Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
13.10.2015
Көйәрмәндәр, һеҙҙе көтәбеҙ!
Untitled document

Урал һәм Көнсығыш Себер хоккей мәктәптәре араһындағы Рәсәй Беренселеге миҙгеле Екатеринбург ҡалаһында старт алды. Унда Сибай ҡалаһының «Горняк» (2002 йылғылар) командаһы «Автомобилист» хоккейсылары менән осрашты. Тренерҙар Салауат Вәлеев һәм Айгиз Нәжметдинов әҙерләгән Сибай егеттәре дәғүәселәре менән булған ике матчты ла 4:1 һәм 6:1 иҫәптәре менән тамамлап, еңеү яуланы. Әлеге көндә 6 мәрәй йыйған «Горняк» үҙ турнир таблицаһында Салауат ҡалаһының «Юрматы» командаһы менән бер рәттән алдынғы урынды биләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014-2015 йылғы хоккей миҙгеленең Рәсәй беренселегендә 8 команда араһында беҙҙекеләр 5-се урында билдәләнде.Сибай хоккейсылары өсөн был насар һөҙөмтә түгел, етмәһә улар командаларҙан 1-2 шайбаға ғына ҡалышып еңелде. Үткән уйындарҙы ныҡлы анализлап, етешһеҙлектәрҙе тикшергәндән һуң быйыл хоккейсыларға юғары талаптар ҡуйылды. Уйын миҙгелен уңышлы ғына башлап ебәргән хоккейсыларға ошо темпты юғалтмай ярышыуҙарын теләйбеҙ.

Ҡалала спорттың был төрө тренерҙар-ҙың, «Ирәндек» боҙ һарайы коллективы, ҡала хакимиәте етәкселегенең ныҡышмал хеҙмәте, ата-әсәләр, бағыусыларҙың ихлас ярҙамы арҡаһында ныҡлы үҫешә. Был миҙгелдә ҡалабыҙҙың тағы бер составы—2004 йылғы малайҙарҙан туплаған «Горняк» командаһы Рәсәй Беренселегенә ҡушылды. Вадим Немзоров етәкләгән был төркөм уҙған йылда юғарыраҡ кимәлдә уйнауға һәләтле булыуҙарын иҫбатланы. Рәсәй кимәленә сығырға теләүсе бай тарихлы хоккей командалары беренселеккә эләгеү өсөн өс турҙа көстәрен һынап ҡараясаҡ.

Әйткәндәй, беренсе тур Сибай ҡалаһында көҙгө каникулдар ваҡытында ойошторола. Был осорҙа ҡалабыҙға Омскийҙың «Авангард», Ҡаҙағстан Республикаһынан «Астана», Ханты-Мансийскийҙан «Югра», Силәбенең «Метеор-Сигнал» кеүек көслө хоккей дружиналары киләсәк. Биш көн дауам итәсәк алыштарҙа боҙ һарайында күңелһеҙ булмаясаҡ.

Киләһе турҙар 2016 йылдың ғинуар, март айҙарында икенсе ҡалаларҙа уҙасаҡ. Мөһим турнирға әҙерлектәрен «Горняк»тың 2004 йылғы тәрбиәләнеүселәре Республика көнөнә арналған хоккей буйынса ярышта еңеү яулап иҫбат итте. Улар үҙ нәүбәтендә Салауат ҡалаһының «Юрматы», Силәбе ҡалаһының С.Макаров исемендәге хоккей мәктәбе, аҙаштары Учалының «Горняк» командаларын еңде.

2007 йылғыларҙы туплаған «Горняк» командаһы хоккейсылары ла һынатмай. Улар ҙа ошо көндәрҙә Орскийҙың «Южный Урал» командаһын еңде. Йәш хоккейсыларҙы тренерҙар Салауат Вәлеев һәм Айгиз Нәжметдинов боҙҙа үҙҙәрен лайыҡлы тоторға өйрәтә.

Спорттың был төрөн өлкәндәр ҙә үҙ итә. Ошо көндәрҙә Сибайҙың «Горняк» командаһы Магнитогорск ҡалаһының «Белые акулы» хоккейсылары менән осрашып, уйын миҙгелен асып ебәрҙе. Көсөргәнешле ярышта яҡташтарыбыҙ күршеләрҙе 4:3 иҫәбе менән буллит буйынса еңде. 10 октябрҙә «Ирәндек» боҙ һарайында хоккей һөйөүселәр лигаһының сираттағы уйыны көтөлә. «Горняк» үҙ боҙонда Магнитогорск ҡалаһының «Металлург» командаһын ҡабул итәсәк. Уйындар 20.00 сәғәттә башлана.

Тимур Таһиров етәкселегендәге 2005 йылғы тәрбиәләнеүселәрҙе берләштергән «Горняк» командаһы Башҡортостан Республикаһының Балалар Хоккей Лигаһы турында ҡатнашасаҡ.

Хөрмәтле сибайҙар, хоккей һөйөүселәр! Спорт ярыштарына әүҙем йөрөгөҙ, яратҡан командаларға һеҙҙең ярҙамды тойоу көс-дәрт өҫтәй. Уларға туған стена ғына түгел, көйәрмәндәр ҙә ныҡлы терәк булыуын онотмағыҙ.

Fаяз Fәлиәкбәров.

«Ирәндек» боҙ һарайы директоры.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap