Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Әҙәбиәт—көслө ҡорал
Untitled document

Һүҙ көсө, һүҙ ҡөҙрәте элек-электән көслө ҡорал булған, шуның өсөн дә әҙәбиәт милләтебеҙҙең иң күркәм рухи байлығын, ғөрөф ғәҙәтен, мәҙәни һәм тарихи байлығын һаҡлаусы ҡомартҡы булып һанала.

Быйылғы йылдың Рәсәй һәм Башҡор-тостан етәкселәре тарафынан Әҙәбиәт йылы тип аталыуы осраҡлы түгел, сөнки элек беҙҙең илебеҙ иң күп китап уҡыусы һаналһа, хәҙерге көндә китап уҡыусылар бермә-бер кәмей, ә бының емеше булып рухһыҙлыҡ тора. Ҡулына китап алмаған йәштәр күбәйә. Балаларға әҙәбиәткә һөйөүҙе ғаиләнән башларға кәрәк, ә уның өсөн балалар өсөн матур биҙәлгән, сағыу китаптар кәрәк. Балаларға китапҡа һөйөү, ихтирам уятыуҙа тәрбиәселәрҙең, уҡытыусыларҙың роле бик ҙур. Был йәһәттән ҡалабыҙҙың баҡсаларының тәрбиәселәренең кескәй балаларҙы үҙ телендә шиғыр, хатта эпостар ятлатыуы иғтибарға лайыҡ. Ә инде мәктәп балалары араһында йыл һайын уҙғарылған Таңсулпан Fарипова исемендәге әҙәби конкурс ойошторолоуы, был сарала барлыҡ мәктәптәрҙең дә әүҙем ҡатнашыуы, уҡыусыларҙың үҙ көстәрен шиғриәт, проза өлкәһендә һынап ҡарауҙары, киләсәккә ышаныслы алмашсылар үҫеүенә ишара. Уларҙың барыһы ла, бәлки, киләсәктә әҙәбиәт юлынан китмәҫ, ләкин улар күңелендә әҙәбиәткә һөйөү мәңге ҡаласаҡ. Тик шуныһы күңелде ҡыра, һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә әҙәбиәт түңәрәктәренең бермә-бер ябылыуы, башҡорт балаларының үҙ телдәрендә фекер йөрөтмәүе, телебеҙҙең нескәлектәрен йәштәрҙең белмәүенә килтерә. Тағы шуға иғтибар иттем: әгәр ҙә уҡытыусы әҙәбиәткә ғашиҡ икән, ул ошо һөйөүҙе үҙенең уҡыусыларына ла еткерә. Был йәһәттән уҡытыусы шағирәләребеҙ Әлнисә Кәримова, Рүзидә Үтәшева, Фирүзә Алсынбаева ҙур иғтибарға лайыҡ. БДУ-ның Сибай институтында, педагогия колледжында әҙәби түңәрәктәр әүҙем эшләй, улар республикабыҙҙа үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнаша.

Сибай ҡалаһы әҙәбиәтле мөхит тиһәм, маҡтаныу булмаҫ, крайҙы өйрәнеү һәм үҫмерҙәр модель китапханаларында «Әҙәби тирмә» клубы, «Откровение» әҙәби берләшмәһе эшләй. Ә инде урындағы шағирә, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Анна Глазунова етәкләгән «Асыҡ китап-Открытая книга» клубы эшмәкәрлеге бик матур саралар ойоштора. Быйылғы йылда Булат Мөхәмәтдинов тарафынан «Словестник» исемле әҙәби-реклама гәзите сығарылып, әҙәбиәткә битараф булмаусыларҙың ижади емештәрен халыҡҡа еткерҙе.

Шиғыр, хикәйәләр ижад итеү сығымлы тармаҡ түгел, ул яҙыусынан ныҡышмалылыҡ, сыҙамлыҡ талап итә, бәлки, шуғалыр ҙа был өлкәлә үҙенә ҡарата ныҡ талапсан булғандар ғына маҡсатына ирешә, халыҡ һөйөүен яулай.

Ә яҙыусының ижад емеше—китап. Нәшриәттәрҙә китап сығарыу еңел түгел, Хөкүмәтебеҙ тарафынан аҡса аҙ бүленеү сәбәпле, унда сират бик ҙур. Шуға күрә лә, бик күптәр китаптарын үҙ нәшер юлы менән сығара. Һуңғы йылда ҡалала Булат Акбаш, Владимир Кутуков, Иван Огнев, Фәрит Әбүбәкиров, Рәшит Айсыуаҡов, Рүзидә Үтәшева, Мотал Рәмов, Кузьма Локаткин, Айҙар Мусин китаптарын үҙ нәшер юлы менән баҫтырҙы. Киләсәктә яҙыусылар берлеге тарафынан үҙ нәшер юлы менән китап сығарыуға берҙәм критерий ҡулланыу кәрәктер, тип уйлайым.

Республикабыҙҙың мәҙәниәт министрлығы, яҙыусылар берлеге тарафынан ойошторолған Әҙәби нағыш марафоны төбәгебеҙҙең бик күп ҡала, райондарын урап сыҡты. Сара сиктәрендә Сибайҙа күренекле яҙыусылар Наил Fәйетбай, Гөлнур Яҡупова бер төркөм йәш ҡәләм тирбәлтеүселәрҙең ижади эштәре менән танышты. Фәнис Сирбаевтың ҡулъяҙмалары китап итеп сығарылырға лайыҡлы тип табылды.Әлеге көндә лә республикала дауам иткән әҙәби марафон талантлы йәштәргә илһам биреп, уларҙың ижадында уңыштар килтерер, китаптарын сығарыуға ярҙам итер тигән ышаныста ҡалам.

Әминә Яхина, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap