Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
06.10.2015
Ихтирамлы, абруйлы ханым
Untitled document

Әнисә Исҡужа ҡыҙы 1986 йылдан Байыш урта мәктәбендә уҡыусыларға башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй. Тиҫтә йылдан ашыу директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләүе лә күп нәмәләр хаҡында һөйләй. Ошо йылдарҙа ул үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ абруй яуланы. Әнисә Исҡужа ҡыҙы балаларға белем биреп кенә ҡалманы, йөрәк йылыһын да таратты, уларға тормошта үҙ урындарын табырға ла ярҙам итте. Уҡыусыларҙа башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына һөйөү тәрбиәләне, уларҙың тасуири уҡыу һәләтен, актерлыҡ оҫталығын үҫтерҙе.

Ә.И.Юлыеваның тырыш хеҙмәте бер-нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланды. Әнисә Исҡужа ҡыҙы, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе, ауыл советы депутаты булараҡ, үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән һәр кемдең күңеленә үтеп ингән һәм халыҡ араһында ихтирам яулаған ханым. Ул шул уҡ ваҡытта «Иҫтәлек» фольклор ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе булып тора.

Тормош иптәше йәшләй генә вафат булғас, ул һынманы, бөгөлмәне, көслө рухлы булып ҡалды. Балаларының шатлыҡтарын уртаҡлашып, биш ейән-ейәнсәренә һөйөклө өләсәй булып йәшәй. Артабан да уға тормоштан йәм табып, кинәнестәр алып, ҡыуанып йәшәргә насип булһын.

Лена Йәнәлина,

хеҙмәт ветераны.

Баймаҡ районының Байыш урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләп, үҫеп килгән быуынға тәрбиә биреү өлкәһендә матур тәжрибә туплаған уҡытыусылар бик күп. Һүҙем шуларҙың береһе, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булған коллегам Әнисә Исҡужа ҡыҙы Юлыева тураһында булыр.

 

Әнисә Баймаҡ районы Фәйзулла ауылында Ишмуллиндар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Был ауыл бөтөү сәбәпле, Татлыбай ауылында буй еткерә. Тырыш ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск тау-металлургия институтына уҡырға инә. Ләкин туған телгә булған һөйөү, ижадҡа ынтылыш үҙенекен итә. Ул, төҙөүсе һөнәрен яңылыш һайлауын аңлап, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле филологияһы факультетына уҡырға инә. Был ваҡытҡа инде ул Байыш ауылының уңған егете Илдус менән ғаилә ҡороп, бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләгән була.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap