Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Һәр бала белем алһын
Untitled document

«Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ» тигән әйтем бар халыҡта. Бының менән килешмәй ҙә булмай. Шул уҡ ваҡытта өйөгөҙгә йәм биргән сабыйҙың һау-сәләмәт булыуы ла мөһим. Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр бала ла ағзалары теүәл, аҡылы камил булып тыумай. Шунлыҡтан, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың күбеһе белем алыуҙан мәхрүм. Әммә бындай ауыр минуттарҙа һеҙ яңғыҙ түгел. Хөкүмәтебеҙ был йәһәттән маҡсатлы эш алып бара. Мәҫәлән, 2011 йылдың декабрендә Сибайҙа инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге асылғайны. Ул мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ һәм малайҙарға өйҙәренән сыҡмайынса ғына фән серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә.

«Инвалид балаларға дистанцион белем биреүҙе үҫтереү» программаһы сиктәрендә асылған үҙәк Сибай ҡалаһы ғына түгел, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарында йәшәүселәр менән дә эш итә. Беҙ компьютер, веб-камера һәм интернет ярҙамында инвалид балаларҙың тормошон еңеләйтергә, заманса алымдар менән белем бирергә тырышабыҙ. Әйткәндәй, балалар быны шатланып ҡабул итә, үҙәк уҡытыусыларының интернет селтәре аша уҙғарған дәрестәрен ҙур теләк менән көтөп ала.

Бала өсөн уңайлы урында шәхси дәрестәр теҙмәһенә ярашлы белем алыу, һабаҡ биреү өсөн барлыҡ заманса техниканың булыуы бик отошло. Мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн уҡытыусылар, тиҫтерҙәре, һабаҡташтары менән ситтән тороп күрешеп тороу ҙа ҙур шатлыҡ бирә. Fәрип балалар ҙа йәштәштәре кеүек алған белеме менән бүлешергә, уртаҡлашырға ашҡынып тора. Беҙҙең уҡыусылар ҡала, республика, халыҡ-ара олимпиадаларҙа, күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Быйыл, мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата ҙур эштәр башҡарҙыҡ. Балаларҙы, ата-әсәләрҙе берләштереү маҡсатында күмәк байрамдар ойошторорға тырышабыҙ. Былтыр Яңы йылда А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театрында иртәлек уҙғарҙыҡ. Уҡыусыларыбыҙҙың һәләттәрен күреп, тырышлығыбыҙҙың, хеҙмәтебеҙҙең бушҡа булмауына инандыҡ. Балаларҙың теләктәренә ҡарап экскурсиялар уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Был тәңгәлдә үҙәктең автобусы булыуы ныҡ ярҙам итә. Ярыш, олимпиадаларға ла шул автобуста йөрөтәбеҙ, динопарк, цирк, аквапарктарҙың беҙ даими ҡунаҡтарыбыҙ. Быларҙың барыһы ла балаларҙың аралашыу даирәһен киңәйтә, алған белемдәрен ғәмәлгә ашырырға ярҙам итә, социаль яраҡлашыуға, интеллектуаль һәм ижади потенциалдарын асыуға булышлыҡ итә.

Бөгөнгө хеҙмәт баҙарында мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары саралары менән эш итә белгән, уның нигеҙҙәрен аңлаған, яңылыҡтарҙы тиҙ үҙләштергәндәр ҙур һорау менән ҡуллана. Быны ла һәр саҡ иҫәпкә алыу зарур.

Сығарылыш уҡыусылары өсөн ойошторолған һуңғы ҡыңғырау байрамы айырыуса тулҡынландырғыс булды. Ата-әсәләр, уҡытыусылар, бағыусылар ҡыҙҙар-егеттәрҙең вальста өйрөлөүен күргәндә йәшәү мәғәнәһенә тағы ла тәрәнерәк төшөндө.

Сығарылыш класы уҡыусылары артабан белемен махсус урта, юғары уҡыу йорттарында дауам итә ала. Өс йыл эсендә үҙәк 9 баланы уҡытып, урта белем биреп оло тормошҡа сығарҙы. Шуларҙың өсәүһе бөгөнгө көндә Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарында белем ала, берәүһе Ҡаҙанда уҡый.

Баланы табыу һөнәр түгел, бағыу һөнәр, тиҙәр. Быны мөмкинлектәре сикләнгән бала үҫтергән ата-әсәләр ныҡлы аңлаһын ине. Юғиһә, күптәр бындай балаларын йәмғиәткә күрһәтмәй, үҙҙәренә йомола. Сибай ҡалаһында ошондай үҙәк барҙа баланы донъя матурлығын күреүҙән мәхрүм итмәгеҙ. Уҡыу йылы башын көтөп йөрөргә кәрәкмәй, беҙҙең ишектәр йыл әйләнәһенә асыҡ, ярҙам ҡулы һуҙырға ла һәр ваҡыт әҙербеҙ.

Фирүзә Байегетова.

 

Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap