Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
02.10.2015
Мегафермаға ҙур өмөт бағлана
Untitled document

Баймаҡ районына рәсми эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары И.С. Тимерғәлин килеп китте. Вице-премьер район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, уның ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары А.Б. Шәрипов, «Урал аръяғы-Агро» МТС-ының генераль директоры Ф.Б. Сәмиғуллин оҙатыуында төбәктә урып-йыйыу эштәренең барышы менән танышты, Күлтабандағы мегаферманың бөгөнгө һулышы менән ҡыҙыҡһынды.

Илдар Сәғит улы үҙенең ра-йондағы эш сәфәрен Урғаҙа ауылындағы ырҙын табағында «Урал аръяғы-Агро» МТС-ының быйылғы ашлығын ҡарау менән башланы, уның сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Ашлыҡтың дымлылығы унда 13,4 процент тәшкил итә, был иһә бөтөн талаптарға яуап бирә. Вице-премьер МТС-тың эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт ҡалды. Ошонда уҡ  предприятиеға иген һаҡлау өсөн келәттәрҙең етешмәүе проблемаһы ла күтәрелде. И.Тимерғәлин районда хужаһыҙ объекттар буйынса эштең нисек ойошторолоуы хаҡында һорашты.

Сәфәр артабан Йылайыр ауыл биләмәһендәге крәҫтиән-фермер хужалыҡтары баҫыуҙары буйлап дауам итте. Әйтергә кә-рәк, был төбәктә КФХ-ларҙың күбеһе ураҡты тамамлаған. Әле А.Шәрәфетдинов крәҫтиән-фермер хужалығында урып-йыйыу эштәре бара. Илдар Сәғит улы фермер һәм район хакимиәте етәкселәре менән һөйләшеү барышында тап А.Шәрәфетдинов КФХ-һы базаһында элиталы сорттар орлоғон үрсетеү буйынса үҙәк булдырырға тәҡдим итте. Ошондай уҡ үҙәк Хәйбулла районында ла буласаҡ. Киләсәктә был ике хужалыҡ элиталы орлоҡ менән Урал аръяғы райондарын тәьмин итергә тейеш.

Мегаферма өсөн мал аҙығы әҙерләү дауам итә «Урал аръ-яғы-Агро» МТС-ы әле кукуруздан силос һала. Вице-премьер уның барышы менән ҡәнәғәт ҡалды.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары район өсөн генә түгел, республика өсөн дә мөһим проекттарҙың береһе Күлтабандағы мегаферманың бөгөнгө эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бирҙе. Ул комплекстың барлыҡ объекттарында булды, һыйырҙарҙы һәм быҙауҙарҙы ҡарау менән ҡыҙыҡһынды, проблемаларҙы өйрәнде. Илдар Сәғит улы, мегаферманы үҫтереү бөгөнгө көндөң иң мөһим бурыстарының береһе, тип билдәләне, һәм был комплекс үҙен тулыһынса аҡларға тейеш.

И.С. Тимерғәлин Баймаҡ районына сираттағы эш сәфәренән ҡәнәғәт ҡалды, үҙенең теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе.

 

Азамат Мөхәмәтшин.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap