Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Фәнис Сирбаев
Untitled document

Фәнис Сирбаевтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның шиғырҙары, поэмалары гәзит-журнал биттәрендә даими баҫылып тора, радио-телевидение аша йыш яңғырай. Яңғырай, тигәндәй, Фәнис матур тауышлы, моңло итеп йырлай, республика йыр фестивалдәре еңеүсеһе. Талантлы шағир күптән яҙыусылар Берлеге ағзаһы булырға лайыҡ булһа ла, ул уға ынтылып бармай, кеҫәһенә танытма һалып күкрәк киреп йөрөүҙе үҙмаҡсат итеп ҡуймаған, әгәр шул хаҡта һүҙ ҡуҙғатһаң: “Мин былай ҙа шағир ҙа инде”, ти ҙә ҡуя. Әйткәндәрендә хаҡлыҡ бар, сөнки замана башҡа, заң башҡа, тигәндәй, бөгөн эшкә ашмағандар эшһөйәр, уртаҡул шиғырсылар шағир иҫәбендә йөрөй, булдыҡһыҙ өйрәнсек оҫтамын тип кәпәренә. Ә Фәнис үҙенсә йәшәй, донъяны үҙенсә күрә, янып-көйөп үҙенсә ижад итә. Был йәһәттән мин уны Рәйес Түләккә лә оҡшатып ҡуям ҡайһы саҡ. Әйҙәгеҙ, беҙ уны башҡалар менән сағыштырмайыҡ әле, Фәнис Сирбаев тигән шәп шағир бар бит әле арабыҙҙа, уға артабан да ижади уңыштар теләп шуныһына ҡыуанайыҡ, шуныһына шөкөр итәйек. Әле һеҙҙең иғтибарға тәҡдим иткән поэманы бер тынала уҡып сығып нисәнсе көн ҡыуанып, әҫәрләнеп йөрөйөм, һәм, әлбиттә, шул ҡыуанысты һеҙгә лә һөйөнсөләргә иҫәбем. Йәнә шиғри күстәнәсенән дә «ауыҙ итегеҙ».

Хәйҙәр Ҡотой.

ҮРҺӘЛӘНЕҮ

Аңлайышһыҙ поэма

Алдашмағыҙ, мутлашмағыҙ,

Хәйлә-мәкер ҡормағыҙ һеҙ.

Мин бер ҡатлы, бер ҡатымдан

Файҙа эҙләп тормағыҙ һеҙ.

Арығанмын ғүмер буйы

Отолоуҙан, эт булыуҙан.

Fәҙеллек тип яна торғас,

Эсем тулы ут булыуҙан.

Мин-мин булып китмәгеҙ һеҙ,

Минең дә бит күҙҙәрем бар.

Әле бына ҡәләм алдым—

Бер аҙ әйтер һүҙҙәрем бар.

Ҙур кәпәстәр кейһәгеҙ ҙә,

Малым, даным тиһәгеҙ ҙә,

Мин бит беләм: арағыҙҙа

Эшкинмәгән кешеләр бар.

Белеп торам, илем, телем,

Халҡым ҡалһа ҙур хафаға

Ундай мәлдә, һаҡла Аллаһ,

Боҫорһоғоҙ, ҡасырһығыҙ,

Ҡайҙа ышыҡ урын тиеп.

Ә мин нимә, мин бер ҡатлы

Мутлашырға оялырмын.

Төрлө алдаҡ сәбәп табып,

Судлашырға оялырмын,

Файҙа эҙләп хужа менән

Дуҫлашырға оялырмын.

Мин бер ҡатлы.

Ҡалҡан булып

Ҡалҡырмын мин халҡым өсөн,

Намыҫ өсөн,

Шағир тигән

Арзан ғына хаҡым өсөн.

Ҡалҡырмын да, бәлки, шунда

Ҡалырмын да тупраҡ булып.

Табылырҙар шул мәлдә лә:

«Ул бит шулай-былай ине,

Ҡанундарға һыймай ине,

Тыңлауһыҙ бер малай ине»,—

Тип әйтерҙәр ҡай берәүҙәр.

Ә мин тупраҡ.

Өҫтәремдә

Кипкән япраҡ.

Fәҙеллекте

Эҙләнем мин ғүмер буйы.

Яраманым,

Ярарға ла

Тырышманым бер ваҡытта;

Яламаным.

Яларға ла

Маташманым бер ваҡытта.

Намыҫым да етмәҫ ине

Ҡыланырға,

Һөрткөс булып дан алырға,

Туҡланырға.

Йәшерене-батырыны

Юҡтыр, эйе, күрәбеҙ бит:

Һәр кем тарта үҙенекен

Ҡарағыҙ үҙ түрәгеҙҙе.

Эй, был заман...

Мәңге шағир булмаҫ кеше

Шағир бөгөн,

Ә сәнғәт һуң?

Ҡап яртыһын

Була түгеп.

Ваҡланды бит барыһы ла—

Бөйөклөктәр, бейеклектәр.

Иртән беҙҙе ниҙәр көтә?

Йөрәктәргә ятыр ниндәй

Fәҙел түгел, лайыҡ түгел,

Аңлайышһыҙ ауыр йөктәр?

Заман.

Заман.

Мәңге шул бер

Заман инде.

Уйлап китһәң, элек ниндәй

Заман ине?

Яман ине?

Бер яғынан

Шулайҙыр ҙа, килешәмен.

Шул уҡ ваҡыт шул замандан

Дәртле йырҙар ишетәмен:

«Намыҫ менән эшләп үҫкән егет

Дандар алды иген ҡырында,

Күкрәгендә балҡый алтын йондоҙ

Йыр йырлайыҡ батыр тураһында».

Ә бөгөн һуң яландарҙа

Бармы батыр?

Ауылдарға ихтирамдар

Ҡасан артыр?

Себерҙәрҙән ул батырҙар

Ҡасан ҡайтыр?

Хәтеремдә

Билдә—ураҡ, ҡулда—сүкеш,

Коммунистар заманы,

Беҙ байлыҡҡа ҡыҙыҡманыҡ

Йәшәһәк тә яманып.

Тәү сиратта ил ҡайғыһы

Иңдәргә ятты беҙҙең,

Дәртле уйҙар, хыял менән

Һәр таңдар атты беҙҙең.

Төшкә керә, эйе, һаман

Елберҙәп ҡыҙыл байраҡ,

Ул көндәр ҡабат ҡайтмаҫ шул,

Ул көндәр ҡалды йыраҡ.

Тимәк, алға, бары алға—

Ни булһа ла булыр шул,

Беҙҙән аҡыллыраҡтар бар,

Бәлки, юл да уңыр шул?

Ә шулай ҙа йөрәктәрҙә

Ауыр тойғо, кисереш,

Әтәс һымаҡ йөрөй инек

Шиңде бит әй, кикерек.

Мин дә йондоҙомдо систем

Күлдәктән алдым ҡырҡып,

Тик нишләптер күлдәк түгел,

Йөрәгем ҡалды йыртыҡ.

Ураҡ-билдәр ҙә талдымы,

Сүкешме төштө ҡулдан?

Башҡа төҫтә байраҡ тотоп

Атлайым башҡа юлдан.

Ҡайҙа барабыҙҙыр инде,

Әллә килеп тә еттек?

Шуны беләм: йөрәк—йыртыҡ,

Ә күңел минең китек.

Килеп еткән нөктәбеҙ шул—

Китек—күңел, йыртыҡ—йөрәк,

Ни әйтергә теләгәйнем?

Тағын ниҙер әйтер кәрәк.

Алдым ҡәләм: минең әйтер

Һүҙҙәрем бар, тигәйнем бит,

Барыһын да күреп торам,

Күҙҙәрем бар, тигәйнем бит.

Ә... Замана...

Алдаҡсылар заманы:

Тамсы намыҫ ҡалманы,

Ҡолаҡтарға һалманы

Эләләр күҙгә ҡарап.

Ҡәҙер-хөрмәттә—ҡараҡ,

Булырбыҙ инде харап!

Ҡайтты байҙар, ябай халыҡ,

Ҡайтты ҡоллоҡ,

Ҡайтты ҡытлыҡ.

Бала саҡта китаптарҙан

Уҡығайныҡ хайран ҡалып:

«Ярлылыҡтан, эшһеҙлектән

Аңҡы-тиңке ғүмер иткән».

Кем уйлаған шул үткәндәр

Киләсәктә беҙҙе көткән.

Киләсәктә беҙҙе көткән.

Үткәндәргә килеп еттек.

Киттек!

Елә саналар, елә арбалар

Ҡайҙа сабалар?

Ҡоҙғон, ҡарғалар

Көтөп йәнәшә осоп баралар.

Аллам һаҡлаһын шундай замана

Урын алырға ҡайһы санала?

Ҡайһы санала көйҙәре дөрөҫ,

Алмаҫтармы тим, яғанан бөрөп?

Аллам һаҡлаһын шундай замана

Урын бирәләр түрҙән наҙанға,

Наҙан тиһәң дә түгел икән ул,

Мин үҙем бында күҙле бүкән ул.

Аллам һаҡлаһын шундай замана

Ике йөҙлөләр шөһрәт ҡаҙана;

Танышлыҡ менән кемдер дан ала,

Аҙаҡ үҙенә-үҙе таң ҡала.

Һайлай белмәгәс «дөрөҫ» сананы,

Һөйләй белмәгәс белеп саманы,

Көйләй белмәгәс сит-ят көйҙәрҙе,

Һата белмәгәс тыуған ерҙәрҙе!..

Ҡыҙып барамын, тотоғоҙ мине,

Әйтер һүҙем дә бит ҡыҫҡа ине,

Үҙ әҫәремдә үҙем аҙаштым.

Ә, тупраҡ инем, яуҙа алыштым.

Ә һеҙ мутлашып тороп ҡалдығыҙ,

Минең миҙалды тағып алдығыҙ.

«Ул шулай ине,

Ул былай ине,

Тыңлауһыҙ ғына

Бер малай ине».

Был минең хаҡта һеҙҙең яҙмағыҙ.

Тыныс ҡалмағыҙ,

Бармы һалмағыҙ?

Элеп ҡолаҡҡа:

«Ҡалай шәп егет!»—

Тиеп алдағыҙ.

Бер нәмә лә әйталманым,

Әйттем кеүек барыһын да.

Аҙаштым мин үҙем яҙған

Ошо юлдар араһында.

Әйтер һүҙем ҡалды кеүек

Аңлайышһыҙ әҫәремдә...

Дуҫ булайыҡ, ярай, етәр,

Тулды инде дәфтәрем дә...

Кеше

Кеше кешелекле булһын,

Кеше кеселекле булһын,

Ҡара булһын, һары булһын

Мөһим түгел төҫө, буй-һын.

Булһын урыҫ, булһын ҡаҙаҡ,

Булһын татар - түгел ҡаза.

Кешелекле булһын кеше,

Кеселекле булһын кеше.

Мин тиеп баш күтәрмәһен,

Дин тиеп таш күтәрмәһен.

Татыу булһын барыһы ла

Ағы, ҡара, һарыһы ла.

Хоҡуҡтар бит тигеҙ беҙҙең

Әле кисә нигеҙ теҙҙем...

Ҡайҙа булһын Ерҙә инде,

Ергә хужа беҙ ҙә инде.

Сәскә атһын Ер шарыбыҙ,

Шат булайыҡ беҙ барыбыҙ.

Онотмайыҡ, беҙ бит-КЕШЕ!

Мин һинән, һин минән кесе.

*  *  *

Көҙҙәргә түҙер хәлем юҡ

Һарыларға һабышам.

Һабышам да был донъяны

Һарыларға ябышам.

Көҙҙәргә түҙер хәлем юҡ

Күҙ йәштәре түгәмен

Түгәмен дә һиҙмәйенсә

Ярҙамлашам көҙгә мин.

Көҙҙәргә түҙер хәлем юҡ

Өҙгөләнәм, ҡойолам.

Мин көҙҙәме, көҙ миндәме?

Иҫәр кеүек тойолам.

*  *  *

«Ҡыҙыл китап»

Намыҫ йоҡара ла беҙҙең

Ҡалыная «Ҡыҙыл китап».

Юҡҡа сыҡҡан, юҡҡа сығыр

Хайуандарға юҡтыр хисап.

Нәфсе артҡан һайын беҙҙең

Кәмей ҡоштар, үҫемлектәр.

Ҡалыная «Ҡыҙыл китап» -

Өҫтәләләр яңы биттәр.

... Сәйер уйҙар килә башҡа,

Өҫтәлемдә «Ҡыҙыл китап».

Ә беҙгә тим, башҡорттарға -

Кәрәкмәйме икән хисап?

*  *  *

Ҡатынһыҙ

Арыным

Буш өйөм,

Ҡарыным

Буш көйө,

Нисә көн

Юҡ көйөм,

Керҙәрем

Ун өйөм.

*  *  *

Ураҙалар тотоп ҡына

Йәшәмәкһең отоп ҡына,

Тәүҙә эсең таҙа булһын,

Шунан ғына күккә ҡул һон.

Түбәтәйҙәр кейеп кенә

Ожмахтарға керәм тимә,

Ниәттәрең изге булһын,

Иман менән эсең тулһын.

Рамаҙанда асығыуҙан,

Ҡотолмаһаң асыуыңдан,

Fәйбәттәрҙән, яман уйҙан,

Юҡтыр файҙа күҙ буяуҙан.

*  *  *

“Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ”

Р.Fарипов

“Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ”

Килеп инер әле мин үлгәс,

Ишек төптәрендә ҡатып ҡалыр,

Йәнһеҙ икәнлегемде белгәс.

Эй, аҡланған булыр минең алда:

Өлгөрмәнем, тиер, һулҡылдап,

Бөтөрөнөр, өҙгөләнер, әммә,

Китмәҫ йөрәк ҡабат туҡылдап…

Туҡ-туҡ! Туҡ-туҡ!

Китте! Китте! Туҡ-туҡ!

… Эй, хыялый, шиғыр кешеһе

Кемдер килгән, туҡылдаған,

Йөрәк түгел, солан ишеге.

*  *  *

Бөгөндән үк

Fүмер үткәнлеген көткән һымаҡ,

Сәғәттәргә ҡарап йәшәйбеҙ.

Көн һанайбыҙ көтөп яҙҙы, ҡышты

Үлем көткән һымаҡ, йәшләй, беҙ.

Ашығабыҙ һәр саҡ  алға, алға.

Әйләнмәйбеҙ артҡа, ваҡыт юҡ.

Аша-маша баҫып атлайбыҙ ҙа,

Әйләнәбеҙ ҡартҡа. Аҡыл юҡ…

Ваҡыт ҡоло булып йәшәмәйек

Сәғәттәрҙе онтай һуғайыҡ.

Иртәгәне көтмәй, бөгөндән үк

Беҙ бәхетле, дуҫтар, булайыҡ.

*  *  *

Тәүге ҡар

Өйөрөлөп кенә ҡарҙар яуа,

Тирә яғым ап-аҡ, саф ҡына.

Әйтерһең дә, башҡа бер донъяға

Килеп сыҡтым, күңел шат ҡына.

Кисә генә әле бысраҡ ине,

Эй, күңелһеҙ булды, ҡараңғы.

Бөгөн яҡты, гүйә, тәүге тапҡыр

Ҡарҙар күргән сабый баламын.

Ҡарҙар яуа, өйөрөлөп кенә,

Тирә яғым ап-аҡ, тын ғына.

Һай! Был ҡыштың матурлығы! Ҡарҙың

 

Һәр бөртөгө шиғыр, моң ғына.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap