Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
21.10.2015
Йәшәү дәрте һүнмәһен
Untitled document

Үткән быуаттың 90-сы йылдар башындағы илебеҙҙә булған демократик үҙгәрештәр халыҡ хәрәкәтен әүҙемләштерҙе. Башҡортостан халҡы үҙаллылыҡ яуланы, әле уға 25 йыл үтеп китте. Уның нәтижәһе нисек, беҙ был осорҙа нимәгә өлгәштек, тигән һорау күптәрҙе борсойҙор. Тормош хәлдәре тиҙ үҙгәрә: Рәсәй икегә айырылды, бер яҡта—серегән байҙар, ә икенсе яҡта—ябай эшсән халыҡ…

Башҡортостанда ла күп үҙгәрештәр, яңылыҡтар булды. Халыҡ, тел, милләт, тип һөйләүселәр бихисап, ә реаль эшкә килгәндә, улар бөртөкләп кенә һанарлыҡ. Халҡыбыҙ араһында ла төрлөләре бар. Кемдер илдә барған хәл-ваҡиғалар, тарих менән ҡыҙыҡһына, тормоштоң айышына төшөнөргә, яңылыҡтарҙы белергә тырыша. Ҡайһы берәүҙәр үҙенең ғаилә мөхитенән ары китә алмай, тик бөгөнгө көн менән генә йәшәй, иртәгеһен ни булыры уны ҡыҙыҡһындырмай. Бындай вайымһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек күңел ярлылығына килтерә. Ул кешенең үҙ аң кимәле түбән, тирә-яҡты танып белеү ҡеүәһе сикле була, ысынбарлыҡ тураһында төплө фекер йөрөтә алмай.

Күп быуаттар буйы йәшәп килгән динебеҙгә килгәндә лә, Ислам тәғлимәте «Уҡы!» тигән саҡырыуҙан башлана. Һәр башҡорт үҙенең туған телендә сыҡҡан баҫмаларҙы алдырырға, уҡырға тырышһын ине. Туған тел—ул аралашыу теле генә түгел, ул—күңел нуры, ул—беҙҙең ҡан теле. Ошоно һәр әсәй, һәр атай тойһон ине. Туған телен белмәгән кеше—рухһыҙ, зәғиф кеше. Балаларың һәм ейәндәрең ниндәй телдә һөйләшә—һин шул милләткә хеҙмәт итәһең. Художестволы әҙәбиәт, гәзит-журналдар уҡыу рухи үҫешкә булышлыҡ итә. Үҙең генә түгел, балаларыңды ла туған телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларҙы уҡырға өйрәтергә кәрәк.

Хәтеремдә, мин бала саҡта атайым «Совет Башҡортостаны» гәзите буйынса мине хәреф танырға, уҡырға өйрәтте. 1-се класҡа мин шаҡтай уҡырға белеп барҙым. 3-4 кластарҙа уҡ «Әҙәби Башҡортостан» журналын көтөп ала торғайным. Клуб китапханаһында мин уҡымаған китап ҡалмағандыр! Әле ул саҡта электр уты юҡ, шәм яҡтыһында уҡыйым. Әсәйем, кәрәсин бөтә, тип шәмде һүндерһә, йәшенеп кенә кеҫә фонаригы яҡтыһында уҡыуымды дауам итәм. С.Бабаевскийҙың «Алтын йондоҙ кавалеры» романын юрған бөркәнеп, йәшенеп уҡығаным иҫемдә. Бына 64 йыл инде мин матбуғат баҫмалары менән дуҫмын. Әле гәзиттең яңы һаны төрлө сәбәптәр менән һуңлаһа, ғаиләбеҙгә ниҙер етешмәгән һымаҡ, күңел тулы булмағандай тойола.

Республикала башҡорт телендә сыҡҡан «Башҡортостан», «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәре, «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы», «Ватандаш», «Һәнәк» журналдары һәр ғаиләнең яҡын дуҫы булһын ине. Беҙҙең төбәктә нәшер ителгән «Атайсал» гәзите Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһы тормошон төрлө яҡтан яҡтыртырға тырыша. Уның биттәрендә сәйәсәт, иҡтисад, социаль-ижтимағи мәсьәләләр, халыҡтың тормош-көнкүреше, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, сәнғәт, дин, спорт һәм башҡа бик күп төрлө темалар сағылыш таба. Шулай уҡ, беҙҙең төбәк яҙыусылары ижады менән дә танышырға була.

Әлбиттә, бөгөнгө көндә гәзит-журналдарға яҙылыу сығымдар талап итә. Ләкин матди байлыҡты рухи байлыҡ менән сағыштырып булмай. Fалимдар билдәләүенсә, кешенең сәләмәтлегенә, йәшәү дәртенә уның рухи тормошо, рухи ҡеүәтенең тәьҫире ҙур. Рух бөйөклөгө кешенең йәшәү көсөн билдәләй икән. Шуға ла: «Матди байлыҡ—бер айлыҡ, рухи байлыҡ—мәңгелек»,—ти халыҡ мәҡәле.

Күп уҡыған күпте белә, күпте белгән кеше тормошҡа ышаныс менән ҡарай, оптимист була, уның йәшәү һәләте көслө.

Әле 2016 йылдың 1-се ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу башланды. Ҡәҙерле милләттәштәр, беҙ был саранан ситтә ҡалмайыҡ, әүҙемлек күрһәтеп, үҙебеҙ ҙә милли баҫмаларға яҙылайыҡ. Туғандарыбыҙ ҙа, күрше-күлән һәм дуҫтарыбыҙ ҙа яҙылһын ине. Һәр башҡорт рух күтәренкелеге менән йәшәһен.

Рәсимә Айсыуаҡова,

Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма

 

комитеты ағзаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap