Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Үҙе китте, йырҙары ҡалды
Untitled document

Ҡалабыҙ мәҙәниәте һәм сәнғәте ҙур юғалтыу кисерҙе: билдәле музыкант, үҙешмәкәр композитор, абруйлы педагог, РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Юлай Хәким улы Моратов 66 йәшендә вафат булды. Ҡалабыҙ мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған шәхес, республика кимәлендәге үҙешмәкәр композиторҙар конкурсы лауреаты, уҡыусылары тарафынан оло хөрмәткә лайыҡ булған талантлы яҡташыбыҙҙы юғалттыҡ.

Юлай Хәким улы 1949 йылдың 21 майында Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылында донъяға килә. 1968 йылда Сибай педагогия училищеһын тамамлай. Хеҙмәт юлын Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Артабан 1-се Этҡол мәктәбенә кластан тыш эштәр ойоштороусыһы итеп күсерелә. Үҙ өҫтөндә тынғыһыҙ эшләүсе педагог ситтән тороп Мәскәү халыҡ сәнғәт институтында, Стәрлетамаҡ педагогия институтында, Башҡорт Дәүләт университетының Сибай институтында белем ала. 1983 йылдан алып 1996 йылға тиклем Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында, 1996-2010 йылдарҙа Сибай педагогия колледжында уҡыта. Ул колледжда, ҡалала уҙғарылған бихисап сараларҙа музыкаль биҙәүсе булараҡ сығыш яһай.

Юлай Моратовтың тыуған яҡ һәм мөхәббәт темаларына арналған 200-ҙән ашыу йырҙары бар. Уның У.Fазин һүҙҙәренә ижад иткән «Баймаҡ-Сибай юлдары» йырын ишетмәгән кеше һирәктер. Ҡ.Әлибаев, Р.Сурағолов, Р.Ураҡсина һәм Ф.Абдуллина һүҙҙәренә яҙылған «Көнләшәм», «Ҡоштар китә», «Төштәремә инһәң», «Һиңә» һәм башҡа йырҙары республика радиоһы һәм телевидениеһы аша яңғырап тора.

Юлай Хәким улы өлгөлө ғаилә башлығы булды. Улар һөйөклө ҡатыны, мәрхүмә Айһылыу Солтан ҡыҙы менән 10 балаға матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар.

Юлай Хәким улы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

 

Сөләймәнов Х.Х., Сафин И.Ф., Хәйруллин И.Р., Хәлиуллин Н.F., Трофимова В.Н., Иҙрисов А.Ф., Мансурова Э.Р., Лысенко Ю.И., Йәрмөхәмәтов З.F., Аҡназарова Г.В., Хәсәнов F.Ә., Йәнбәкова З.Р., Тапаҡов Х.Н., Fәниева С.Ф.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap