Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
20.04.2012
Уҡыу йорттарында
Untitled document

«Эдельвейс»—еңеүсе

А.Мѳбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры алды был кѳндѳ ҙур байрамды хәтерләтте. Дәртле ҡурай моңдары байрам кәйефе тыуҙырһа, халҡыбыҙҙың боронғо кѳнкүрешен сағылдырған тирмә сараның тѳп биҙәген тәшкил итте.

Сибай институты «Студент яҙы» фестивалендә тиҫтә йылдан ашыу ҡатнашып килә. Ошо йылдар эсендә уҡыу йорто үҙешмәкәр коллективтар эшмәкәрлеге буйынса иң кѳслѳ алты республика вузы исемлегенә инеп ѳлгѳрҙѳ. Студенттарҙың һәләтен асыу, уларҙа рух, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек тойғолары тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған сараның тѳп йѳкмәткеһе 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға арналды.

Фестивалде институттың халыҡ инструменттары ансамбле сығышы асып ебәрҙе. Артабан «Ете ырыу» халыҡ бейеүҙәре ансамбле тамашасы хѳкѳмѳнә «Тарпандар» бейеүен сығарһа, «Сармат»тар иһә «Тѳньяҡ амурҙары» һәм «Краковяк» хореографик композицияларын тәҡдим итте.

Уҡыу йортоноң моңло һандуғастары—республика йыр бәйгеләре лауреаттары Динар Ғѳбәйҙуллин, Розалия Иҙелбаева, Айбулат Ишморатовтарҙың йырҙары ла Ватан һуғышы тематикаһын һынландырҙы. «Технология һәм эшҡыуарлыҡ» бүлеге студенттары Лилиә Хызырова менән Әлфиә Вилданованың балалар ѳсѳн үҙ ҡулдары менән эшләгән, Зәлиә Йәнтилина һәм Ләйсән Йосоповалар-ҙың кейеҙҙән яһаған кейемдәре барыһының да күңеленә хуш килгәндер. Шулай уҡ «Арҡайым» тѳркѳмѳ егеттәренең ѳзләп йырлауын, «Еңмештәр» КВН командаһының мәҙәктәрен халыҡ ихлас ҡабул итте.

Сара аҙағында БДУ-ның Сибай институты директоры урынбаҫары Семен Николаевич Чернов үҙ сығышында уҡыу йортонда студенттарға бар мѳмкинлектәр тыуҙырылыуын билдәләп үтте. «Студент яҙы» фестиваленең быйылғы еңеүсеһе тип «Эдельвейс» бал бейеүҙәре ансамбле табылды.

Күмәкләгән—яу ҡайтарған

БДАУ-ның Урал аръяғы филиалы етәкселеге лә йәш быуында рух тәрбиәләү, халҡыбыҙ тарихын быуындан-быуынға тапшырыуға ҙур иғтибар бирә. Сибай дәүләт филармонияһы алдында үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолоуы, ҡунаҡтарҙы һыбайлы башҡорт егеттәре ҡаршы алыуы ла ошо хаҡта һѳйләй ине. Ул ғына түгел, уҡыу йорто директоры Йәлил Тѳхвәт улы Һѳйѳндѳковтың сәхнәгә сығып, халыҡ йыры «Ҡаһым түрә»не йырлап ебәреүе һәм баянда уйнауы, Фәндәр академияһының Сибай филиалы директоры Рәғиз Йомагилде улының ѳҙҙѳрѳп бейеүе һоҡландырҙы ла, ғәжәпләндерҙе лә. Етәкселек ѳлгѳһѳндә йәштәрҙә халҡыбыҙ ижадына һәм мираҫына һѳйѳү тәрбиәләү—үҙе мәртәбә түгелме?!

Сценарий авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина әйтеүенсә, 1812 йылғы Ватан һуғышы тематикаһын үҙебеҙҙең ерлек материалдары менән бәйләү күпкә отошло. Сценарийҙағы тарихи мәғлүмәттәр тарих фәндәре кандидаты Фуат Мырҙағәле улы Сѳләймәновтың хеҙмәттәренән алынған.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең 32-се һанында уҡый алаһығыҙ.

Данил Әбделғазин.

Һүрәттәрҙә: Сибай институты тирмәһе янында ҡунаҡтарҙы ҡурай моңдары

ҡаршы алды; БДАУ-ның Урал аръяғы филиалының «Нардуған» бейеү ансамбле.

 



./images/files/IMG_6513.JPG

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap