Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
06.10.2015
Иң ҙур баһа—уҡыусылар һөйөүе
Untitled document

Уҡытыусы булыу еңелме? Был эштең барлыҡ нескәлектәрен белмәгән кеше генә уның ауырлығын танымаҫ. Мәктәпкә бара ла, дәрес бирә лә ҡайта, тип уйлайҙар күптәр. Ә бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусылар үҙ һөнәрҙәренең көслө рух, сабырлыҡ талап итеүен белә. Изге һөнәрҙең анһат булмағанлығын минең һеңлем, юғары категориялы биология уҡытыусыһы, ысын педагог Роза Сәлихйән ҡыҙы Байегетова ла, был өлкәгә 30 йыл ғүмерен бағышлаған мөғәллимә булараҡ, бик яҡшы аңлай. Уҡытыусы һөнәренә табан һәр кемдең үҙ юлы. Кемдер нәҫел-нәсәбе династияһын дауам итә, кемдер йөрәге ҡушыуын тыңлай. Беҙ һуңғылары рәтендә. Ата-әсәйебеҙ ябай эшселәр, беҙ, уларҙың ике ҡыҙы, уҡытыусы булырға ҡарар иттек. Ошо өлкәне һайлауыбыҙға һис үкенмәйбеҙ,  киреһенсә изгелекте, мәрхәмәтлекте үҙ эсенә алған һөнәрҙе үҙ итеүебеҙгә шатланабыҙ. Тыумышыбыҙ менән беҙ сал ҡылғанлы далалар иле Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районынанбыҙ. Башҡортостан хәҙер беҙҙең өсөн ҡәҙерле, ғәзиз төйәккә әйләнгән.

Һеңлем 1975 йылда Сибай педагогияһы училищеһын уңышлы тамамлап, Медногорск ҡалаһында хеҙмәт юлын башлап ебәрҙе. Белемен камиллаштырыу ниәте менән ул Т.Г.Шевченко исемендәге Орск педагогия институтында уҡыны. 1994 йылдан алып бәхетен, яҙмышын, эшен Йомаш урта мәктәбе менән бәйләне. Роза Сәлихйән ҡыҙы яратҡан фәненән илһамланып дәрес бирә. Һәр саҡ эҙләнә, яңы мәғлүмәттәргә һәм инновацион алымдарға таянып эш итергә тырыша. Үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, кешелекле, алсаҡ ул минең һеңлем. Уҡытыу методикаһын ентекле белгән тәжрибәле белгес булараҡ белем биреүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Уның көсө, эш һөҙөмтәһенең сағылышы булып уҡыусыларының уңыштары тора. Роза Сәлихйән ҡыҙының һабаҡтарын алған ҡыҙҙар һәм егеттәр Рәсәй, республика, район кимәлендәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашты. «Йәшел планета» Бөтә Рәсәй балалар форумы лауреаттары, «Үҫенте» Республика юниорҙар конкурсы еңеүселәре улар. Уҡытыусының бындай ғорурланырлыҡ уңыштары бик күп, уларҙы һанап, яҙып бөтөрлөк түгел. Был күрһәткестәр мөғәллимәнең тынғыһыҙ эшенә, фиҙакәр хеҙмәтенә асыҡ миҫал.

Уҡытыусы тормошо—үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү, балалар, ата-әсәләр менән өҙлөкһөҙ бәйләнештә булыу. Биология уҡытыусыһы булғанға Роза мәктәп-яны участкаһы өсөн дә яуаплы. Бындағы барлыҡ эштәр уның етәкселегендә башҡарыла.

Уҡытыусы һөнәри кимәлен, оҫталығын үҫтереү өҫтөндә даими эшләй. «Башҡортостан уҡытыусыһы» ғилми-педагогик журнал биттәрендә мәҡәләләре      йыш донъя күрә. Роза Сәлихйән ҡыҙы—заман менән бергә атлаған ижади шәхес, тип әйтһәм һис яҙыҡ булмаҫ. Үҙ эшеңде яратыу, дәрт-дарманыңдың ташып тороуы, туҡтауһыҙ эҙләнеү, ижади ҡараш—был уның эш стиле. Һеңлем уҡыусылары, коллегалары араһында хөрмәт ҡаҙанған  ихтирамлы остаз. Уның хеҙмәте юғары баһаланды: «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдын-ғыһы» исемен лайыҡлы йөрөтә ул. Шулай ҙа уның өсөн иң юғары баһа—уҡыусылар һөйөүе. Ҡасандыр үҙенән һабаҡ алған шуҡ һәм шаян, шул уҡ ваҡытта отҡор һәм зиһенле ҡыҙ-малайҙарҙың бөгөн килеп рәхмәт әйтеүе, хөрмәт итеүе ҡыуандыра уны.

Роза Сәлихйән ҡыҙы уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй ҙә. Тормош иптәше Нәип Әхмәтдин улы менән ике улға ғүмер, яҡшы тәрбиә бирҙеләр, юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Роза Сәлихйән ҡыҙын һөнәри байрамы менән ҡотлап, именлек, һаулыҡ, өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Г. Әбсәләмова,

Ырымбур өлкәһе,

Ҡыуандыҡ ҡалаһы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap