡа балалар ыңғайына русса тәтелдәргә тотона. Өйөнә ҡайтҡас та вата-емерә булһа ла шул телдә һөйләшә. Таныштарымдың малайҙары менән дә шундай уҡ хәл булды. Балалар баҡсаһына тиклем бөтөнләй рус телен белмәгән бала хәҙер туған телендә аралашмай. Сөнки ул башҡорт булыуынан ояла. Ата-әсә туған телдең әһәмиәте хаҡында ентекле һөйләшеү ҡуҙғатырға тейеш.

Балаларыбыҙға рус исемдәрен ҡуштырыу хаҡында ла күп һөйләнелде. Шуның һөҙөмтәһеме, һуңғы йылдарҙа сабыйҙарына Арыҫлан, Сыңғыҙ, Батырхан, Искәндәр һ.б. кеүек матур-матур, яңғырауыҡлы исемдәр ҡушыусылар һаны артты. Шулай ҙа Светлана, Диана, Эльвина, Лианалар ҙа етерлек.

Мин күренекле йырсыбыҙ Мәғфирә Fәлиеваға һоҡланам. Бер көндө телевизорҙы тоҡандырып ебәрһәм, һөймәлекле генә егет саф башҡорт телендә әңгәмә ҡора (бынан бер-нисә йыл элек булды был хәл). Баҡтиһәң, Мәғфирә апайҙың улы икән. Ә ул егет бит интернациональ ғаиләлә тәрбиәләнгән. Башҡортса шул тиклем яғымлы һөйләшә. Яратҡан йырсыбыҙға ысын йөрәктән рәхмәтемде белдерәм. Ләкин барлыҡ күренекле шәхестәребеҙгә ҡарата ла бындай фекерҙе әйтеп булмай. Йыш ҡына телевидение аша билдәле әһелдәребеҙҙең сығыштарын тыңларға тура килә. Әлеге лә баяғы рус һүҙҙәренән арына алмайҙар. Бөтә республика алдында сығыш яһағанда ла телмәрендә рус һүҙҙәре ҡулланған кешенең балаларына туған телдең нескәлектәрен төшөндөрә алмағаны көн кеүек асыҡ. Ә был шул тиклем йәмһеҙ күренеш.

Fәҙәттә, тел, милләт хаҡында һөйләшеүҙәр күберәк ҡағыҙҙа, уйҙарҙа, һүҙҙәрҙә генә ҡала. Ысынында иһә алға ынтылыш, ҡыйыу аҙымдар юҡ кимәлендә. Киләсәгебеҙгә ҡарата битараф булмайыҡ, милләттәштәр!

Эльмира Юламанова.

Йылайыр районы.

Һабыр ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap