Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Ҡартайған ҡояш аҫтында
Untitled document

Дауамы. Башы 77-78-се һанда.

Һуғыштан һуң ауыр йылдарҙа үҙеңдең йәнде аҫырауы ҡалай ауыр булһа, һигеҙ-туғыҙ йәшендә үк өрлөк буйы үҫкән малайға ла аҙыҡ табаһы бар. Бер мәл Әкрәм өйҙән-өйгә ашарға һоранып йөрөй башланы. Кешеләр быны ғәйепкә һанаманы ла, ауыҙға ҡапҡаны менән бүлеште, артып ҡалғанын ҡарсыҡҡа ла өлөш итеп  бирҙе. Кендек әбейе биргән өлөштө алды, тимәк, улының хәйерселәнеп, теләнселәнеп йөрөүенә ҡаршы булмағандыр ҙа. Был хәл тәүҙә һирәгерәк булһа, Fәшүрә әбей ауырый башлағас йышыраҡ ҡабатланды. Ун ике йәшендә ҡараусыһыҙ ҙа ҡалғас Әкрәм ҡышҡыһын бөтөнләй өйөнә ҡайтмай ине. Өйҙән-өйгә сиратлап ҡунып сыға. Эй, ул саҡта кешеләрҙең миһырбанлы булыуы! Әкрәмде бер кем ҡыуып сығармай, киреһенсә, ул килһә, Алланың тағы бер ҡолон ашатып, күңелен күреп, күпме сауап алына, тип хужа һөйөнә. Күңел төшөргөс бер яғы ғына бар: Хоҙайҙың кәмһетелгән был затына ниндәй генә хөрмәт күрһәтмә, ләкин уның урыны барыбер тупһа төбөндә. Бетле башлы, бысраҡ хәйерсене берәү ҙә бик түргә үткәрмәҫ ине. Һәм шуныһы һәйбәт: Әкрәм быны үҙе лә бик яҡшы аңлай, булғанына шөкөр итә, көнө буйы бүреләр олоған ашҡаҙанына әҙерәк йылы төйөр төшһә, ике яҫы усы менән битен ҡаплап һыпырып «әппәр» итә лә, өйрәнеш буйынса тупһа төбөнә иҫке бишмәтен йәйеп татлы йоҡоға тала. Иртән, ел алып киткәнме ни, юҡ та була. Кешене артыҡ бимазалаһаң, аҙағы насар бөтә ул, быны һиҙгер күңеле аңлағандыр, күрәһең. Әкрәм, ниндәй генә хәлдә булмаһын, һис кенә лә кеше әйберенә ҡул һуҙманы, әле уйлайым да, шуға ла уны ауыл кешеләре  сит-ят күрмәгәндер, шикләнеп ҡарама-ғандыр.

Әкрәмдең был килер сиратын беҙ көтөп алдыҡ. Үткән аҙнала һин дә мин һөт биргән кәзәбеҙ, өс бәрәсен йәтим итеп, ҡазаланып ҡуйғайны, һуйырға мәжбүр булдыҡ. Өләсәйем был көндө ҡаҙан тултырып ит бешерттерҙе, эҫе итеп мунса яҡтыртты. «Гонаһтарыбыҙ күбәйгәндер, Хоҙай юҡҡа ҡаза ебәрмәҫ. Шау етем изге Әкрәмде булһа ла ризалатайыҡ...» тип һөйләнде ул. Күңелебеҙгә тыныслыҡ, йәнебеҙгә сауап алыр өсөн шуға түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ урам хәйерсеһен.

Искәндәрҙең һуғыштан аяҡһыҙ ҡайтҡан атаһы (минең атайым да һуғыштан бик ҡаты сирле булып ҡайтҡайны, ул бик тороп йөрөй алманы) тәүҙә тиленең  оҙонса ҡабаҡҡа оҡшаған башын үткер бәкеһе менән ялтыратып ҡырҙы. Бер аҙҙан беҙ уның менән мунсаға киттек. Бишмәт кейгән өләсәйем үҙе инеп, оялмағыҙ,  балалар, тип, йәндәр сыҡҡансы миндек менән сапты. Мин түҙмәй илап ебәрҙем, ә Әкрәм тын ғына тик ята. «Керле тәне иҙрәп рәхәтлек сигә бахырҙың. Рәхәт  сикһен, рәхәтләнһен, йәне керһеҙ уның», —тип өләсәйем тағы ла эҫе һала. Аҙаҡ өләсәйем сыҡҡас эй тырнанырға тотондо был, ҡайһы бер ерҙәре ҡанап сыҡты. Һуңынан тонған көл һыуында рәхәтләнеп йыуындыҡ. Әсәйем, бишмәтенән башҡа, уның бар кейемен йыуып эҫе таш өҫтөнә һалды, шулай бетенән ҡотолоп булалыр. Атайымдың күлдәк-салбарын кейеп алғас үҫкән, күркәм егет булды ла ҡуйҙы. Тик күҙҙәре генә, һарыҡтың йоморо тиҙәген хәтерләтеп, йәнһеҙ, сөм ҡара һәм баҫһаң һытылып китер төҫлө ине. Үҙҙәре ғәйепле төҫ менән бәзерәйеп ҡарай. Ул күҙҙәр эсендә меҫкенлек батша булып алғайны. Атайымдың кейемдәре шул ваҡытта уҡ ун ике-ун өс йәшлек дуҫыма тап-таман ине. Ҡалай һонтор булған ул. Ҡайтҡас кәзә итенән һурпа һемерҙек. Әкрәм, ярты туҫтағын һемергәс, «әппәр» итте лә ишек төбөнә юлланды. Өләсәйем уны һөйрәп тигәндәй килтереп, яңынан һикегә ултыртты:

—Йүнле ризыҡ күрмәй ашҡаҙаның ҡырҡылып бөткәндер, аша, бисараҡайым, аша,—тип ҡыҫтап, тәрилкәләге ашын ашатып бөтөрттө. Әсәйем ятырға урын һала башлағас, дуҫым тағы ишек төбөнә килеп, бишмәтен йәйҙе. Өләсәйем был юлы түҙмәне, битәрләп ташланы:

—Бүрене бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай ти, ни ғиллә һуң ул, ә? Ана бар һикегә, Зәйнүккә арҡа терәп ят. Мунсанан һуң кеше ишек төбөндә ятамы, үәт йүләр, ә.

—Әкрәм ней, былай ҙа йүләр инде ул, ятһын шунда,—тинем. Шунан, атайымдың ҡырыҫ ҡарашын тойоп, тиҙ генә юрған аҫтына сумдым. Вай, йүнһеҙ булғанмын. Етеш тормошта йәшәгәс ни, майҙа йөҙгән кешенең урамдағы хәйерсенең күңелен аңлар аҡылы буламы ни? Әкрәм тыңланы, бөгәрләнеп кенә һике ситенә килеп ятты. Йоҡо аралаш, Әкрәмдең ҡоҫҡаны, әсәйемдең, эт ҡарынына майлы аш килешәме ни ул, тип һөйләнгәне төш менән бергә буталды. Мунсанан һуң онотолоп йоҡланылған, иртән торғанда «йүләр»ҙән елдәр иҫкәйне.

Аҙаҡ Әкрәм беҙгә оҙаҡ килмәне. Сираты етһә лә, беҙгә теймәй, аша үтер булды. Өләсәйем түҙмәне:

—Бар, Әкрәмде күреп һора әле, нишләп беҙгә килмәй ул,—тип, мине эҙләргә сығарып ебәрҙе. Йүләрҙе тиҙ таптым, нишләп беҙгә килмәйһең тим. Өҫтән миңә оҙаҡ итеп ҡарап торҙо ла:

—Һеҙ мине тупһа төбөнә һалмайһығыҙ, мин һеҙгә бармайым, ишеү... ашығыҙ майлы,—тине. Өләсәйемә ҡайтып әйткәйнем, уныһы илап ебәрҙе.

—Ысынлап та иҫәрҙең дә иҫәре икән, тип ҡуйҙы әсәйем. Өләсәйем бер аҙ тынысланғас:

—Улай тип әйтмә, килен, иҫәр түгел ул, беҙ аңламаҫлыҡ артыҡ аҡыллы. Хоҙай уны артыҡ иманлы итеп әшкәрткән. Үҙ урынының ҡайҙа икәнен белә. Мин әле, ошо йәшемә етеп, фани донъяла урынымды белмәйем, ишек төбөндәме, мендәр өҫтөндәме. Күптәр, бик күптәр белмәй, шунан миңә төбәп өндәште. Әйт Әкрәмгә, килһен, ишек төбөндә урын  табырбыҙ...

Булған бит заман. Эй, ул саҡта кеше-ләрҙең миһырбанлы булыуы! Һуңғы ҡабым ризығын кеше менән бүлешер ине. Ә хәҙер нимә, кеше етеш йәшәй,  тамағы туҡ. Донъялары бөтөн, күңеле тишек. Иҫләһәң, һоҡланғыс бит, элек кемдер өй күтәрә икән, бөтә ауыл шунда ағыла. Өмә! Һәр кем килә, ҡулынан килгәнсе ярҙам итә. Мискәләп бал әсетәләр ҙә өй ҙә ҡалҡа, байрам да. Ә бөгөн... арҡыры ятҡан кәртәне буй һалған өсөн хаҡ һорайҙар. Ярҙам иткән өсөн әсәһенән улы аҡса ала. Туғанлыҡ, ҡунаҡҡа саҡырыу, өмәләр, бер-береңдең хәленә инеү... юҡҡа сыға бара. Ә өҫтәл тулы ризыҡ, өй тулы  йыһаз. Ишектәр ун ҡатлы йоҙаҡ менән бикле, ә элек? Йыраҡҡа йә оҙаҡҡа китер булһа ғына хужа ишеге күгәненә сыбыҡ, йә ҡаҙ ҡанаты тығып китә ине. Күгебеҙ бейек тә, һурпабыҙ шыйыҡ хәҙер. Шуға ҡояшыбыҙ ҙа ҡартайғандан-ҡартая бара... Кешеләр, үҙ донъяһына сумып, ҡояшҡа бағып алырға ла ваҡыт тапмай. Ә беҙҙең заманда көндөҙ йондоҙ күреүселәр бар ине.

Хәҙерге заманда йәшәһә, үҫмер Әкрәм үлгән булыр ине, пажалуй. Бөгөн бер ҡатлы, ярҙамсыл, саф иҫәр-хыялыйҙар, бәлки, күберәк кәрәктер. Ул саҡта күптәр үҙ урынын белер ине.

Аҡылға зәғифтәрҙең дә төрлөһө була, әлбиттә. Ана беҙҙең күрше Ҡушҡайын ауылының хыялыйы сулаҡ Сибәғәт, иҫәренә етеп, ярты ауылды яндырып, юҡҡа сығарҙы. Көҙгө әсе елдә берәүҙең кәбәне төбөндә ут яғып йылынырға уйлаған. Бына ул иҫәрҙең дә иҫәре. Юҡ, беҙҙең Әкрәм ул дүрәк эргәһендә бөтөнләй фәрештә. Уның ауылға ла, ауылдаштарға ла һис кенә лә зыяны теймәне, киреһенсә, буй еткергәс, һәр өй уның изгелеген күргәндер әле. Иҫәрҙәр эшкә әрһеҙ була бит ул. Кеше ҡулы етмәгән саҡтарҙа, тамаҡ хаҡына, тип эш эшләтеүсе уны ауыл урамынан үҙе эҙләп таба  торғайны. «Әйҙәле, Әкрәм, бесән сабыш әле», тип кешесә һораһаң да, йә: «Ҡулың бигерәк оҫта, иртәгә өмәгә кил, йәме»,  тип һалпы яғына һалам ҡыҫтырһаң да, «Һин тыуғанда мин һөйөнгәйнем, утын ярырға бараң, иначе туҡмайым», тип ҡурҡытһаң да, ҡайҙан ишеткән дә, кем өйрәткән тиң, бер үк һүҙен ҡабатлай торғайны: «Ишеткәнһеңдер, буштың атаһы үлгән тиҙәр бит, ике баш ҡорот биреп, фатихалап ҡына бисәңдең эргәһенә ятҡырһаң, барырға була-а». Йомош менән барған әбейҙәргә лә, апай-ҡыҙҙарға ла шул һүҙен нәҙек кенә тауышы менән һуҙыр ине. Кешеләр быға өйрәнеп бөткән инде, көлөмһөрәйҙәр  ҙә, риза, риза, тип ҡулын бирәләр, тегеһе шунан, оҙон кәүҙәһен көйәнтәләй бөгөп, хужа артынан эйәрә. Эш тамамланғас, хужаның вәғәҙәһен дә онота, әллә үҙенең ҡалыплашҡан һүҙенең мәғәнәһен бөтөнләй аңламай, өс-дүрт тәрилкә ашты күтәреп эсә лә, балтаһы булһа, уны биленә ҡыҫтырып, һәнәк йә салғы икән, иңенә һалып, баяғыса бөкөрәйеп, әкрен генә ҡайтып китә. (Ошо рәүешле киң аҙымдар менән атлап барыуы һаман да күҙ алдымда). Хәленә инеп кешеләр аҡса һонһа, миңә ҡағыҙ кәрәкмәй, мин бисер түгел, тип ебәрә. Ул ҡағыҙҙың һиммәтен дә, иҫәбен дә белмәне, ахыры. Ике баш ҡорот бирһәләр иһә  алды, салбар кеҫәләренә ике яҡтан тупайтып һалып ҡуйыр ҙа, атлаған ыңғай тегеләрҙе, төшөп ҡалмағандармы, тигәндәй, тотҡолап ҡарар ине. Эш туҡтап ирҙәр тәмәке тарта башлаһа, Әкрәм шул ҡаты ҡоротон балалар һымаҡ имеп ултыра торғайны.

Әлеге һүҙе арҡаһында мәҙәк тә, ҡыҙғаныс та хәлдәр булып алды. Ауылға икенсегә генә ҡайтҡан өр-яңы кейәүенән Әсмәтәй (Әсмә түтәйҙе беҙ шулай йөрөтәбеҙ) һарайынан тиреҫ сығартмаҡсы була. Тегенең бармаҡтай ғына кәүҙәһенә ҡарап тора ла, йәлләпмелер инде: «Үҙеңдең генә ҡулыңдан килмәҫ, Әнүәр кейәү, магазин алдында оҙон буйлы тиле Әкрәм булыр, шуға өндәш, Әсмәтәй тиреҫ сығарышырға үтенде, тип әйтерһең»,—тип ныҡлы ғына аңлатып, тилене саҡырырға ебәрә. Бармаҡтай кейәү яңылышмай ғына таба ярҙамлашасаҡ кешене. Үтенесен дә ҡәйнәһе өйрәткәнсә еткерә. Беҙҙең Әкрәм хәлде аңлай: тимәк, ярҙам кәрәк. Ултырған урынынан яйлап ҡына ҡалҡына ла, ғәҙәттәгесә:

—Ишеткәнһеңдер, буштың атаһы үлгән, тиҙәр бит, ике баш ҡорот биреп, фатихалап ҡына бисәңдең эргәһенә ятҡырһаң, барырға була-а,—тигән һүҙҙәрен ҡабатлай. Кейәү егете, был һүҙҙе ишеткәс, тегенең муйынына йәбешә:

—Бына һиңә тағы, минең кәләште захотел,—тип һөйләнә тей. Бәһлеүән алдында ҡурҡыуын юғалтырлыҡ булғас, көнләшеүе бик көслө булғандыр яңы өйләнгән ирҙең. Fүмерҙә кешенең үҙенә түгел, әйберенә лә теймәгән Әкрәм иһә ҡурҡып ҡалған. Кейәү егете үҙһүҙләнеп, бараһыңмы, тип тағы ла һорай икән. Теге бахыр бер ни булмағандай, шулай ҙа бер аҙ тотлоға-тотлоға,  тағы ла буштың атаһын да, ике ҡорот менән тегенең бисәһен иҫкә төшөрә лә, ризалығын һорап ҡулын һуҙа. Йәтсә кейәүҙең асыуы бөтөнләй ҡабара, бәһлеүәндең ҡаушауын һиҙеп, үрелеп-үрелеп тегенең битенә сәпелдәтә. Шулай ҙа был фани донъяла гонаһһыҙлыҡтың да сиге булалыр инде, Әкрәм, тегене сабый бала кеүек биленән генә күтәреп ала ла, магазин соланының башына сөйә лә ырғыта. Һәм бер ни өндәшмәй киң баҫып, был юлы әҙерәк тиҙлеген арттыра биреп, ҡайта ла китә. Кейәү егет сәғәттән ашыу, төшөрөгөҙ, тип иламһырап солан башында ултырырға мәжбүр була.

Тик ошо көндө генә Әкрәм беренсе һәм һуңғы тапҡыр кеше үтенесен кире ҡаҡты. Был мәл күңелендә ниндәй бурандар, башында ниндәй уйҙар ҡоторғандыр, Хоҙай ғына белә инде. Аҙнанан  ашыу өйөнән сыҡманы, хәл белергә ингән кешеләргә, мендәренә ҡапланып, йөҙөн күрһәтергә оялды.

Икенсе хәл ҡыҙғанысыраҡ төҫ алды. Үрге урам клуб мөдире Мөхәррәм быны ла өй күтәрергә өмәгә саҡыра. Fәҙәттәгесә ике баш ҡорот менән бисә эргәһенә ятҡырыуға ҡул биреп килешелә. Эш тамамланды, өй күтәрелде хәҙер. Ауыл ирҙәре менән кинәнеп ятып урамда бал һемерәбеҙ. Ундай-бындай әсе нәмәне ауыҙына ла алмаған Әкрәм, һәр ваҡыттағыса ныҡлы ғына итеп ашап алғас, ҡайтырға йыйынды. Шул саҡ мәрәкәсел Мөхәррәмдең башына бал шауҡымы  менән бергә хәтәр уй ҙа килеп һуғылған бит, әй. «Нишләп ул, ир була тороп, бар ғәм алдында Әкрәмгә биргән вәғәҙәһен үтәмәҫкә тейеш әле». Был, биленән балтаһын һалдырып, көсләп-тартҡылап, Әкрәмде иҫке йортона алып инеп китте. Ҡатыны ла уның йор һүҙле, кем әйтмешләй, йоталмаһаң һоғондорор, ҡоҫалмаһаң ҡоҫторор боевой бисә ине. Эстә ни һөйләшкәндәрҙер, Мөхәррәм, ишеген тыштан бикләп, эре генә, һыҙғырып килеп сыҡты. Бөтә ауыл ирҙәре тын да  алмай ни булырын көтөп ултырабыҙ. Ике минут та үтмәне күгәне-элгесе менән бергә аҡтарып, «сороковка» таҡталарҙан эшләнгән ауыр имән ишекте күтәреп, Әкрәм күренде. Быны күреп ирҙәрҙең күҙҙәре шар булғайны. Күҙҙәре аларған тиле, ишекте баш өҫтөнә күтәргән килеш, Мөхәррәмдең алдына килеп баҫты ла,  ярһыуын саҡ тотҡан үгеҙ ише, быш-быш килә башланы. Бөттө баш, Мөхәррәмде үлтерҙе был, тип уйлап та өлгөрмәнек, клуб мөдире тегенең тубығын барып ҡосаҡланы:

—Үлтерә генә күрмә, Әкрәм ағаҡайым, уйламайыраҡ шаярҙыҡ, үлтерә генә күрмә, киләсәктә табаныңды ғына үбеп йәшәрмен...

Иламһырап һөйләнгән хужаның һүҙҙәрен былай ҙа аңламаған бәһлеүән үҙе лә ҡалтырана башланы, ишеге менән бергә артына сайҡалып, ҡолап китте. Барыһы ла «шыр» ебәрҙе, янына барыусы булманы. Ҡапланған килеш бер тына ятты әле Әкрәм. Шунан әкрен генә ҡалҡынды ла, яңы күтәрелгән бураға сабып ҡуйылған балтаһын да алмай, ғәйепле бала кеүек башын аҫҡа эйеп, урам буйлап атлап китте. Ихата эсендә ауыр тынлыҡ урынлашты. Ҡалған ирҙәр ҙә эстәкәнгә һалынған балға үрелмәне, барыһы ла тиерлек ҡайтыу яғына ыңғайланы. Мөхәррәм дә уларҙы ҡыҫтап маташманы, бары, уйындан уймаҡ сығарҙыҡ шикелле, тип ҡуйҙы.

 

Аҙағы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap