Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Ҡартайған ҡояш аҫтында
Untitled document

Аҙағы. Башы 77-78, 79-80 һандарҙа.

Ошо ваҡиғаның шаһиты булған мин, ҡапҡа бауына үрелгәс, дуҫым Искәндәрҙең кире боролоп:

—Ҡарарбыҙ әле, Мөхәррәм тиңдәш, табанын ғына үбеп йәшәрһең микән,—тип өндәшеүен нисектер бер әҙәпһеҙлек, мыҫҡыллау кеүек ҡабул итеп, дуҫыма асыуым ҡабарғайны шул саҡ.

Был хәлдән һуң Әкрәм теге лаҡапҡа әйләнгән һүҙен онотто. Мөхәррәмдең бисәһе генә, үҙен хур ҡыҙындай хис итеп, бер төймәмде ысҡындырыуым була бәрәстәй ирҙәр үгеҙгә әйләнә лә ҡуя, тип маһайып йөрөнө.

Йылдар үтте, заманалар үҙгәрҙе. Әкрәм йәшәгән ыҙбаның күрке китте, тәүҙә ҡыйығы тишелеп бөтөп юҡҡа сыҡты, аҙаҡ өрлөгө лә килеп төшкәс, бөтөнләй йәшәрлек әмәле ҡалманы. Хыялыйыбыҙ яңынан үҫмер саҡтағы ғәҙәтенә күсте, тәүҙә кемдә эш бар, шунда йүнен күрҙе, ҡышҡыһын клубтың котельный саңында буталанды, өс-дүрт ҡыш күрше ауылдағы ғәрип кенә бер ҡатында ла көн күрҙе—шулай Хоҙай биргән ғүмерен үткәрҙе. Шуныһы аяныс: тере йән эйәһенең ошо хәлдә йөрөүен күрә-белә тороп, берәү ҙә уға ныҡлы үҙ мөйөшөн табырға ярҙам да итмәне, итергә уйламаны ла. Урындағы түрәләр ҙә, минең кеүек бергә үҫкән балалыҡ дуҫтары ла, башҡаһы ла... Башҡаһы тигәндәй, Әкрәм магазин соланы башына ултыртып киткән бармаҡтай егет—Әсмәтәйҙең кейәүе Әнүәрҙән, нисек кенә сәйер булмаһын, күп изгелек күрҙе. Кейәү балаҡай институтта уҡыуын бөтөп, ауылыбыҙға, халыҡ теленсә әйткәнсә, уҡыған ҙур бырач булып килгәс тә, үҙ кеше булып китте. Һағыҙаҡ һымаҡ йәбешкәк кенә, үпкәсел генә булһа ла, күңеле изге булып сыҡты. Һөнәрен дә бик үҙ итте, халыҡҡа ла биргән дарыуҙарының, һалған уколдарының шифаһы килеште, йәһәннәмдә ятҡан район үҙәгенә барып дауаланып яфаланған ауыл халҡы рәхәткә сыҡты. Бер мәл ул ҡан төкөрөп ауырыған Әкрәмде лә аяҡҡа баҫтырҙы, ул ғына етмәгән, яңы ғына төҙөлгән ике ҡатлы дауаханала берәҙәк тилегә айырым бүлмә биреп ҡуйҙы, ашханаға ла иркен инеп ашай алды Әкрәм. Пенсияһы ла үҙендә ҡала ине. Яуапҡа ул балнистың ике бейәһен ҡараны: ашатты, һыу ташып эсерҙе, йәйгеһен бесән әҙерләште. Ул осорҙа был бейәләр, күҙҙәре янып, ялтырап торалар ине. Әкрәм дауахана күтәрмәһенән төшөп, ергә аяҡ баҫыуы була, ярайһы уҡ ситтә ятҡан һарайҙа бейәләр кешнәп тә ебәрә. Аяҡ тауышынан уҡ таныйҙар ине улар ҡараусыларын. Был донъяла Әкрәмде белгән йән эйәләренән иң ныҡ аңлағандары ошо дүрт аяҡлы тоғро дуҫтары булғандыр әле. Шуға үҙ туғандары кеүек күреп ҡарағандыр инде уларҙы меҫкенең. Кем белә, баш врач Әнүәрҙең кешеләрсә мөнәсәбәте, уға ышанып эш тапшырыуҙары уның күңелендә беренсе тапҡыр яуаплылыҡ тойғоһо уятҡандыр, бәлки. Бик шәп нәмә бит ул яуаплылыҡ! Ул мәлдә үҙеңдә ышаныс тояһың, башҡалар яҙмышында ла һинең әһәмиәтең, ҡыҫылышың бар икәнен аңлайһың. Аҡыллылыҡ менән тилелекте айырыусы төп сифат ошо түгел микән?

Тыумыштан бәхетең булмаһа, бәхет менән бәхетһеҙлекте айырмаҫ тилеме һин, алтындай аҡылың бармы, миңә тимәгәй күктә йөҙөп йөрөмәйһеңме, бәхеткә йәлсемәһәң йәлсемәйһең дә ҡуяһың инде. Әкрәм дә шулай, дауаханала ике йыл кешесә генә йәшәгәйне, яҙмышы бөтөнләй икенсе тарафтарға бороп алды ла китте.

Йылдар үтеп, заманалар үҙгәргәйне шул. Гармунынан башҡа артыҡ йөк күтәрмәгән «завклуб» Мөхәррәмде ауыл хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеләр. «Үҙ кеше үҙ булыр әле» тип һөйөнһәк тә, ситтән килеп эшләгәндәр барыбер арыу булған икән, тип уфтаныштыҡ аҙаҡ. Бесәнлектәрҙе тарайтты, көтөүлектәрҙе ҡыҫҡартты. Хатта бер мәл, дәүләткә артыҡ һөт һалып бармағас, ауыл уртаһынан ағып ятҡан йылғаға, ҡоротаһығыҙ тип, ҡош-ҡорт, быҙауҙарҙы төшөрмәй бер булды. Уның урынына һин-мин эшләгән колонкалар боҙолоп, яңы «шишмәләр» хасил булып бөттө. Сабатаһын түргә элгән тиңдәшебеҙ халыҡ һүҙенә онотҡанда бер генә ҡолаҡ һала башланы. Өҫтәге түрәләргә ошаҡ ташыуҙа биик алдынғы булды, уныһын әйтәһе түгел. Шул бит инде Әкрәмде психодиспансерға алып барып тыҡты. Ни ғәйебе булғандыр инде ул хыялыйҙың. Тәүҙә, Әнүәр үҙендә ҡол тота, өйөндәге бар эшен зәғиф кешенән эшләтә, тип баш табибҡа ағыуын сәсте, милицияға ла хәбәр итеп маташты. Кейәүҙең өҫтә үҙенең кешеләре булдымы, был юлы бик ел-буран уйнаманы. Ҡуштандарынан, дауаханала аҡылға зәғиф кеше йәшәүе санитар ҡағиҙәләренә лә, әхлаҡ нормаларына ла тап килмәй, дауаланыусылар Әкрәмдән ныҡ ҡурҡа, тигәнерәк йөкмәткеле хат яҙҙырып, министрлыҡтан тикшереү килтереүгә өлгәште. Һәм маҡсатына иреште. Әкрәмде, изге күңелле ауылдашын, йәшәр урын йүнләр урынға, иҫәрҙәр йортона ебәрҙе. Ебәрҙе тип әйтеүе генә анһат. Йыраҡҡа китерен аңлаған Әкрәм ныҡ итеп ишектәрен бикләп ат һарайына йәшенде. Ишекте ҡайырып астылар асыуын. Шунан өлкән бейә  Бурылдың муйынын урап тотҡан ҡулдарын ысҡындыра алмай бер булдылар. Бер йүнһеҙе шырпы һыҙып бармаҡтарын да бешереп ҡараны. Алдау-юхалауға ла барманы. Күҙе быяла булып ҡатҡайны хыялыйыбыҙҙың. Тартҡылашыуҙа ҡатнашмаһам да, шунда үҙем дә йөрөнөм бит инде, балалыҡ дуҫымды яҡлап бер һүҙ әйтһәмсе. Алдағы яҙмышындағы билдәһеҙлек мине лә өркөткәндер, барыр ерендә уға һәйбәт булыр, тип тә уйлағанмындыр инде. Аптырағас Әнүәрҙе саҡырҙылар. Ул бөтәбеҙҙең дә һарайҙан сығыуҙы һораны. Эстә ни һөйләшкәндәрҙер, бер мәл яңғыҙы ғына килеп сыҡты ла: «Хәҙер сығыр, атҡа бесән һалһын да», тине лә дауаханаһына инеп китте. Ысынлап та, бесән ҡыштырҙаған, бейәләрҙең еңелсә кешнәгән тауыштары ишетелде. Бер аҙҙан Әкрәм күренде. Йөҙҙәре ағарып, кәүҙәһе бәләкәсәйеп ҡалғандай ине уның. Иламаны, тирә-яҡҡа боролоп хушлашып ҡаранманы ла, ишеге асыҡ машинаға инеп ултырҙы ла яҫы устары менән битен ҡапланы. Яҙмышына күнде булыр. Ошо киткәненән башҡа ҡайтманы Әкрәм.

Әкрәмдең үлеп ҡалыуын бисәм ҡайтып әйтте. Почта тирәһендә уралғанда ишеткән. Үлем хәбәренән бигерәк Мөхәррәмдең диспансерға, үҙегеҙҙә күмегеҙ, ауылда туғандары юҡ, тип яуап биреүе шаңҡытты. Күрәһең, тегеләр әҙәп һаҡлап, тәрбиәләнеүселәре үлгәс, хакимиәткә һорап шылтыратҡандарҙыр. Әлдә хакимиәт эргәһендә һаҡ ҡолаҡтар бар, кемеһелер ишетеп ҡалған, шул килеш шыма ғына үтер ҙә китер ине. Белмәй ҙә ҡалыр инек. Ауылда Әкрәм онотола ла башлағайны инде. Тик миндә түгел. Тимерғәле тигән иптәше быйыл ике тапҡыр миңә төбәп хат яҙғайны. Мине яҡын күргәндер, миңә ышанған булғандыр инде мәрхүмең. Һуңғы хаттың килеүенә күп тә үтмәне, ай самаһылыр, сәсеүгә төшмәгәйнек әле. Баҫыу эшен бөтөргәс барып хәлен белеп килермен тип ниәтләгәйнем дә бит, шайтан алғыры, донъя мәшәҡәте тигән булып... Һуңланылды. Хатта яҙылған хәл кисектергеһеҙ ине бит. «Мөмкинлегегеҙ булһа алып ҡайтығыҙ, туғанығыҙҙы (и-их, туғаным тип әйткәндер инде мине, йөрәкһеҙҙе) туҡмап харап ҡына итәсәктәр», тиелгәйне унда. Үлем хәбәрен ишеткәс, кәңәш-төңәш итәйем тип, тәүҙә Өфөлә йәшәүсе Искәндәр дуҫыма шылтыраттым. Ни тиһәң дә, бергә үҫтек бит.

—Һеҙ нимә, мотлаҡ алып ҡайтып ерләргә кәрәк,—тине ул. Шунан өҫтәп ҡуйҙы.—Иҫләйһеңме, өйөн күтәрткәндә Мөхәррәм Әкрәмгә табаныңды үбеп йәшәрмен, тип тубыҡланғайны. Башлығығыҙға шуны иҫенә төшөр, иртәгә мин дә ҡайтып етермен.

Барып инеү менән башлыҡтың яғаһына барып йәбештем. Теге ҡаушап ҡалды.

—Кем һиңә хоҡуҡ бирҙе? Тереләй ҡыуып ебәреүең етмәгән, хәҙер үле килеш ҡайтырға рөхсәт юҡмы, ярһыуымды тыйып алырлыҡ түгел ине. Килеп сыҡмаҫ! Давай машина, үҙем барып алам.

Ни тураһында һүҙ барғанын аңламайыраҡ торҙо Мөхәррәм:

—Нимә кәрәк һиңә? Нимә власть кешеһенә йәбешәһең? Төрмәгә ултырғың киләме ни?

—Һине ултыртырға кәрәк бына, Әкрәмдең башын ашағаның өсөн.

—Ә-ә... Хыялый артынан килдеңме ни?—Хәбәрҙең ауылға таралып өлгөргәнен аңлап алды был.

—Эйе, ошо ауылда тыуған ошо ерҙә ерләнергә тейеш, тип килдем. Әсәһе янында уның урыны. Машина бир, барып алам,—тегегә тын алырға ла ирек бирмәйем.

—Бензин юҡ, машина бензинһыҙ йөрөмәй, ә бензинға,—кошелегын килтереп сығарҙы,—мәни-мәни кәрәк.

—Ебәргән саҡта бер ҙә аҡса һанап торманың бит.

Тынлыҡ урынлашты.

—Тәүҙә тынысланып ултырайыҡ әле, Зәйни тиңдәш, уйлашайыҡ.

—Машина бирәһеңме, тәүҙә шуны әйт.

—Ҡалай бер һағыҙаҡ кеүек, уйлашайыҡ тим,—бер сама йомшарҙы был.—Алып ҡайтыр булһаҡ, тәүҙә диспансерға хәбәр итәйек.

—Машина бирәһеңме, тәүҙә шуны әйт,—мин бер үк һүҙемде ҡабатланым.

—Әйттем бит, бензин юҡ тип, ана күрше райондан ауыл көтөүенә племенной үгеҙ алып ҡайтырға кәрәк, шуны барып алырлыҡ та бензин юҡ,—был юҡ-бар мәшәҡәтен таба башланы.

—Причум бында үгеҙ, кәрәк булһа, ҡыуалап ал да ҡайт. Миңә Әкрәмде алып ҡайтырға транспорт кәрәк, аңлайһыңмы, юҡмы,—тағы ла ярһый башланым.

—Ярай, алып ҡайттыҡ та ти Әкрәмде,—йомшаҡ ҡына һөйләп аңлатмаҡсы булды был.—Быға ауыл халҡы нисек ҡарар һуң, район етәкселеге ни әйтер? Бер иҫәрҙе ҡалай ҙурлайҙар тимәҫтәрме? Үлгән-үлгән инде, ҡайҙа ятһа ла барыбер түгелме ни?

Ярһыуымды тыйып тыныс ҡына әйтеп ҡуйҙым:

—Иҫләйһеңме, бер заман, Әкрәмдең тубығын ҡосаҡлап, үлтермә, табаныңды ялап ҡына йәшәрмен, тип үтенгәйнең. Шунда үлтерергә кәрәк булған һине,—был маңҡорттан эш сыҡмаҫ тип ҡуҙғалырға булғайным, Мөхәррәм һикереп торҙо:

—Ҡалай сығынсыҡ ат кеүек тулап алаһың да китәһең, уйлашайыҡ әле, бер әмәле сыҡмаҫ тиңме ни...

—Ауыл бөтмәгән, үҙебеҙ бер әмәлен  табырбыҙ әле,—тинем дә сығып киттем.

Ун минуттан иҫке автобусы менән Мөхтәр килеп тә етте. «Һә тигәнсе бензинын да таптылар, срочно эш бармы әллә, Зәйни ағай?»—тип йылмая уныһы, яраға тоҙ һалып.

Диспансерға Мөхәррәм шылтыратҡан. Барыуыбыҙға мәйетте йыуып, кәрәкле ҡағыҙҙарын әҙерләп ҡуйғайнылар. Мәйетте күреп йөрәгем өшөп китте. Кәүҙәһе шул тиклем бәләкәйләнгәйне. Сирыш баҫҡан йөҙө, ап-аҡ сәсе ҡарт бер бабайҙы хәтерләтте. Ике йыл эсендә кеше шул тиклем үҙгәрә икән.

—Әкрәмдең нисек үлеүен беләйем, һуңғы үтенес һүҙҙәре булманымы,—тип хужаларына индем. Ҙур ҡорһаҡлы әҙәм, мине тыныс ҡына тыңланы ла:

—Үгеҙ һөҙөп үлтерҙе. Бигерәк йыуаш ине бит,—тип битараф ҡына яуап бирҙе. Әйтерһең, тыуғас та маңлайына шулай яҙылған да, ҡәтғи рәүештә ғүмере шулай бөтөргә тейеш булған.

Ауыр тойғолар менән автобус янына килһәм, күҙлекле йолҡош ҡына бер әҙәм көтөп тора. Һөйләшкәндә йырлап һөйләшкән кеүек, шуға көләме ул, илаймы аңлап булмай. Миңә хат яҙыусы Тимерғәле булып сыҡты. Сәйер кешеләргә хас хәрәкәт менән ышыҡ урынға саҡырҙы. Артынан эйәреп барҙым. Ҡуйынынан был һаҡ ҡына, бөгәрләнеп бөткән ниндәйҙер журнал битен килтереп сығарҙы ла миңә һондо:

—Ошо ҡағыҙ битен бирмәгән өсөн, старший воспит менән ҡылый күҙ Шәриф туҡмап үлтерҙе. Ҡуйынына йәшерҙе лә тәки бирмәне. Бирһә лә булыр ине, мужит, үлтермәҫтәр ине...

Тимерғәленең башҡа һүҙҙәрен ишетмәнем. Журнал битенә күҙ һалғас, быуындарым йомшарып, күҙ алдарым ҡараңғыланды. Унда, ғүмер өҙөрлөк ҡағыҙ битендә... бала ҡулы менән эшләнгән ат һүрәте ине...

Уйланып килеп ауылға ҡайтып ингәнде лә һиҙмәгәнмен. Мөхтәрҙең гөрөлдәп сыҡҡан тауышы хәтирәләр, уйҙар солғанышынан тартып алды:

—Ҡайтып еткәнсе йоҡланың да ҡуйҙың, ә, Зәйни ағай. Грузды ҡайҙа, кемгә алып барып бушатайым?—тип йылмая, аңһыҙ.

—Йоҡлағанмын, ғүмерем буйы йоҡлағанмын,—тинем дә, ҡырыҫ ҡына өҫтәп ҡуйҙым.—Беҙгә!

Әкрәмде ҡәҙерләп күмдек. Беҙҙең йортта өсөн дә, етеһен дә бергә уҡыттыҡ. Йыназаға тилекәйҙе белгән ярайһы уҡ ауылдаштар йыйылғайны. Өфөнән Искәндәр ҙә ҡайтып өлгөрҙө.

Зыяраттан ҡайтырға сыҡҡас, артымдан ҡалмай сип-сип килеп осҡан бер сәпсек иғтибарымды үҙенә йәлеп итте. Әкрәмдең йәне шулай осоп һөйөнәлер, тип тегене, күҙ яҙлыҡтырмай ғына ҡарап ҡайттым. Бер мәл был ҡапыл өҫкә күккә атылды. Быны күҙләп күккә ҡарап баҡтым һәм... Үҙемдең күҙемә үҙем ышанмайым: арыған ҡояш янында күпме сатҡылар емелдәшә. Эйе, йондоҙҙар бит былар! Ҡарт ҡояш яҡтылығы йондоҙҙар балҡышын ҡаплай алмайҙыр инде күрәһең. Минең күҙгә лә салынға-а-ас...

Бер аҙнанан һуң зыяратта тағы бер ҡәбер ҡалҡып сыҡты. Башлыҡ Мөхәррәмдеке ине ул. Уны ысынлап та үҙе алып ҡайтҡан нәҫел үгеҙе үҙ һыйыры артынан эйәреп килгәнендә һөҙөп үлтергәйне. Осло мөгөҙ, ташҡа үлсәйем, күҙенән инеп мейегә үткәйне. Йыназала бар ауыл булған, оло-оло түрәләр ҙә килгән. Тик мин барманым, аяғым тартманы.

 

...Йәшәү дәүеремдә беҙҙең ауылда өс хыялый булды. Шуларҙың береһе Әкрәм ине. Юҡҡа ғына был фани донъяла ул үҙ урынын яҡшы белде шул... Бөтә хыялыйлығы ла шунда ине.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap