Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Ҡартайған ҡояш аҫтында
Untitled document

Родился ребенок,

окруженный безбрежным

пейзажем,

Полвека спустя

он был убит на войне.

Кто помнит теперь,

как однажды

поставил он у порога

тяжелый мешок,

из которого выпали яблоки

и по земле покатились,

и шорох катящихся яблок

смешался со звуком мира,

где пели беззаботные птицы.

Жан ФОЛЛЕН

Йәшәү дәүеремдә беҙҙең ауылда өс хыялый булды. Мин уларҙың берәүһе хаҡында, тормошом китабының ҡайһы бер биттәренә ҡағылып үткән, бәлки шул китапҡа әҙерәк мәғәнә һалырға булышлыҡ та иткән хыялый Әкрәм тураһында һөйләрмен. Һөйләмәйенсә лә булдыра алмайым. Әле бына уны алып ҡайтып барыуым, дөрөҫөрәге, уның мәйетен. Һуңғы ике йылын беҙҙән йөҙҙән ашыу саҡырымда ятҡан бәләкәй ҡалалағы психодиспансерҙа үткәргәйне ул. Ауыр тойғолар, аңлата алмаҫлыҡ күңел болғатҡыс кисерештәр менән бәүелә-бәүелә колхоздың иҫке автобусында китеп барыуым. Бәлки, барыуыбыҙҙыр. Янда танау аҫты саҡ ҡарая  башлаған шофер  Мөхтәр нимәлер һөйләй, нимәгәлер ҡысҡырып көлөп ебәрә. Минең уны ишетмәгәнде, тыңларға теләмәгәнде әҙерәк аңлаһа икән. «Һин нимә, Зәйни ағай, бер хыялый үлгән тип һары һағышҡа батып киләһең. Күҙеңде ас, ул үлгән тип, ана, донъя берәй үҙгәреш кисергәнме? Юҡ, шишәмбе көн ҡалҡҡан йөн дә һелкенмәгән. Ҡояш та һүнергә уйламай»,—тип теңкәгә тейә тағы. Әрменән саҡ ҡайтҡан малайға, бер ни белмәйенсә, шундай аяуһыҙ һығымтаға килергә кем хоҡуҡ бирҙе икән, тип уйлайым эстән генә.

...Аҡылға зәғиферәктәрҙе, һинеңсә, минеңсә ҡыландыра, уйлай, һөйләшә белмәгәндәрҙе беҙҙә шулай, хыялый, тип йөрөтәләр. Башҡа яҡтарҙа тиле, һәтәү, ауһар, иҫәр, урыҫсаны башҡортлаштырып дүрәк, иван тип тә атайҙар ундайҙарҙы. Беҙҙең яҡтағыһы барыбер ҙә ҡолаҡҡа ятышлы, аңлар күңелгә һыйышлы, нисектер әҙәмде, беҙҙеңсә әйткәнсә, бөтөнләй кешелектән сығарып ташламай. Хыялый... тимәк, хыялға бай кеше. Хыялый... шул  хыялына артыҡ ышаныусан, шул хыялына ныҡ әүрәүсән бәндә лә ул. Ә хыялдың төрлөһө була, татлыһы ла, ҡатлыһы ла, кеше ышанмаҫлыҡ ҡатыһы ла...

...Әкрәм хыялый менән бер мәл бергә көтөү көтәбеҙ. Малдарҙы һыулауға төшөрәбеҙ ҙә, уларҙы Ҡабаҡтауы башынан өҫтән генә күҙәтәбеҙ. Ҡояш ҡыҙҙыра, мин күлдәгемде сисәм дә, арҡамды күктәге ҡыҙыу тәрилкәнең нурҙарына   «терәйем». Ҡояш ул ваҡытта бигерәк йәш ине, торғаны ялҡын тубы, ут шары бына! Ә Әкрәм эҫелә лә, ямғырҙа ла септәгә әйләнеп барған киндер күлдәген һалмай. Кешенән ояламы инде. Һыу төшкәндә лә сисмәй ул, һыуланһа септәһе өҫтөндә йөрөп кибә. Ҡояш йылыһында ирәйеп китеп ятабыҙ. Иҫәр дуҫым күҙҙәрен янып барған күккә төбәй ҙә оҙааҡ шулай шым ғына ята. Нисек күҙе ауыртмайҙыр. Мин әҙ генә ҡояшҡа ҡараһам да, күҙем үҙемдеке түгел кеүек, башым әйләнеп, күҙ  алдым ҡараңғылана.

Шулай ята торғас аптыратҡыс хәбәр һалды Әкрәм:

—Әгәр ҙә донъяны, ана күрәһеңме йондоҙҙарҙы, Зәйнулла, шунда менеп ҡараһаң өс ҡатламда күреп була.

Миңә донъяның өс ҡатламда күренеүе нимәгә кәрәк ул, әлеге донъям шағараҡ ҡорорлоҡ, шуға уны тиҙерәк бүлдерәм, уның һүҙҙәренән тиҙерәк көлкө яһағым килә:

—Ә, һин, ҡайҙа күрәһең йондоҙҙарҙы, унда ҡояш та, башҡа бер ни ҙә юҡ. Һинең күҙҙәрең әллә үтә күрәме ул?—үҙем эсемде тотоп тәгәрәп ятып көлгән булам. Күктә, ысынлап та, ҡояштан башҡа хатта семтем болот әҫәре лә юҡ. Әкрәм өндәшмәй. Ул, бысраҡҡа батҡан эсен күрһәтеп, күлдәгенең итәген өҫкә күтәрә лә, кер күтәргеһеҙ сепрәкте епшетеп имеүен белә. Үҙенең күҙҙәре күктә. Мин уның тағы ла әҙәм ышанмаҫлыҡ ҡыҙыҡ һүҙ әйтеүен көтәм.

—Шунан, шунан,—тигән булам, ҡыҙыҡһыныуымды белдереп. Ул тағы сабыйҙарса гонаһһыҙ күҙҙәрен күккә төбәй ҙә, бер мөғжизәгә ышанғандай һүҙен дауам итә:

—Ана шул йондоҙҙарға менеп ҡараһаң, донъя, ана һинең кеҫәңдәге ҡара икмәк кеүек өс ҡатламдан тора.

—Нисек инде?—үҙем дә һиҙмәҫтән кеҫәмдән икмәгемде килтереп сығарам. Ә ул, ысынлап та, өс ҡатламдан икән шул  нәҙек кенә итеп теленгән һыныҡ икмәк өҫтөнә һары май һыланған һәм уның өҫтөндә тағы ла ҡара икмәк. Өләсәйем майы иреп, таралып төшмәһен өсөн өҫтән дә ҡаплап ҡуя. Май күптән ике һыныҡ икмәккә лә һеңгән инде.

—Аҫҡы ҡатламы—ер аҫты, унда ҡурҡыныс, унда ауыр уйҙар урала. Уртала ер үҙе, бына беҙ ултырған ер. Ә өҫтә күк, зәңгәр, матур күк. Бына беҙ, хыялыйҙар, һинең әсәйең әйткәнсә, бер төрлөләр, йә ер аҫтында йәшәйбеҙ, йә күктә-ә йөҙәбе-еҙ,—һуңғы һүҙҙәрен ул рәхәтләнеп, кинәнеп әйтә.—Ә һеҙ ергә ныҡ баҫаһығыҙ, ана шул икмәк өҫтөндәге кеүек майҙа йөҙәһегеҙ, Зәйнулла. Тик донъяны ҡояш янғанда, йондоҙҙарға менеп ҡарарға кәрәк...

—Ә төнөн ярамаймы ни?—Уның һүҙенә ышанмаһам да, үҙем һорауын таба һалам.

—Юҡ, төнөн ярамай, ҡараңғыла кешеләрҙең күңеле ябыҡ була.

Әкрәм шулай «күктә йөҙә», ә мин бер ни аңламайым. Дөрөҫөрәге, мин бында аңламаҫлыҡ бер сер ҙә тапмайым, эйе, ер, уның аҫты була, өҫтә, бында әмрик асаһы түгел, күк инде. Уны шулай ҙа бүлдермәйем, иҫәр менән иҫәр булғансы, әйҙә хыялланһын, әйҙә яҡтыла йондоҙ күрһен—кем уға ҡамасаулай. Мин бит беләм, йондоҙҙар төнөн генә шаярып, көлөп уйнайҙар ҙа, ә көндөҙөн улар айға һыйынып йоҡлайҙар. Әсәйем дә шулай ти...

Йылдар үтер, өлкән синыфтарҙа йондоҙҙарҙың Ҡояш яғында ла булыуын белермен, тик иҫәр, хыялый Әкрәмдең шуны уҡымай-нитмәй, тойомлауын, йондоҙҙарҙы күрә алыуын ғына мәңге аңламам... Керле күлдәген имеп ултырған бысраҡ тәнле Әкрәмдән йондоҙҙар нисек ытырғанманы икән? Үҙҙәре яндарына саҡырғандар бит әле. Аңламаҫһың йондоҙҙарҙы ла. Ә миңә төнөн дә бик иғтибар итмәйҙәр ине. Бында Хоҙайҙың шауҡымы бар икәнен кем аңлаған да, кем белгән. Көпә-көндөҙ йондоҙ күреүселәр, шулай ҙа бик көнләшәм мин һеҙҙән.

Әкрәмдең керһеҙ, серһеҙ килеш кенә, Зәйнулла, тип өндәшкәне бына әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғыраған кеүек. Уйлап ҡараһаң, мулла ҡушҡан тулы исемем менән унан башҡа миңә бер кем дә өндәшмәгән. Бөтәһенә лә Зәйни булдым, әсәй-өләсәйҙәремә ғүмер буйы Зәйнүк бит инде. Тулы килеш өндәшеүенә асыуым да килә, Зәйнулла тиһә мине ҡарт  бабай тип үсектергән кеүек була ине.

Ә ул:

—Исемде үҙгәртергә ярамай, уны мулла түгел, Алла ҡуша,—тип яуаплай,   ҡурҡып ҡына.

Был һүҙҙәренә минең көлкөм генә килә:

—Һәр кемгә исем ҡушып йөрөһә, Алла хәлдән тайып йығылыр ҙаһа. Ул бит берәү генә—мин быны беләм.

—Шул берәү булған өсөн генә, ул ҡуша ла инде,—шулай нөктә ҡуя бәхәскә Әкрәм.

Әкрәмде уйлаған һайын әле уның һәр һүҙенән, ҡыланышынан, сәйерлек менән бергә, аңлата алмаҫлыҡ мәғәнә лә таба башланым ирекһеҙҙән...

Күҙемде йомоп шулай сикһеҙ уйҙарыма бирелеп килә инем, Мөхтәрҙең тауышына һиҫкәнеп киттем.

—Әллә ойоп киләһең инде, Зәйни ағай?  —Күҙемде асып, башымды бормай ғына ҡарарға мәжбүр булдым.—Әкрәм хыялыйҙың ата-әсәһе кем һуң ул, әллә һеҙгә туғанмы? Бигерәк өҙгөләнеп йөрөүеңә ҡарап әйтәм.

—Миңә туғанлығы юҡ та юҡлыҡҡа, бына һеҙҙең нәҫелгә ҡағылышы бар,—  теләр-теләмәҫ кенә яуаплайым.

—Кит әле, юҡты һөйләмә, беҙҙең нәҫелдә хыялыйҙар юҡ ул.

—Шаярттым.

—Һин кешенән улай мыҫҡыл итмәсе, ағай.

—Кем кемдән бит әле,—тип мығырҙаным.

—Нимә тиң?

Ишетмәгәне хәйерле.

—Әкрәмдең нәҫел-нәсәбе беҙҙең яҡтан түгел ул. Елмерҙәк артынан, ҡатайҙар яғынан килеп сыҡҡандар, шикелле. Шуға, Биләрит айыуына оҡшап, бигерәк бәһлеүән кәүҙәле ләһә.

—Ине тиң.

—Нимә ине?—ҡапыл аңламайыраҡ  ҡалдым.

—Концы отдал бит инде,—шөкәтһеҙ итеп көлөп ебәргән булды Мөхтәр. Йәнһеҙ әҙәм икән, кеше үлгән, ә ул ат кеүек кешнәп көлә. Эй, уйлаһаң ул ғынамы, хәҙер бөтәбеҙ ҙә шул, донъя көтөр, тамаҡ ҡайғыртыр, байлыҡ туплар өсөн генә бирелгән был йән тип йәшәйбеҙ бит инде. Кешенең йәненә, хәленә инер көйөн дә, көнөн дә тапмайбыҙ. Үҙем һуң? Әле фәрештә кеүек килгән булам, Әкрәм кеше аша хат яҙҙырманы ла, сәләм ебәрмә-неме? Һин ярҙам итеү түгел, яуап та бирмәнең. Бәлки, илле алты йәшлек һин дә мин йөрөгән тиле дуҫыңдың мәйете артынан йөрөмәгән дә булыр инең әле. Иртәрәк ҡуҙғалһаң, ул да, бәлки, иҫән булыр ине. Һин дә, шул бер иҫәрҙе, тип уйламаныңмы икән? Ярай, ваҡытында намыҫың уянды...

Тағы ла Мөхтәрҙең гөрөлдәп сыҡҡан тауышы айнытып ебәрҙе.

—Ата-әсәһен мин белмәйем инде, шулай ҙа кемдәргә туған һуң ул?—Ҡалай ныҡ ҡыҙыҡһынып китте был малай.

—Белмәгәнең тәбиғи, етем үҫте Әкрәм. Атаһы үҙе киткәс тыуған улын бөтөнләй күрмәйенсә һуғышта ятып ҡалған. Әсәһе һуғыштан һуң үлде. Яҙғыһын, Төкөндән ашлыҡ алып ҡайтып килгәнендә, аты менән бергә Иҙелгә ишелеп төшөп, мәрхүмә булды. Урамда үҫте Әкрәм, өйҙән-өйгә йөрөп буй еткерҙе. Беҙ бит бер урам балалары. Шулай бик ауы-ыр яҙмышлы булды инде ғүмере-е,—һуңғы һүҙҙәр йәнде йыртып сыҡты.

—Ә-ә... шулай икән,—тигән булды юлдашым. Кеше яҙмышы ауырлығын уртаҡлашыуҙан түгел, Әкрәм хыялыйҙың үҙ нәҫеле булмауын аңлап шундай өн сығарыуы булыр.

Беҙ бит бер урам балалары... Әкрәм, Искәндәр, мин... Әкрәм беҙҙән өс йәшкә өлкән ине. Ул ҡырҡ берҙә, ә беҙ Еңеү йылын алып килер ҡышта, өләсәйем әйтмешләй, һыйыр тиҙәге туңған мәлдә, тыуғанбыҙ. Сабый сағымда беҙгә Әкрәмде бик индерә һалып бармауҙарын, инһә лә, минең тирәлә бик уйнатмауҙарын семтем генә хәтерләп ҡалам. Әсәһе үлгәндә уға ете йәштәр тирәһе булғандыр әле. Өйҙәгеләрҙең эңерҙә (һөйләгән һүҙҙәрҙән бигерәк, ҡыҙарып ҡояш батып барғанын ныҡ хәтерләйем) хәҙер нишләр инде был тилекәй, ней ҡарар туғаны юҡ, тип һөйләгәндәре ҡолағыма ишетелгәндәй. Беҙгә йәшәргә килһен, тип һикереп торғайным, әсәйем арҡамдан һыйпап, был хәбәреңде күрше-фәләнгә  әйтеп ҡуйма, Әкрәмде йыраҡҡа, ҡалаға, алып китәләр, тип тынысландырып ятҡырыуын иҫләйем. Шул ваҡыт мин ҡыҙарып байып барған ҡояшҡа оҙаҡ ҡарап ятҡайным. Бөгөндән алып Әкрәмдең дә ҡояшы байыны, тигән уй ул саҡта башыма ла инеп сыҡмағандыр. Әле күҙ алдына килтерәм дә, шул көндәге ҡояш ылыҡтырғыс ҡыҙыл түгел, ә нисектер ҡуйы ҡыҙылғара булып, хәсрәтләнеп, киткеһе, байығыһы килмәй, офоҡта аҫылынып торған төҫлө. Ләкин ҡояш йәш, барыбер ҙә дәртле кеүек ине. Бөгөн дә, ана, алдымда шул ҡояш. Тик ул арыған, ҡартайған, күпте күргән, кисергән.

Әсәйем әйткән хәбәр дөрөҫкә сыҡманы. Әкрәмгә, бәхеткә ҡаршымы, бәхетһеҙлеккәме, ҡалала йәшәү яҙманы, беҙҙән дә бик йыраҡҡа китмәне, бары урам осондағы яңғыҙ йәшәгән Fәшүрә ҡарсыҡҡа барып һыйынды. Ә уның берҙән-бер ҡыҙы һуғыш башланмаҫ элек Үзбәкстанға сығып киткән дә шунда төпләнгән. Әкрәм уға һыйынмағандыр ҙа бәлки, «үҙемдең гонаһым, үҙем ҡарайым» тип ҡарарға алған уны Fәшүрә. Быны мин һуңынан ғына беләсәкмен. Гонаһы ла ни саҡлы бит әле—Хоҙай бизмәне ни әйтер? Кендек әбейе булған ул Fәшүрә әбей. Әкрәм—уның был фани донъяға ҡабул иткән һуңғы изге заты. Беҙҙең яҡҡа хас булмағанса, артыҡ бәһлеүән булып тыуа беҙҙең дуҫыбыҙ. Әсәһе шуға бик ауыр таба уны. Ағзалары иҫән, һау-сәләмәт булып йәшен тултырып килгәндә сабыйҙа сәйер үҙгәрештәр һиҙелә башлай. Күҙ алмалары, кесерәйеп, бер-береһенә яҡыная, хәрәкәттәре быуынһыҙ уйынсыҡтарҙы хәтерләтә...

Ике йәшен тултырғас, малайҙың, ысынлап та, аҡылға зәғиферәк икәне ныҡлап асыҡлана. Ана шул саҡта Fәшүрә ҡарсыҡ телгә килә лә инде: «Ҡабул иткәндә лепкәһенә ныҡ теймәнемме икән тигән быуынға төшөр ауыр тойғо булғайны шул, раҫҡа сыҡҡан, ай, Иблистең дөмөккөрө. Ошо Әкрәмдән һуң, әйтәм бит, башҡаса кендек киҫергә ҡулым барманы. Бигерәк әзмәүерҙәй сабый ине шул, ней Сабира килендең хәле юҡ, артыҡ көслөк күрһәтелде микән ни, ай, Аллам, шәфҡәтеңдән генә ташлама балаңды». Тәгәрәп ятып илаһаң да кире ҡайтарып та, яңыртып та булмай шул ҡылған-киҫкәнде. Кем белә, бәлки кендек әбейенең бөтөнләй ғәйебе юҡтыр, нәҫел-нәсептән дә күсеп килә ундай сир. Елмерҙәк аръяғына сығып Әкрәмдең атаһының туғандарын барлап йөрөүсе булмаған даһа...

Мин белгәне һәйбәт әбей булды ул Fәшүрә ҡарсыҡ. Әкрәмдең тамағын һәр саҡ туйҙыра, өҫтөн ныҡлы бөтәйтә алмаһа ла, сит-яттарҙан ҡурсып торҙо, тиле тип көлөүселәрҙең ауыҙын да яба белде, сараһыҙ саҡта ҡулын да эшкә екте. Тик үҙе бер ҡасан да Әкрәмде ҡыйырһытманы һәм уны ла кешеләргә ҡарата миһырбанлы булырға өйрәтте. Әле янымда килгән Әкрәмгә нәҫел булыуҙан баш тартҡан Мөхтәр изге Fәшүрәнең бүләһе инде. Тик уға был турала өндәшмәүең хәйерле, буғай. Киләсәктә аҡылы етһә, үҙе һораштырып белер.

 

Дауамы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap