Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Мандолина
Untitled document

Аҙағы. Башы 73-74 һандарҙа.

Йәштәр бер-береһенә ҡарап йылмайыша ла, егет аҫҡараҡ тағы ла бер бәләкәй генә“Ә”-не сыя.

—Э-э… минеке бәләкәй генә булды,—Әлфиә үпкәләмәксе.

—Хәҙер-хәҙер… зато һинеке матурыраҡ була,—тип Fәбит ағай хәрефте түңәрәккә ала ла, тирәләп сәскә таждары аса. Булдымы?

—Булды-ы-ы!

Ошонан алып уҡытыусыһына ҡабаттан моң, ә Әлфиәгә тыныслыҡ ҡайтты.

* * *

Көҙгә Әсмә апай менән Fәбит ағайҙың туйы булды. Кейәүгә сыҡһа ла уҡытыусылары тағы ла бер уҡыу йылына ауылда ҡалды, уға айырым йорт бирҙеләр. Офицер еҙнәләре район үҙәгенә йөрөп эшләне. Уҡыуҙар тамамланыуға көтөп кенә торған кеүек Әсмә апайҙың улы тыуҙы. Башҡалар уҡытыусынан тартынһа ла, күрше йәшәп эҫенеп өлгөргән Әлфиә был өйҙөң йыш ҡунағы булһа, бәпәй тыуғас ҙур ярҙамсыға әйләнде. Йәш әсәнең эше күп, хәҙер ул мейес тә яға, йөн дә тетә, бәйләй ҙә белә. Тик барыбер ҙә мандолинаға ваҡыт табыла, бәпәй ҙә, Әлфиә лә шул моң аҫтында йоҡлап китә.

Унан һуғыш башланды. Йәш ғаилә Fәбит ағайҙың тыуған яҡтарына күсеп китергә әҙерләнә ине. Ир кеше ҡатынына: “Борсолма, оҙаҡ бармаясаҡ был, йәй аҙағына булһа ла ҡайтып етермен, минһеҙ ҡуҙғалма”,—ти ҙә, беренсе доброволецтар отрядын алып китә. Шул китеүҙән бер хат, бер хәбәрһеҙ ғәйеп була.

Һуғыш тамамланып тағы ла бер йыл үткәс, Әсмә апайға Сәғит ағай яусы ебәрә. Мандолинаһын сиртеп моңланған уҡытыусыбыҙ уны кире ҡаға. Сәғит ағайҙың апайыбыҙҙы яратып йөрөүен барыһы ла белә. Ике йылдан, инде тамам өмөттәре өҙөлөпмө, әллә атайһыҙ үҫеп килгән улын уйлапмы, Әсмә апай Сәғит ағайҙы йортҡа индерә, игеҙәк ҡыҙҙары тыуа. Ул ваҡытта был хәлгә бик рәнйеһә лә, хәҙер, үҙе Әсмә йәшен ике йәшәгән Әлфиә, йәш ҡатындың хәлен аңлай ҙа кеүек. Тик… Әгәр ҙә шул “тик” булмаһа…

Тағы ла өс йылдан Әлфиәнең әсәһенең йортона кисләтеп кенә Fәбит ағай килеп ингән. Әлфиә ул ваҡытта ҡалала уҡый ине инде. Усаҡ яғып маташҡан әсәһе көтөлмәгәнлектән ҡаушап ултыра төшкән. Мөғлифә инәй менән улар илашҡан, ҡайнашҡан, сәй ултыртҡан, әммә Әсмә апай хаҡында әйтергә ҡурҡҡан. Икенсе яҡтан, белмәһә тура өйөнә ҡайтыр ине, тип тә уйлағандар, әлбиттә. Ахырҙа Fәбит ағай үҙе һүҙ башлаған, Әсмәне саҡырып килтерегеҙ, тигән. Күршеләр иргә хәлде аңлатырға, ҡатынының көтөп-көтөп тә көтөк булыуын төшөндөрөргә тырышҡан. Ағай өндәшмәгән. Саҡырғандар Әсмә апайҙы. Апайыбыҙ ингәндә ағайҙың ҡосағына ҡолаған. Ҡалғанын әсәһе белмәй, сығып киткәндәр.

Күпмелер ваҡыттан килһәләр Fәбит ағай юҡ, Әсмә апай иҙән уртаһында ҡатып ултыра икән. Бите көл кеүек, ҡараштары бушлыҡҡа төбәлеп ҡалған. Әсәйем уға ташланған:

—Ни булды, Әсмә һылыу, туҡманымы әллә?!

—Юҡ,—ти икән уҡытыусым,—туҡмаһа икән…

—Ни тине һуң?

—Алып китергә килгән.

—Ә һин?

Апай бер аҙ ваҡыттан һуң ғына яуап биргән:

—Ундай бәхеткә хоҡуғымды юғалттым бит мин, апай… Саҡ ҡына сабырлығым етмәне… саҡ ҡына…

* * *

Ауылда Fәбит ағайҙың һуғыштың тәүге айҙарында уҡ ҡаты контузия менән иҫен юғалтыуы, пленда булыуы, штрафбатҡа эләгеүе, һуғыштан һуң сит тарафтарҙа мәжбүри эштәрҙә йөрөүе, унан, тиҫтә йылдар тигәндә яйлап хәтере асылыуы хаҡындағы тарих телдән-телгә йөрөнө. Әсмә апай менән булған осрашыуы ла, әллә әсәһенән, әллә Мөғлифә инәй ауыҙынан сыҡҡан булып, һәр төрлө биҙәктәр, өҫтәлмәлектәр ҡушылып, тарала. Аптырайҙар, бот сабалар. Берәүҙәр Fәбит ағайҙы ҡыҙғана, икенселәр Әсмә апайҙы, Сәғит ағайҙы яҡлаусылар ҙа була, тик күберәген һуғышты ҡарғайҙар. Был хәлдән һуң күп тә тормай Сәғит ағай ғаиләһен күсереп алып киткән. Китер алдынан уҡытыусыһы мандолинаһын Әлфиәнең әсәһенә алып килгән:

—Әлфиәгә ҡалдырып китәйем әле, - тигән.

—Ҡуйсәле,—тигән әсәһе,—ҡыҙым уйнай белмәй ҙә инде. Үҙеңдең айырылғыһыҙ нәмәңде.

—Fәбиттең тере икәнлеген белгәндән һуң мин был ҡылдарға ҡағыла алмайым инде, намыҫым етмәй,—тигән шул саҡ Әсмә апай. Әсәһе мандолинаны алмаған. “Ике күҙ генәһенән һағышы түгелеп ҡойолоп тора ине”,—тип хәтерләр булған аҙаҡ та хушлашыуҙары хаҡында. Һуңынан апайҙың яҙмышы ҡалай булғандыр ҙа, ниндәй ғүмер кисергәндер белмәй Әлфиә. Бары ире етәксе булып, райондан районға күсеп йөрөгәндәрен генә ишетеп ҡала. Шул Әсмә апайҙың мандолинаһы ине был. Тимәк, ул үҙен ғәфү итә алмаған, ҡалдыра алмаған янында мандолинаны. Ниндәй аяныс…

Әлфиә, ҡулындағын иркәләп туйғас, ҡәҙерләп кире урынына һалды. Һалды ла шыбырлап ҡына өндәште. Әйтмәй, өндәшмәй ҙә булдыра алмай ине ул. Кемдер аңлатырға тейеш бит уға мандолинаға:

— Һин Әсмә апайға рәнйемә, йәме… Былай етем ҡалыуыңа ул да, Fәбит ағай ҙа ғәйепле түгел… Рәнйемә, кисер уларҙы… Һин һуғыш… һуғыш ҡорбаны.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap